Ашҡаҙар
+9 °С
Облачно
Йәмғиәт
11 Сентября , 13:20

ҠАЛАБЫҘ ТАРИХЫ – ИЛЛЮСТРАЦИЯЛАРҘА

 “Фабри” сауҙа үҙәгендә һәләтле дизайнер Регина Павлованың “Ҡала һыҙаттары” тип аталған художество эштәре  күргәҙмәһе асылды.

ҠАЛАБЫҘ  ТАРИХЫ – ИЛЛЮСТРАЦИЯЛАРҘАҠАЛАБЫҘ  ТАРИХЫ – ИЛЛЮСТРАЦИЯЛАРҘА
ҠАЛАБЫҘ ТАРИХЫ – ИЛЛЮСТРАЦИЯЛАРҘА

Ул Стәрлетамаҡтың  260 йыллыҡ юбилейы арналған бер-бер артлы дауам иткән байрам саралары серияһында сағыу мәҙәни ваҡиға булып тора.

Экспозиция төрлө форматлы 30 әҫәрҙе берләштерә. Уларҙың һәр ҡайһыһы ҡалабыҙҙың боронғо һәм хәҙерге йөҙөн үҙенсә асып һала.Авторҙың художестволы ҡарашы аша тамашасы алдында уникаллек  һәм ҡала киңлегенең эстетик ҡиммәте күренә – уның ритмдары, линиялары, күңел торошо һәм характеры сағылыш таба.

Бындай күргәҙәмә “Фабри” сауҙа үҙәгендә беренсе тапҡыр уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, күргәҙмә тел тейгеһеҙ итеп ойошторолған, үҙенә генә хас зауыҡ менән биҙәлгән.

Был күргәҙмә  ҡалабыҙ өсөн мөһим һәм әһәмиәтле ваҡиға булып тора. Регина Марат ҡыҙын ошо матур, бай күргәҙмәне ойоштороуҙа ҡатнашыуы менән ҡотлайбыҙ һәм  уның ижади тормошонда уңыштар теләйбеҙ. Ҡалабыҙҙа шундай сағыу, ижади ҡарашлы һәм әүҙем шәхестәребеҙ булыу менән ғорурланабыҙ.

Ошо күргәҙмә ҙур ижади осошҡа юл алһын, һәр яңы эше илһам һәм танылыу килтерһен!

Күргәҙмә 15 октябргә тиклем көн һайын сәғәт  10:00-дан 21:00-гә тиклем эшләйәсәк.  
“Фабри” сауҙа үҙәгенең беренсе ҡатында, “Лента” гипермаркеты янында урынлашҡан.

Инеү бушлай.    

 

ҠАЛАБЫҘ  ТАРИХЫ – ИЛЛЮСТРАЦИЯЛАРҘА
ҠАЛАБЫҘ  ТАРИХЫ – ИЛЛЮСТРАЦИЯЛАРҘА
ҠАЛАБЫҘ  ТАРИХЫ – ИЛЛЮСТРАЦИЯЛАРҘА
ҠАЛАБЫҘ  ТАРИХЫ – ИЛЛЮСТРАЦИЯЛАРҘА
ҠАЛАБЫҘ ТАРИХЫ – ИЛЛЮСТРАЦИЯЛАРҘА
Автор:Роза Сафина
Читайте нас