Ашҡаҙар
+10 °С
Облачно
Йәмғиәт
14 Сентября , 11:35

Стәрлетамаҡ эшҡыуары Айгөл Сәйфуллина Ҡазандағы конкурста беренсе урын яуланы!

Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда 4 сентябрҙән 6-на тиклем “Рәсәй халыҡтарының традицион костюмы” Бөтә Рәсәй фестивале уҙғарылды. Сара   Рәсәй Федерацияһының 31 төбәгенән 430-ҙан ашыу  ҡатнашыусыны йыйҙы.

Стәрлетамаҡ эшҡыуары Айгөл Сәйфуллина Ҡазандағы конкурста беренсе урын яуланы!Стәрлетамаҡ эшҡыуары Айгөл Сәйфуллина Ҡазандағы конкурста беренсе урын яуланы!
Стәрлетамаҡ эшҡыуары Айгөл Сәйфуллина Ҡазандағы конкурста беренсе урын яуланы!

Улар араһында ҡул эше оҫталары, дизайнерҙар һәм ижади коллективтар   үҙ эштәрен ике төп йүнәлештә: 373 ҡатнашыусы дефиле программаһында һәм  60 ҡатнашыусы күргәҙмә экспозицияһында тәҡдим итте.

–  “Рәсәй халыҡтарының традицион костюмы” Бөтә Рәсәй  конкурсынан бик яҡшы  кәйеф менән ҡайттым, - тип бүлешә конкурстан алған тәьҫораттары менән Стәрлетамаҡ эшҡыуары Айгөл Сәйфуллина. – Конкурс бик юғары кимәлдә ойошторолған. Бөтә конкурсанттарҙың да күргәҙмә әйберҙәрен ҡуйыу өсөн урын иркен булды. Ҡатнашыусылар өсөн доклад менән сығыш яһау мөмкинлеге биргән файҙалы конференция ойошторолдо. Ә инде аҙаҡҡы көндө жюри ағзалары коллекцияларҙы тикшереп ҡарап сыҡҡандан һуң конкурсанттарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Иҫтә ҡалырҙай йәнә бер матур ваҡиға: теләгән кеше Кремлдә уҙғарылған һатыу итеү күргәҙмәһендә ҡатнаша алды, унда урын бушлай бирелде.

Гала-күрһәтеүҙән һуң ҡатнашыусыларға La Primavera Ҡазан камера оркестрының “Тамырҙарыбыҙға мөрәғәғәт” тип аталған концертына  билеттар бүләк иттеләр.

Мин шуға иғтибар иттем: халыҡ мәнфәғәте өсөн дөрөҫ файҙаланылған ресурстар бар, бындай сараларҙы ойоштороу тәжрибәһе бар, проблемаларҙы тиҙ арала хәл итеү юлдарын табалар, программа бай һәм файҙалы, аҙаҡтан күңел асырға ваҡыт бүлергә лә онотманылар.

Эштәремде Бөтә Рәсәй кимәлендә юғары баһалап, беренсе урын биреүҙәре ҡыуаныслы хәл.

Дөрөҫөн  әйткәндә, әллә ниндәй  ҙур еңеүҙәр яулап ҡайтырмын тигән  уй башҡа ла инеп сыҡманы. Бик ҡәнәғәт ҡайттым, яйы сыҡҡанда, башҡаларға ла ошондай конкурстарҙа ҡатнашығыҙ,  тип әйтер инем.

Ҡазандағы күп милләтле подиум милли кейемдең  заманса матурлығын һәм традицияларын күрһәтте.

Р.САФИНА.

Фотолар Айгөл Сәйфуллинаның шәхси архивынан.

 

 

Стәрлетамаҡ эшҡыуары Айгөл Сәйфуллина Ҡазандағы конкурста беренсе урын яуланы!
Стәрлетамаҡ эшҡыуары Айгөл Сәйфуллина Ҡазандағы конкурста беренсе урын яуланы!
Стәрлетамаҡ эшҡыуары Айгөл Сәйфуллина Ҡазандағы конкурста беренсе урын яуланы!
Стәрлетамаҡ эшҡыуары Айгөл Сәйфуллина Ҡазандағы конкурста беренсе урын яуланы!
Стәрлетамаҡ эшҡыуары Айгөл Сәйфуллина Ҡазандағы конкурста беренсе урын яуланы!
Стәрлетамаҡ эшҡыуары Айгөл Сәйфуллина Ҡазандағы конкурста беренсе урын яуланы!
Стәрлетамаҡ эшҡыуары Айгөл Сәйфуллина Ҡазандағы конкурста беренсе урын яуланы!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас