Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
16 Сентября , 07:42

ОҘОН ҒҮМЕРЛЕ ВЕТЕРАНДАРҘЫ ҠОТЛАНЫЛАР

Яңыраҡ  Стәрлетамаҡтың юбилейына наградаларҙы үҙ хеҙмәттәре һәм башланғыстары менән ҡала йылъяҙмаһына тарихтың данлы биттәрен яҙған ветерандарыбыҙға тапшырҙылар.

ОҘОН ҒҮМЕРЛЕ ВЕТЕРАНДАРҘЫ ҠОТЛАНЫЛАРОҘОН ҒҮМЕРЛЕ ВЕТЕРАНДАРҘЫ ҠОТЛАНЫЛАР
ОҘОН ҒҮМЕРЛЕ ВЕТЕРАНДАРҘЫ ҠОТЛАНЫЛАР

- Хөрмәтле ветерандарыбыҙға тыуған ҡалабыҙға булған мөхәббәте, яуаплылыҡ тойғоһо өсөн ихлас рәхмәттәребеҙҙе белдерерәбеҙ. Һәм улар әле лә ҡаланы үҫтерергә һәм уны яҡшыртырға ярҙам итә. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән, хөрмәтле ветерандар, йолаларыбыҙ һәм тарихыбыҙ һаҡлана, һеҙҙең баһалап бөткөһөҙ тәжрибәгеҙ еткерелә. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм күңел йылыһы теләйем. Стәрлетамаҡтың киләсәге өсөн башҡарған эштәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тине ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙанов.

Ә ощо көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветераныбыҙ Хажи Шәймөхәмәт улы Ғафаровҡа-102, Шәрифулла Сәйфулла улы Фәйзуллинға 99 йәш тулды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хажи Шәймөхәмәт улы икенсе ҡалала ҡыҙы янында йәшәгәнгә күрә, уға бүләктәр һәм ҡотлауҙар ебәрелде. Шәрифулла Фәйзулла улына иһә янына барып тапшырылды. Тыуған көнөн ул ғаиләһе, яҡындары менән  ҡаршылай. Ике ветеран да  Һуғыш йылдарында  батырлыҡ һәм ҡаҙарманлыҡ  күрһәткәндәр. Һуғыштан һуң да илде күтәрешкәндәр. Балалары, ейәндәре һәм бүләләре менән бергә уларға ныҡлы һаулыҡ һәм яҡшы кәйеф теләйбеҙ.

Р,ҒӘЛИМОВА.

Фотолар: ҡала хакимиәтенең матбуғат бүлегенән алынды.

ОҘОН ҒҮМЕРЛЕ ВЕТЕРАНДАРҘЫ ҠОТЛАНЫЛАР
ОҘОН ҒҮМЕРЛЕ ВЕТЕРАНДАРҘЫ ҠОТЛАНЫЛАР
ОҘОН ҒҮМЕРЛЕ ВЕТЕРАНДАРҘЫ ҠОТЛАНЫЛАР
ОҘОН ҒҮМЕРЛЕ ВЕТЕРАНДАРҘЫ ҠОТЛАНЫЛАР
Автор:Римма Галимова
Читайте нас