

Уҙған йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл акцияла бүләктәр уйнатылмай, ташламалар ғына була.
Купонды күп тапҡыр ҡулланырға мөмкин, теркәргә кәрәкмәй. Унда акцияның сайтына күсеү өсөн QR-код урынлаштырылған, сайтта партнерҙарҙың тулы исемлеге һәм акцияның шарттары менән танышырға мөмкин.
“Теркәлеү, мәғлүмәттәр ҡалдырыу талап ителмәй. Телефон ярҙамында QR-кодты асып, инеү мөмкинлеге алаһығыҙ. Бер ҡайҙа ла исем-шәрифте, паспорт мәғлүмәттәрен, телефон номерын яҙырға кәрәкмәй”, - тип яуап бирҙе Ринат Хәбиров хәүефһеҙлек тураһындағы һорауға.
Ул мутлашыусылар тураһында ла иҫкәртте: “Әгәр ҙә һеҙгә кемдер шылтыратып, үҙен акцияны ойоштороусы тип таныштырһа, ниндәйҙер мәғлүмәттәр, СМС-кодтар һораһа, бер нәмә лә әйтмәгеҙ”.
Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренсә, әгәр купонды алмаһалар, уны ҡабаттан ҡулланырға була. QR-код – сайтҡа күсеү генә. Ташлама ошо ҡағыҙ купонды күрһәткән осраҡта бирелә”, - тип аңлатты Ринат Хәбиров.
Ирекмәндәр ярҙамға килә
18, 19 һәм 20 сентябрҙә ирекмәндәр һайлау участкаларында купондар тарата. “Башлыса йәштәр, студенттар әүҙем ҡушыла”, - тине Тимур Ниғмәтуллин.
Оло йәштәгеләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ойоштороусылар әйтеүенсә, купондар күп, бөтәһенә лә етерлек.
“Байрам” магазиндар селтәре вәкиле Эльвира Вәлиева әйтеүенсә, купондарҙың ғәмәлдә булыу ваҡыты – 18 сентябрҙән 20 сентябргә тиклем.
Р.ЗАМАНОВА.
“БАШИНФОРМ” мәғлүмәт агентлығы фотоһы.