

Ә балалыҡ барыбер үҙенекен итә...
Малайҙар ҙа әмәлен табырға тырыша: үҙҙәре яһаған ҡармаҡ менән балыҡ ҡармаҡлай. Сурағай, сабаҡ тотоп алып ҡайтһалар ҙа үҙенә күрә байрам була. Балалығына барып, аслы-туҡлы тормош та ҡайсаҡ онотолоп ҡуйғандай була. Балыҡ тотоп епкә аҫып ҡуйып уйнаһындармы, Ағиҙел аша йөҙөп сыҡһындармы. Ҡуян ҡойроғонан туп яһап эсенә ҡурғаш тығып тибеп уйнаһындармы... Быларҙың барыһы ла баласаҡтың яҡты хәтирәләре булып әле лә күңел түрендә һаҡлана.
Ул заманда малайҙарҙы Сода заводының хужалыҡ цехына эшкә алалар. Ете йәшлек Мөхтәр соданы ҡағыҙ ҡаптарға тоҡтарға тултырыу өсөн эшкә бара. Малай бирелгән норманы һәр ваҡыт тултырып үтәй. Эшләп алған аҡсаға мәктәптә кейергә кейем ала.
Ул заман балалары дәфтәрҙе лә үҙҙәре яһай. Тотонорға яраҡһыҙ тип, сүплеккә ташланған ҡағыҙ ҡапсыҡтарҙан үҙҙәре дәфтәр яһап ала.
Сәлимов мәктәбе
Мөхтәр Сәлимов хеҙмәт юлын ҡала хакимиәтенең пропаганда бүлегендә башлай. Унда ете йыл эшләгәндән һуң Стәрлетамаҡтағы ишетеү һәләтенән мәхрүм балалар өсөн интернат-мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Мөхтәр Шакир улы үҙе әйтмешләй, теләймеюҡмы – һорап та тормайҙар, тоталар ҙа ҡуялар. Ул ошо вазифала 1973 йылдан 2000-се йылға тиклем хеҙмәт итә. Мөхтәр Шакир улы етәкләгән осорҙа мәктәп-интернатта йәшәү шарттары бик ауыр була. Иҫке генә, ташландыҡ хәлдәге ағас бинаны утын яғып йылытырға, уҡыусыларға һыуҙы ла йыраҡтан ташып килтерергә тура килә. Етәксе булып килеү менән Мөхтәр Шакир улы ең һыҙғанып эшкә тотона: бинаға һыу торбалары үткәрелә, мәктәп автотранспорт менән тәьмин ителә, мәктәп-интернат тауыш көсәйтеү аппаратураһы менән йыһазландырыла, 8 йыллыҡ белем биреү индерелә. Яйлап ҡына эштәр алға китә: балаларҙың уҡыу сифаты ла яҡшыра, улар араһында төрлө юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр арта. Булдыҡлы етәксе артабан мәктәп-интернатты Ивлев урамындағы иҫке бинанан яңы бинаға күсереүгә өлгәшә. Әйткәндәй, мәктәпинтернат әле лә шунда урынлашҡан. Мөхтәр ағай был башҡарған эштәре тураһында тыныс ҡына итеп һөйләй, ә бит үҙе бер китап яҙырлыҡ ҙур эштәр башҡарылған!
Һуғыш йылдарының ауыр һынауҙарына ла бирешмәгән, тормош уны, киреһенсә, сыныҡтырған ғына.
Үҙенең 27 йыл ғүмерен интернатҡа арнаған Мөхтәр Сәлимовтың фиҙаҡәр хеҙмәте хөкүмәтебеҙ тарафынан лайыҡлы баһалана: “БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы”, “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исемдәр алып хаҡлы ялға сыҡҡан.
Бөгөн инде ул үҙ тырышлығы менән юғары дәрәжәләргә ирешкән абруйлы шәхес, 87 йәшендә лә ҡул ҡаушырып ултырмай, әлеге ваҡытта ул Стәрлетамаҡ ҡала ветерандар Советы рәйесе урынбаҫары. Тормош иптәше Таисия Дмитриевна менән ике ул үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырғандар. Улдары ла ҡалабыҙға тоғро ҡалған, Стәрлетамаҡта йәшәйҙәр.
Ҡалабыҙҙың 260 йыллыҡ матур юбилейын билдәләгән көндәрҙә бына шундай күркәм шәхестәребеҙ булған өсөн күңелде ғорурлыҡ тойғолары биләй.
Ҡалабыҙҙың абруйлы ғаиләһе, йәш быуынға өлгө булып, тормошобоҙға йәм биреп, оҙаҡ йылдар йәшәгеҙ әле, ауырыуҙарға бирешмәгеҙ, ҡәҙерле ветерандарыбыҙ!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотоһы.