Ашҡаҙар
+3 °С
Облачно
Йәмғиәт
5 Октября , 09:37

Юл-транспорт ваҡиғаһында биш балалы әсә һәләк булған

Иҫерек килеш руль артында ултырған 37 йәшлек ҡатын йәйәүлене бәрҙергән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юл-транспорт ваҡиғаһында биш балалы әсә һәләк булғанЮл-транспорт ваҡиғаһында биш балалы әсә һәләк булған
Юл-транспорт ваҡиғаһында биш балалы әсә һәләк булған

Иглин районында ҡурҡыныс авария эше буйынса тикшереү тамамланды. Прокуратура ғәйепләү һығымтаһын раҫланы һәм материалдарҙы судҡа ебәрҙе. Барыһы ла 2026 йылдың июлендә Оло- Теләк ауылының Калинин урамында булған. Иҫерек килеш «Хендай Соната» рулендә ултырған ҡатын юл ситенә сығып китә һәм бер мәлдә кемдеңдер ғүмерен өҙә. Ә үҙе ваҡиға урынынан ҡаса.
Биш бала әсәһе һәләк булды. Ул урында уҡ йән биргән. Әсәһеҙ ҡалған биш сабый... Был юғалтыуҙы һүрәтләр өсөн ниндәй һүҙҙәр табырға?

Суд ғәҙел булһын, ә иртә киткән мәрхүмә тураһындағы иҫтәлек уны яратҡан кешеләрҙең йөрәгендә һаҡланһын. Әгәр был хәбәрҙән һеҙҙең дә күңелегеҙгә ауыр булһа — тын алығыҙ, яҡындарығыҙҙы ҡосаҡлағыҙ һәм уларҙың һеҙҙең өсөн ни тиклем ҡәҙерле икәнен әйтегеҙ. Тормош ҡыл кеүек,уның ҡасан өҙөлөрөн бер кем белмәй.


Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас