

Яңыраҡ полицияға ҡалала йәшәүсе оло йәштәге бер ҡатын үҙен газ хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштырған ҡатынға ишек асыуы тураһында хәбәр иттеләр. Таныш булмаған ҡатындың һүҙенә ышанып, пенсионер әбей алдаҡсыға 42 мең һум аҡса биргән.
Әлеге ваҡытта ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
Хөрмәтле граждандар, бигерәк тә оло йәштәгеләр! Ят кешеләрҙе өйөгөҙгә индерергә ашыҡмағыҙ, хатта үҙҙәрен газ, энергетика хеҙмәте йәки башҡа коммуналь хеҙмәт хеҙмәткәре тип таныштырһалар ҙа.
Әгәр ҙә һеҙҙе газ ҡорамалдарын, вентиляция, электр иҫәпләгесте тикшереү йәки башҡа эштәр башҡарыу өсөн килдем тип ышандырырға маташһалар:
хеҙмәт таныҡлығын һәм документтарын күрһәтеүен һорағыҙ;
ойошманың махсус формаһы һәм башка айырмалы билдәләре булыуына итибар итегеҙ;
таныш булмаған кешегә аҡса, банк карталарығыҙҙы һәм документтарығыҙҙы бирмәгеҙ;
әгәр алдан заказ бирмәгән булһағыҙ, түләүле эштәр башҡарыуға, ҡорамалдар һатып алыу йәки ҡуйыуға ризалашмағыҙ;
шикләнһәгеҙ, ишекте асмағыҙ һәм белгес һеҙгә юлланғанмы-юҡмы икәнен асыҡлау өсөн, ойошма менән рәсми телефон номеры буйынса үҙегеҙ бәйләнешкә инегеҙ;
әгәр сит кешеләр үҙҙәрен үзләрен шикле тотһа, үҙҙәрен өйгә индереүҙе талап итһәләр – кисекмәҫтән был турала 02 йәки 102 телефоны аша полицияға шылтыратығыҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ят кешенең тышҡы ҡиәфәте һәм үҙен ышаныслы тотоуы уның ысынлап та коммуналь хеҙмәт хеҙмәткәре икәнлеген раҫлауға дәлил түгел.
Енәйәтселәргә һеҙҙең ышаныусанлығығыҙҙан файҙаланырға юл ҡуймагыз!
Оло йәштәге туғандарығыҙҙы, ата-әсәләрегеҙҙе, күршеләрегеҙҙе һәм таныштарығыҙҙы иҫкәртегеҙ. Бәлки, фәҡәт һеҙҙең шылтыратыуығыҙ кемгәлер үҙенең аҡсаһын һаҡлап ҡалырға ярҙам итер.
Полиция иҫкәртә: уяу булығыҙ һәм алдан тикшермәйенсә таныш булмаған кешеләрҙе өйөгөҙгә индермәгеҙ!
Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ бүлеге мәғлүмәте буйынса Р.ЗАМАНОВА әҙерләне.