Ашҡаҙар
+7 °С
Ясно
Йәмғиәт
10 Октября , 05:25

УНЫҢ МОҢОНДА МЕҢӘР ЙЫЛЛЫҠ ТАРИХ ИШЕТЕЛӘ

Бынан ике йыл элек Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән 10 октябрь Башҡорт ҡурайы көнө тип иғлан ителде. Байрам башҡорт халҡының тиңе булмаған милли уйын ҡоралы ҡурайҙы данлап, сағыу мәҙәни саралар, концерттар менән билдәләнә. Ошо уңайҙан Стәрлетамаҡта ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалыусы шәхестәрҙең береһе Фуат ЮНЫСБАЕВтың ижади тормош юлы менән яҡынданыраҡ таныштырырға булдыҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
УНЫҢ МОҢОНДА МЕҢӘР ЙЫЛЛЫҠ ТАРИХ ИШЕТЕЛӘУНЫҢ МОҢОНДА МЕҢӘР ЙЫЛЛЫҠ ТАРИХ ИШЕТЕЛӘ
УНЫҢ МОҢОНДА МЕҢӘР ЙЫЛЛЫҠ ТАРИХ ИШЕТЕЛӘ

Үҙенең бар ғүмерен халҡыбыҙҙың музыкаль мираҫын һаҡлауға арнаған ҡурайсы, йырсының репертуарында йөҙгә яҡын оҙон халыҡ көйө һәм башҡа бихисап йырҙар бар. Ул, республика кимәлендәгеге фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнашып, бихисап еңеүҙәр яулау менән бергә, йәш быуынға үҙенең бай тәжрибәһен тапшырып, ҡурайсылар түңәрәген дә алып барҙы. Уйлап ҡараһаң, йәмәғәт башланғысында ғына ла күпме эштәр башҡарған ул! Артабан һүҙ йүгәнен халыҡ ҡурайсыһы, халыҡ йырсыһы, башҡорт фольклорын һаҡлаусы һәм пропагандалаусы Фуат Хәләф улының улының үҙенә тотторабыҙ.

Әҙһәм Исҡужин мәктәбе

 Баймаҡ районының йәмле Һаҡмар буйында Йомаш ауылында тыуып үҫтем, бала сағым шунда йырлы-моңло мөхиттә үтте. Үҙем иҫ белгәндә ауылыбыҙҙа ҡурайсылар юҡ дәрәжәһендә ине, дүртбиш ҡурайсы–атайымдың Нурислам тигән бер ҡорҙашы, Хәкимйән, Рамаҙан, Рәүеф ағайҙар бар ине. Атай үҙе ҡурайҙа уйнаманы, улар уйнағанға ҡушылып оҙон көйҙәрҙе йырлар ине. Ул саҡта мандолинала, скрипка, гармунда уйнай торғайнылар. Мәжлестәрҙә атайҙың йырҙарын, бергә уҡыған малайҙарҙың тальянда уйнағандарын тыңлап үҫтем. Үҙем дә тальянда уйнап маташтым,шунан яйлап-яйлап ҡурайға, баянға күстем.

1964 йылда алтынсы класҡа Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатына уҡырға барҙым. Унда төрлө түңәрәктәр эшләй ине: саңғы, гимнастика менән шөғөлләнә башланым. Бер мәл шулай түңәрәктән ҡайтып килгәндә ҡурай тауышын ишетеп ҡалдыҡ. Әҙһәм ағай Исҡужин ҡурай түңәрәге алып бара икән, шулай итеп, ҡурайға арбалдым.

Әҙһәм ағай ҡурай эшләгәндә ҡалған төпһәләрен биреп ҡайтара ла, шуларҙан һыҙғыртырға өйрәнеп килергә ҡуша торғайны. Дүрт малайҙан икәүебеҙ яйлап өйрәндек. Миңә ҡурай бүлмәһенең асҡысын да биреп ҡуйҙылар. Буш ваҡыт булһа, шунда инә лә уйнай торғайныҡ. Ҡурай менән шөғөлләнә торғас, оҫтарып киттем. Туғыҙынсы класта уҡығанда хатта хөкүмәт концертында сығыш яһаным. 1968 йылда ике ҡурайсы, ике бейеүсе Һарытауға “СССР халыҡтар дуҫлығы”’ фестиваленә барып, лауреат булып ҡайттыҡ.

Әҙһәм ағайҙың тәьҫире ныҡ булды, патриотик тәрбиә алып барҙы.

Ул тәрбиәсе булып эшләй ине, үҙе оҫта йырсы ла булды. Мәктәптә дәрес әҙерләү бөткәс, ятаҡта бүлмәләргә инеп беҙгә йырҙар йырлап, тарихтарын да һөйләр ине.

Хыялым – летчик булыу ине

1-се интернат-мәктәп физикаматематика йүнәлешендәге мәктәп ине, шуға беҙҙе төрлө райондарҙан һайлап алдылар. Тәүҙә хыялым летчик булыу ине. Гимнастика түңәрәгенә йөрөгәндә штанга бар ине, уны ҡараңғыла көсөргәнеп күтәрергә ярамай икән, ә беҙ шуны белмәгәнбеҙ, күҙебеҙҙе боҙғанбыҙ. Күҙ алыҫтан насарыраҡ күргәс, Өфө дәүләт авиация институтына барҙым, ни өсөн тигәндә, үҙең осмаһаң да, борт инженер булып осорға мөмкинлек бар ине.

Студент саҡта Марат Юлдыбаев етәкселегендәге “Прометей” ансамблендә Башҡортостанда беренсе булып ҡурайҙы ҡушып уйнаным. Мәскәүҙә, Свердловскиҙа (хәҙерге Екатеринбургта) студент фестивалдәрендә ҡатнашып, шулай уҡ лауреат исемдәрен яуланыҡ.

Әйткәндәй, Юлай Ғәйнетдинов Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетында уҡый ине, ул ҡурайҙа уйнап, мин уға ҡушылып Салауат һәйкәле майҙанында, студент һабантуйҙарында, концерттарҙа сығыш яһап күп йөрөнөк. Үҙем студент булһам да, институтта ҡурай түңәрәге алып барҙым. Техник вуз булыуға ҡарамаҫтан, түңәрәккә йөрөүселәр байтаҡ булды, башҡорттар ғына түгел, арабыҙҙа татар егеттәре лә бар ине.

1975 йылда “Авиация двигателдәре” факультетын тамамлағас, Удмуртияның Ижау ҡалаһына эшкә ебәрҙеләр. 1975-се йылдан алып 1984-се йылға тиклем ғаилә менән шунда йәшәнек. Мин“Ижмаш” заводында эшләнем. Унда йәшәгәндә лә ҡурай уйнап концерттарҙа ҡатнашырға тура килә торғайны.

Тыуған яҡ үҙенә тартты, ҡурай ҙа...

1984 йылда Стәрлетамаҡҡа күсеп ҡайтҡас, Машзаводҡа эшкә урынлаштым. Бында Химиктар һарайында ҡурайсылар түңәрәген ойошторҙом. Егерме ҡурайсыға бушлай түңәрәк алып барҙым. Элек бының өсөн эш хаҡы түләнмәй ине бит.

1987 йылдан 1994 йылға тиклем ҡаты ауырып киттем, шунлыҡтан ҡурайҙа уйнап булманы. Өрөп ҡарайым – тауыш сыҡмай ҙа ҡуя...

Пенсияға сыҡҡас өс-дүрт йыл тирәһе башҡорт интернат-мәктәбендә, ике йыл төҙөлөш колледжында 2020-се йылға тиклем ярты ставкаға ҡурайсылар түңәрәген алып барҙым.

Заманында Әҙһәм ағай Исҡужин: “Кәмендә ун ҡурайсы өйрәтегеҙ!” –тип әйтә торғайны. Ағайҙың ошо һүҙҙәрен үҙемә васыят итеп ҡабул итеп алдым һәм тиҫтәләгән кешене ҡурай уйнарға өйрәттем. Шөкөр, хәҙер ҡурайсылар күбәйҙе. Мәҫәлән, 2008 йылда Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһенә 700-ҙән ашыу ҡурайсы килгәйне.

Олоғая төшкәс йырлай башларға ла тура килде. Иң беренсе “Ашҡаҙар таңдары” фольклор фестивалендә йырланым. Фестивалгә әҙерләнгәндә сәсәниә Розалия Солтангәрәева килгәйне, ул: “Аҡмулла роленә йырлай алырлыҡ бер ир кеше кәрәк”, – тине. Мин ул саҡта Аҡмулла булып Искәндәр Вәлиҙең думбыраһына ҡушылып ҡобайыр әйттем. Шунан башлап төрлө концерттарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашып йырлай башланым. Әле “Ашҡаҙар нағыштары”, “Ҡомартҡы”, “Хазина” фольклор төркөмдәре менән бергә ҡалала, республикала уҙған төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашам.

... Ә бит уйлап ҡараһаң, бар ғүмерен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә арнаған, йәмәғәт башланғысында ғына ла күпме эштәр башҡарған ул! Ҡала, республика, ил күләмендәге абруйлы фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулаған!

 “Ысын ҡурайсы бер ваҡытта ла енәйәтсе була алмай. Ғөмүмән, сәнғәтте яратҡан кешенең насар уйҙар уйларға ваҡыты ла булмай”, - тип тамамланы һүҙен халыҡ ҡурайсыһы, халыҡ йырсыһы, башҡорт фольклорын һаҡлаусы һәм пропагандалаусы. Эйе, бик хаҡ һүҙҙәр. Меңәр йылдар беҙҙе оҙата килгән ошо ҡурай тауышында халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән килгән тарихы, булмышы ауаз һала бит.

Фуат Юнысбаев күп конкурстар еңеүсеһе: Туймазыла 2015 йылда ҡурайсылар бәйгеһендә “Гран-при”, “Ашҡаҙар тандары” республика фольклор фестивалендә Гранпри, 2019 йылда Башҡортостандың 100 йыллығына арналған эшсе коллективтар ярышында “Гран-при”, 2018 йылда “Оҙон көй” төбәк-ара йыр бәйгеһендә I дәрәжә лауреат, 2016 йылда Октябрьскийҙә үткән төбәк-ара ҡурайсылар бәйгеһендә, 2016, 2020-се йылдарҙа “Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра” төбәк-ара фестивалдәрендә, 2009 йылда “Сәскә ат, ғәзиз Башҡортостаным!”, 2017, 2019-сы йылдарҙа “Яратам һине, тормош!” республика фестивалдәрендә I дәрәжә лауреат булды, шулай уҡ ул 1968 йылда “СССР халыҡтар дуҫлығы” фестивалендә лауреат, республика күләмендә үткән бихисап бәйгеләрҙә II-III дәрәжәләге лауреат исеменә лайыҡ булды.

Ә шулай ҙа бер нәмә ғәжәпкә ҡалдырҙы – ошо тиклем эштәр башҡарып та, әлегәсә Фуат Хәләф улының хеҙмәте хөкүмәт тарафынан тейешенсә баһаланмаған. Бәлки, һуң булһа ла, түрәләргә ошо турала уйларға ваҡыттыр?!.

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Фуат Хәләф улы үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Һаулыҡ һәм ижади үрҙәр уны ташламаһын.

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Фотолар Ф. Юнысбаевтың шәхси архивынан алынды, шулай уҡ Әфиә Мансурова фотолары.

УНЫҢ МОҢОНДА МЕҢӘР ЙЫЛЛЫҠ ТАРИХ ИШЕТЕЛӘ
УНЫҢ МОҢОНДА МЕҢӘР ЙЫЛЛЫҠ ТАРИХ ИШЕТЕЛӘ
УНЫҢ МОҢОНДА МЕҢӘР ЙЫЛЛЫҠ ТАРИХ ИШЕТЕЛӘ
УНЫҢ МОҢОНДА МЕҢӘР ЙЫЛЛЫҠ ТАРИХ ИШЕТЕЛӘ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас