Ашҡаҙар
+10 °С
Ясно
Йәмғиәт
15 Октября , 11:40

Башҡортостанды үҙ йорто тип иҫәпләгәндәрҙе берләштерә

Башҡортостан – ул карталағы урын ғына түгел, ул беҙҙең тамырҙарыбыҙ, телебеҙ, йырҙарыбыҙ, легендаларыбыҙ, йолаларыбыҙ, ғаилә тарихтарыбыҙ. Был ҡунаҡсыл төбәк, унда төрлө милләттәр һәм мәҙәниәттәр халыҡтарҙың берҙәм туғанлығына ҡушылды” – бына шундай ҡанатлы ла, тәрән дә, мөһим һәм мәғәнәле лә һүҙҙәр менән асылып китте ҡала мәҙәниәт һарайында Республика көнөнә арналған тантаналы сара.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанды үҙ йорто тип иҫәпләгәндәрҙе берләштерәБашҡортостанды үҙ йорто тип иҫәпләгәндәрҙе берләштерә
Башҡортостанды үҙ йорто тип иҫәпләгәндәрҙе берләштерә

– Бөгөнгө байрам – берҙәмлегебеҙ һәм киләсәк өсөн яуаплылығыбыҙ символы. Һәр беребеҙ ҡала, республика һәм ил үҫешенә үҙ өлөшөн индерә. Беҙ сәнәғәттә, иҡтисадта, мәғарифта, һаулыҡ һаҡлауҙа, мәҙәниәттә, спортта ҡаҙаныштарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Тыуған яҡҡа һөйөүегеҙ, әүҙемлегегеҙ, битараф булмауығыҙ һәм уртаҡ киләсәгебеҙгә ышаныуығыҙ өсөн рәхмәт! – тип мөрәжәғәт итте  БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе Айбулат Хажин һәм яҡташтарыбыҙға дәүләт наградаларын тапшырҙы: “РФ-тың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” маҡтаулы исеменә 16-сы мәктәп директоры Михаил Субботин лайыҡ булды, ә Рәсәй Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән 7-се мәктәптең биология уҡытыусыһы Ольга Степашина бүләкләнде.

 – Был байрам Башҡортостанды үҙ йорто тип иҫәпләгән һәр кемде берләштерә, – тине үҙенең ҡотлауында ҡала башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев. – Бөгөн беҙ “Барыһы ла Еңеү өсөн!” лозунгыһына эйәрәбеҙ. Стәрлетамаҡ махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙарыбыҙ өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән 19 гуманитар ылау ебәрҙе. Ҡала, бөтә республика кеүек үк, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Һәм үҫеүен, төҙөлөүен, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуын, бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүен дауам итә.

Артабан Михаил Васильевич төрлө өлкәләрҙә яҡшы эшләгән ҡала халҡына ҡала округы хакимиәте башлығының Почет грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында шәфҡәт туташтары һәм төҙөүселәр, торлаҡ-коммуналь комплекс һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, йәшелләндереүселәр, икмәк бешереүселәр һәм банк хеҙмәткәрҙәре бар. Ҡала округы хакимиәте башлығы стипендиаттары дипломдарына иһә Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Екатерина Алехина, 1-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Дарья Семибратченко, 3-сө балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Евгения Стародубцева, 1-се балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Милана Хәмитова лайыҡ булды.

Бүләкләү тантанаһынан һуң сарала ҡатнашыусылары өсөн  матур йөкмәткеле байрам концерты булды, унда ҡаланың ижади коллективтары иң яҡшы номерҙар менән сығыш яһаны. Ә Өфөнән килгән “Тауыш проекты” егеттәренең сығышы тамашасылар өсөн үҙе бер бүләк булды.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Сергей КРАМСКОВ фотолары.

Башҡортостанды үҙ йорто тип иҫәпләгәндәрҙе берләштерә
Башҡортостанды үҙ йорто тип иҫәпләгәндәрҙе берләштерә
Башҡортостанды үҙ йорто тип иҫәпләгәндәрҙе берләштерә
Башҡортостанды үҙ йорто тип иҫәпләгәндәрҙе берләштерә
Башҡортостанды үҙ йорто тип иҫәпләгәндәрҙе берләштерә
Автор:Римма Галимова
Читайте нас