Ашҡаҙар
+10 °С
Ясно
Йәмғиәт
15 Октября , 11:15

ИҢ ХӘҮЕФҺЕҘ ТРАНСПОРТ ТӨРӨ 65-тең аръяғына сыға

Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы»  муниципаль унитар предприятиеһы барлыҡҡа килеп ҡалабыҙҙа тәүге троллейбус пссажирҙар йөрөтә башлауға 65 йыл тула. Предприятиеның  начальнигы Андрей Владимирович Паничев менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.  

Добавить в предпочтительные источники Google
ИҢ ХӘҮЕФҺЕҘ ТРАНСПОРТ ТӨРӨ 65-тең аръяғына сығаИҢ ХӘҮЕФҺЕҘ ТРАНСПОРТ ТӨРӨ 65-тең аръяғына сыға
ИҢ ХӘҮЕФҺЕҘ ТРАНСПОРТ ТӨРӨ 65-тең аръяғына сыға

Беренсе троллейбус Стәрлетамаҡта йөрөй башлай

- Андрей Владимирович, предприятиеға 65 йыл…Был һандар ғына түгел, был тарих һәм ҡаҙаныштар. Юбилейығыҙҙы ниндәй уңыштар менән ҡаршылайһығыҙ?.

- Беҙҙең өсөн 65 йыллыҡ юбилей - ҙур ғорурлыҡ, сөнки Стәрлетамаҡ Башҡортостанда беренсе троллейбусты 1961 йылдың февралендә, хатта Өфөгә ҡарағанда ла иртәрәк, эшләтеп ебәреп, беренсе булып юл аса. Был датаға беҙ ҡаланың иң эре ташыусыһы статусында киләбеҙ. Бөгөн беҙҙең идаралыҡ дөйөм оҙонлоғо 100 километрҙан ашыу булған берҙәм үҫешкән ҡала транспорты селтәрен тәшкил итә. Төп уңыш - ваҡыт үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, Стәрлетамаҡта тотороҡло, ышаныслы һәм экологик яҡтан таҙа транспорт булып ҡалабыҙ. Ҡала халҡының уңайлылығын тәьмин итеү өсөн көн һайын тиҫтәләгән техника берәмеге линияға сыға. Юбилейға беҙҙең автопарк 10 яңы уңайлы «Паз Вектор Next» автобустары менән тулыланды, был беҙгә автобус ташыу секторын да ышаныслы үҫтерергә мөмкинлек бирә.

            Тәжрибә йәштәргә туранан-тура тапшырыла

 

- Бөтә уңыштарҙың нигеҙендә кешеләр тора. Предприятие кем менән ғорурлана? Хеҙмәт династиялары ла барҙыр, моғайын. Өлкән быуындың тәжрибәһен йәштәр ҡабул итәме?

- Кешеләр - беҙҙең төп капиталыбыҙ. Стәрлетамаҡ троллейбустар идаралығы МУП-ы  коллективы 500-гә яҡын юғары класлы профессионалдан тора: улар-водителдәр, кондукторҙар, диспетчерҙар, слесарҙар, ремонтлаусылар, контакт селтәрҙәренең электромонтерҙары. Беҙ баштан уҡ идаралыҡ булдырған ветерандарыбыҙ менән дә ғорурланабыҙ. Беҙҙә хеҙмәт династияларының ныҡлы традициялары бар, ата-әсәләр артынан депоға балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре эшкә килә. Мәҫәлән, Матвеевтарҙың дөйөм стажы 120 булһа, Ноздриндарҙың – 153 йыл. Был предприятиеға тоғролоҡтоң иң яҡшы күрһәткесе. Тәжрибә туранан-тура тапшырыла: һәр йәш водитель йәки слесарь тәжрибәле остазға беркетелә. Беҙҙең уҡыу үҙәгендә яңы кадрҙарҙы үҙебеҙ өйрәтәбеҙ, уларға һөнәр нескәлектәрен, хеҙмәтләндереү мәҙәниәтен һәм, иң мөһиме, хәрәкәт хәүефһеҙлеге дисциплинаһын тапшырабыҙ.

Эш көнө башланғансы…

 

- Беҙ көн һайын троллейбус һәм автобус пассажирҙары булып торабыҙ, сифатлы хеҙмәттәр, уңайлыҡтар менән файҙаланабыҙ. Ә бының артында ҙур хеҙмәт тора бит. Һеҙҙең предприятиеның ғәҙәти эш көнө нимәнән башлана?

 - Пассажирҙар айсбергтың түбәһен генә күрә: таҙа салон һәм руль артындағы водитель. Ысынлап та, беҙҙең предприятие - ул ҡалала тәүлек әйләнәһенә эшләгән айырым ҡала. Ҡала йоҡлаған саҡта депола эш ҡайнай. Иртә таңдан водителдәр һәм кондукторҙар мотлаҡ медицина тикшереүе үтә. Оҫталар ( мастерҙар) һәр узелдың техник торошон тикшерә, электриктар хәрәкәт итеүсе составты ҡарай, йыйыштырыусылар салондарҙы тәртипкә килтерә. Бер үк ваҡытта тәүлек әйләнәһенә электр монтерҙары бригадалары дежур итә, улар тартыу подстанцияларының һәм контакт селтәренең километрҙарының төҙөклөгөн күҙәтә. Көндөҙ диспетчерҙар маршруттарҙа хәрәкәтте реаль ваҡытта көйләй, юл хәленә оператив яуап бирә. Һәм тик төндә, һуңғы рейстар депоға ҡайтҡас ҡына, киләһе көнгә әҙерлек башлана.

Һанлы технологиялар менән эш итәләр

- Эшегеҙҙә яңы технологиялар ҡабул итәһегеҙме?

- Әлбиттә, модернизацияһыҙ алға хәрәкәт итеү мөмкин түгел. Беҙ пассажирҙарҙың уңайлылығы һәм эште контролдә тотоу өсөн цифрлы технологияларҙы әүҙем индерәбеҙ. Беренсенән, беҙҙең бөтә транспорт ГЛОНАСС навигация системаһына тоташтырылған. Ҡала халҡы троллейбустарҙың һәм автобустарҙың хәрәкәтен мобиль ҡушымталар аша реаль ваҡыт режимында күҙәтә  һәм туҡталышҡа килеү ваҡытын аныҡ белә ала. Икенсенән, беҙҙә электрон юл хаҡын түләү системаһы индерелгән. Пассажирҙар социаль, транспорт, банк карталары йәки смартфондар менән иҫәпләнә ала, был ултырыу процесын күпкә тиҙләтә. Бынан тыш транспорт картаһын Онлайн ВашБилет системаһы аша тулыландырырға мөмкин. Шулай уҡ яңы техника моделе беҙгә заманса дизайн, узелдар һәм видеокүҙәтеү системаһы менән килә.

 Автопарк яңыртыла

- Техника менән тәьмин итеүҙә ҡыйынлыҡтар бармы? Кадрҙар менән хәлдәр нисек тора?

Ауырлыҡтар бар, һәм беҙ улар тураһында асыҡтан-асыҡ белдерәбеҙ. Бөтә ил буйынса транспорт тармағы хәҙер ауыр ваҡыттар кисерә. Техникаға килгәндә, хәрәкәтсән составтың туҙыуы — даими күренеш. Троллейбустар даими капиталь ремонт һәм яңыртыу талап итә. Бәхеткә күрә, республика һәм ҡала етәкселеге ярҙамы менән автопаркты яйлап яңыртырға мөмкин. Икенсе киҫкен һорау-кадрҙар. Беҙ даими рәүештә троллейбус һәм автобус водителдәренә, квалификациялы слесарь-электриктарға һәм токарҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Йәмәғәт транспорты водителе һөнәре ғәйәт ҙур яуаплылыҡ һәм сыҙамлыҡ талап итә. Беҙ рәсми эшкә урынлашыу, тотороҡло эш хаҡы, тулы социаль пакет һәм уҡыу үҙәгендә стипендия түләп, бушлай уҡыу тәҡдим итәбеҙ.

Ҡала транспорты туҡтаһа – ҡала тормошо ла туҡтаясаҡ…

- Һеҙҙең эш нимәнән ғибәрәт?  Һеҙ был юлды оҙаҡ һайланығыҙмы?

- Минең өсөн был вазифа ғына түгел. Ә Стәрлетамаҡта йәшәүсе һәр кеше алдында ҙур шәхси яуаплылыҡ. Мин идаралыҡта етәксе урынбаҫары булып эшләп, оҙон юл үттем, шуға күрә деполағы һәр винтикты һәм һәр хеҙмәткәрҙе шәхсән беләм. Ҡала транспорты - Стәрлетамаҡ инфраструктураһының мөһим өлөшө. Әгәр беҙ туҡтаһаҡ, ҡала тормошо туҡтаясаҡ. Һинең көндәлек эшең меңәрләгән кешегә ваҡытында эшкә, мәктәпкә, дауаханаға йәки ғаиләһенә ҡайтырға ярҙам итә икәнен аңлау - иң көслө стимул. Мин был һөнәрҙә, сөнки  ҡалабыҙҙы яратам һәм үҙ эшемдең ысын,һиҙелерлек һөҙөмтәһен күрәм.

Байрам уңайынан

- Әгәр һеҙ ҡала халҡына бер генә теләк әйтә алһағыҙ, был нимә булыр ине? Һәм, әлбиттә, коллегаларығыҙға теләктәр.

- Ҡала халҡына тәү сиратта үҙ-ара ихтирамлы һәм изге мөнәсәбәттә булырға, хәүефһеҙ юлдар теләйем. Зинһар, иртә таңдан йәки насар һауа торошонда һеҙҙе алып барыусыларҙың хеҙмәтенә һаҡсыл ҡарағыҙ. Транспортыбыҙҙағы һәр сәйәхәт һеҙгә тик уңайлылыҡ һәм яҡшы кәйеф килтерһен! Ә хеҙмәттәштәремә, «Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына эшкә тоғролоҡ, сабырлыҡ һәм аварияһыҙ эш өсөн тәрән рәхмәт белдерәм. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тотороҡлолоҡ, ғаилә именлеге һәм иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем. Тыуған ҡалабыҙ сәскә атһын! Юбилей менән!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар: Идаралыҡ сәхифәһенән.

ИҢ ХӘҮЕФҺЕҘ ТРАНСПОРТ ТӨРӨ 65-тең аръяғына сыға
ИҢ ХӘҮЕФҺЕҘ ТРАНСПОРТ ТӨРӨ 65-тең аръяғына сыға
ИҢ ХӘҮЕФҺЕҘ ТРАНСПОРТ ТӨРӨ 65-тең аръяғына сыға
ИҢ ХӘҮЕФҺЕҘ ТРАНСПОРТ ТӨРӨ 65-тең аръяғына сыға
ИҢ ХӘҮЕФҺЕҘ ТРАНСПОРТ ТӨРӨ 65-тең аръяғына сыға
ИҢ ХӘҮЕФҺЕҘ ТРАНСПОРТ ТӨРӨ 65-тең аръяғына сыға
ИҢ ХӘҮЕФҺЕҘ ТРАНСПОРТ ТӨРӨ 65-тең аръяғына сыға
Автор:Римма Галимова
Читайте нас