

Яңы зонаға 18 мең квадрат метрҙан ашыу бүленәсәк. Эшкәртеүселәр раҫлауынса, буласаҡ бассейн һыу өҫтө майҙаны буйынса илдә иң ҙур бассейн була ала. Проектҡа шулай уҡ сауналар, ял итеү зоналары, пальмалар менән майҙан һәм концерт майҙансығы индерелә. Һыу өҫтөндә 3D-шоу күрһәтеү өсөн LED-экран ҡуйырға йыйыналар. Бынан тыш, авторҙар тропик дауыл һәм төньяҡ нурҙарын имитациялауҙы күҙаллай. Әлегә былар барыһы ла пландарҙа ғына бар - төҙөлөш һәм асыу ваҡыты билдәләнмәгән.