

Конкурс РФ Хеҙмәт министрлығы, РФ Президенты Хакимиәте ҡарамағындағы Балаларҙы яҡлау буйынса вәкәләтле вәкил аппараты, РФ Йәмәғәт палатаһы һәм Бөтә Рәсәй “АТАЙҘАР СОЮЗЫ” йәмәғәт ойошмаһы ярҙамы менән уҙғарыла.
Конкурсҡа 1000-дән ашыу эш тәҡдим ителгән. Жюри комиссияһы Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән – Донецкиҙан алып Мурманскиға тиклем, Удмуртиянан алып Хакасияға тиклем йәмғеһе 22 еңеүсене билдәләгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы атай ғына түгел, остаз, яҡлаусы, ярҙамсы һәм ирҙәр тәрбиәһе өлгөһө булып тора.
“Күп балалы атайҙар – Рәсәй терәге” номинацияһында Стәрлетамаҡтан өс бала атаһы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса хеҙмәткәре Наил Флүр улы Мөхтәров еңеүсе булды.
Наил Флүр улын һәм уның татыу ғаиләһен ҡотлайбыҙ!
Екатерина ЯКОВЛЕВА.
Фотолар “Стерлитамакский рабочий” гәзите сайтынан алынды.