Бөтә яңылыҡтар
Яңы йыл табынына
24 Декабрь 2018, 13:45

Кириешки менән салат

Кириешки менән салатТиҙ һәм еңел әҙерләнә торған туҡлыҡлы салат. Беренсе ҡатҡа – һаламлап турап, 200 грамм ыҫланған тауыҡ ите, икенсеһенә – 200 грамм помидор, өсөнсөһөнә – ҡытай кәбеҫтәһе, ҡырғыстан үткәрелгән ҡаты сыр, иң өҫкө ҡатҡа сырлы кириешки һалырға. Һәр ҡатҡа майонез яғыла.

Туҡлыҡлы салат
Был салат ябай ғына булһа ла, бигерәк тәмле килеп сыға! Эшләүе лә еңел генә.
Тауыҡтың түш итен бешереп алабыҙ ҙа (300 грамм) шаҡмаҡлап турайбыҙ. Уға 4 йомортҡа, 3 бәрәңге, 3 кишер, бер һуған, 2 тоҙло ҡыяр турап һалабыҙ. 1 банка йәшел борсаҡ (150 грамм тирәһе), тәменә ҡарап тоҙ, майонез һалып бутайбыҙ. Өҫтән зәйтүн емеше менән биҙәргә мөмкин.
"Беренсе ҡар" салаты
Яңы йыл табыны өсөн тәмле һәм үҙенсәлекле салат эшләргә тәҡдим итәбеҙ.
400 грамм бешкән тауыҡ итен турарға, 100 грамм грек сәтләүеген ваҡларға. 100 грамм сырҙы, 3 бешкән йомортҡаны ҡырғыс аша үткәрергә кәрәк. Ризыҡтарҙы 150 грамм майонез менән бутап, салат һауытына өйөп һалырға.
Салат өҫтөнә урталай ярылған виноград емештәрен һалып сыҡҡас, 80 грамм ҡырғыс аша үткәрелгән ҡаты сырҙы һибергә. Биҙәлгән салат ҡар менән ҡаплана башлаған ер өҫтөн хәтерләтәсәк.
Читайте нас в