Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
18 Сентябрь 2018, 15:02
Сөмбөлә байрамы
Сөмбөлә – әбейҙәр сыуағы ваҡытында үткәрелә торған көҙгө байрам. Көҙ яҡынлашһа, кешеләр Сөмбөлә байрамына әҙерләнә башлаған. Элек уңыш байрамында күбеһенсә ир-егеттәр ҡатнашҡан. Улар ҡырға сығып, ҙур байрам ойошторған, ат сабыштары уҙғарылған, батырҙар билдәрен көрәштә һынаған. Ҡорбан итеп йылҡы, һыйыр малын салғандар, оло инәй-олатайҙарҙан фатиха алғандар, Ер-әсәгә уңыш өсөн рәхмәт әйткәндәр. Тора-бара был йола ярайһы уҡ үҙгәрештәр кисергән, байрамда ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр генә ҡатнаша башлаған. Улар кендек инәләренә бүләктәр биреп, ололарҙан фатиха алған. Байрамдың иң сағыу өлөшөнөң береһе булараҡ, Сөмбөләне һайлау традицияға инеп киткән. Бик матур ҡыҙҙы Сөмбөлә итеп кейендереп, майҙанға алып сыҡҡандар. Уға береһенән-береһе сетерекле, көтөлмәгән һорауҙар бирелгән. Мәҫәлән: “Балтамы, беҙме?” – тип һорағандар. Сөмбөлә: “Балта!” – тиһә, көҙ һалҡын буласаҡ, боҙҙо балта менән дә вата алмаҫһың, тигәндәр. “Беҙ!” – тиһә, көҙ йылы буласаҡ, боҙҙо беҙ менән тишергә мөмкин буласаҡ, имеш. Йор телле Сөмбөлә аптырап ҡалмаған, барыһына ла яуап биргән. Уның һүҙҙәрен төрлөсә юрап, көҙҙөң нисек килерен белергә тырышҡандар. Сөмбөлә үҙе лә, уның һары сәстәре лә көҙҙө, алтын башаҡтарҙы хәтерләткән. Һәм уны шулай кейендергәндәр ҙә. Сөмбөлә – сөмбөл сәсле ҡыҙ тигәнде аңлата. Сөмбөл һүҙе ғәрәпсә “һары сәс”, “башаҡ” мәғәнәһендә икән.
Сөмбөлә – әбейҙәр сыуағы ваҡытында үткәрелә торған көҙгө байрам. Көҙ яҡынлашһа, кешеләр Сөмбөлә байрамына әҙерләнә башлаған.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?