Ашҡаҙар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
7 Декабрь 2018, 14:50

Республикала тәүге тапҡыр Балан байрамы

Балан һүҙен ишеткәндә, бала саҡтың яҡты хәтирәләре иҫкә төшә, суйын сүлмәктә бешкән балан күҙ алдына килә. Эйе, балан – ул беҙҙең бала саҡ ризығы. Табында ҡаҙы, ҡымыҙ, ҡорот, бал кеүек ризыҡтарыбыҙ менән бер рәттән урын алырға тейешле хан һыйына торошло милли ризыҡтарыбыҙҙың береһе һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә йәштәр араһында лайыҡһыҙ рәүештә онотолоп бара... Әлбиттә, баланды маҡтап күп шиғырҙар яҙылған, йырҙар яҙылған, гәзит-журналдарҙа баландың файҙаһы тураһында әллә күпме мәҡәләләр баҫылып тора. Тик эш һөйләүҙән ары әллә ни йыраҡ китмәй шул.

Әгәр беҙ баланды үҙебеҙҙең көндәлек тормошобоҙҙа ҡулланып ҡараһаҡ, уның ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген аңлауы ҡыйын түгел. Халҡыбыҙҙың яратҡан милли ризығын яңынан халыҡҡа ҡайтарыу маҡсатында Стәрлетамаҡ ағинәйҙәр ҡоро республикала берен-селәрҙән булып Балан байрамы үткәрергә булды. Һәм байрам, ысын мәғәнәһендә, оло бер йыйынға әүерел-де. Ҡунаҡҡа Стәрлетамаҡ, Ишембай, Ғафури, Стәрлебаш, Федоровка район-дарынан, Мәләүез, Салауат ҡалаларынан да ағинәйҙәр килгәйне.

Ағинәйҙәр Балан байрамы үткәрергә тип, ҡала мәҙәниәт бүлегенә бина һорап барғас, Зөфәр Сәғетдин улы бер аҙ икеләнеп ҡуя. Ни тиһәң дә, бындай байрам әлегә бер ҡайҙа ла үткәрелгәне юҡ бит. Башта китапханала үткәреп ҡарарға тәҡдим итә. Идея бар, тимәк, тормошҡа ашырырға ғына ҡала. Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Вәсилә Халиҡова шунда уҡ дәртләнеп, ҡалабыҙҙың төрлө ойошмаларына мөрәжәғәт итә. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, ти халыҡ. Шөкөр, беҙҙең Стәрлетамаҡ халҡы берҙәм бит ул – һәммәһе лә, идеяны бер төптән күтәреп алып, дәррәү эшкә тотона, һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Иң беренсе 62-се балалар баҡсаһы коллективы ярҙамға килә. Тәүҙә икеләнеберәк кенә башланған эш бына шулай киң ҡолас ала. Ҡунаҡтарҙы ҡурай моңо аҫтында сәк-сәк, балан һыуы менән ҡаршылауҙан башлап һәр сығыш, һәр әйтелгән һүҙ – барыһы ла юғары кимәлдә булды.



Ағинәйҙәрҙең һәр ҡайһыһы баландан ғына түгел, башҡа бик күп төрлө ризыҡтар әҙерләп, ҡунаҡтарҙы ҡаршылау өсөн урын-еренә еткереп әҙерләнергә тырышҡанлығы асыҡ күренеп тора. Халҡым тип йән атҡан көслө рухлы табип Сафура апай Шафиҡованың баландың дауаһы тураһындағы сығышы – һәммәһе лә кәрәкле, һәммәһе лә үҙ урынында!



Милләтебеҙ күрке булған Ил инәһе Мәрйәм апай Солтанова, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире, Башҡортостан ағинәйҙәренең арыу-талыу бел-мәҫ етәксеһе Гөлфиә Янбаева, “Аҡбуҙат” журналы мөхәррире Тамара Юлдашева, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы хәбәрсеһе Альмира Кирәева кеүек ҡунаҡтарҙың килеүе йыйынға йәнә мәртәбә өҫтәне. Улар, әлбиттә, буш ҡул менән килмәгән, Мәрйәм апай үҙе ижад иткән һәм башҡа йырҙар-ҙы башҡарып хайран итте. Тамара Искәндәриә (Юлдашева) хатта Балан байрамына арнап махсус шиғыр ҙа яҙып алып килгән. Һәр саҡ эҙләнеүсән, тынғы белмәҫ Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы:

– Был тәрбиәүи сара ағинәйҙәр йырлап-бейеп кенә йөрөй тигән фекерҙе юҡҡа сығарҙы, - тине һоҡланыуын йәшермәйенсә. – Ҡайһы берәүҙәр: “Әле миңә ағинәй булырға иртәрәк, ваҡыты еткәс, ҡушылырмын”, – тип уйлай. Ә ниңә беҙгә “Аҡһылыуҙар” ҡоро ойоштормаҫҡа?”, – тигән аҡыллы тәҡдимен дә әйтте ул.

Ысынлап та, Ағинәйҙәр, Аҡһаҡалдар янына йәш быуын да ҡушылһа, тимәк, быуындар бәйләнеше дауам итә тигән һүҙ бит. Программала йәш быуындың да ҡатнашыуы тап ошоға ишара ла инде. Дүрт-биш кенә йәшлек балаларҙың (Раушания һәм Айбулат Мансуровтар) халыҡ алдына сығып бейеүе бер яҡтан байрамды йәнләндереп ебәрһә, икенсе яҡтан, ошо балалар оло быуын вәкилдәре менән аралашып, йолаларҙы үҙ күҙҙәре менән күреп үҫә. Бына ҡайҙан башлана ул ағинәйлек бурыстары! Стәрлетамаҡ ул һәр йәһәттән үҫешкән, башҡаларға өлгө булырҙай мәҙәни ҡала булды һәм әлеге байрам ошоға асыҡ дәлил булып тора. Рәил Лоҡмановтың “Торатау” бейеү ансамблендә шөғөлләнеп, ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән 3-сө гимназия уҡыусыларының сығышы ғына ла үҙе ни тора!

Беҙҙең халыҡтың ниндәй генә ауыр замандар-ҙа ла юғалып ҡалмайынса, киң күңелле, ихлас, самими булып ҡала белеүен йәнә бер тапҡыр раҫланы был байрам. Хәйер, күңел һыйһа... нимә тиҙәр бит. Абдулҡадир Инан исемендәге милли китапхананың беренсе ҡатында һәр кем балан ҡушып әҙерләгән ризыҡтарҙан бынамын тигән мул табын әҙерләп, туҡһанға яҡын ҡунаҡты һыйларға ла форсат табылды.

– Иң беренсе оло рәхмәтебеҙ үҙебеҙҙең ағинәйҙәребеҙгә, һәр ваҡыт яҡты сырай менән ҡаршылап торған китапхана мөдире Нәзифә Иҫәнғужинаға, беҙҙе ҙурлап килгән ҡала мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Зөфәр Зиннәтуллинға, өс тиҫтәгә яҡын йылдар 62-се балалар баҡсаһын етәкләп, көслө милли рухлы балалар тәрбиәләгән Земфира Ибраҡоваға, ошо мөҡәддәс эште хуплап, ярҙам ҡулы һуҙған Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Йосоповаға, ҡала ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Зөлфиә Йәғәфәроваға, матди яҡтан ярҙам күрһәткән бағыусыбыҙ Флүрә Абдрахмановаға һәм, әлбиттә, алыҫ араларҙы яҡынайтып килеп еткән барса ҡунаҡтарға оло рәхмәтемде белдерәм, – тине ошо сараның әйҙәүсеһе һәм режиссеры Вәсилә Халиҡова байрам һуңында. Уның һүҙҙәрен ҡеүәтләп, ошо ҙур ҙа, яуаплы ла эшкә тотонорға йөрьәт итеп, ағинәйҙәребеҙҙе йондоҙ итеп балҡытҡан Вәсилә апайҙың үҙенә лә оло рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә генә ҡала.

Роза ҠОБАҒОШОВА.


Фотоһүрәттәрҙе беҙҙең галереяла ҡарарға мөмкин.
Читайте нас: