Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
2 Апрель 2019, 13:30

Йола тотҡан – хур булмаҫ

Тыуған илен яратҡан, уның йолаларын, милли байрамдарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам иткән кеше генә үҙ иленең ысын улы һәм ҡыҙы була ала. Халҡыбыҙҙың милли байрамдары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре – ул халҡыбыҙҙың үткәне һәм бөгөнгөһө, ә шул традицияларҙы һаҡлап ҡалыу – беҙҙең изге бурысыбыҙ. 62-се балалар баҡсаһында башҡорт халҡы байрамдары үткәреү йолаға әйләнде. Наурыз байрамы ла гөрләп үтте.

«Ниндәй байрам һуң ул Наурыз?» - тигән һорауға балалар, ул яҙ байрамы, тип яуаплайҙар. Ысынлап та, борон йыл яҙ башынан башланған тигән фекер йәшәгән. Балалар был байрамға арнап, башҡорт телендә шиғырҙар һөйләне, дәртләнеп «Яҙ килә», «Гөрләүек» тигән йырҙарҙы башҡарҙылар. Селлә бабай, Наурызбикә, саҡырылмай ҡалған Шүрәленең илап ки-леп инеүе кескәйҙәрҙең кәйефен күтәр-мәй ҡалманы. Үҙ биләмәләрен ҡалдыры-рға теләмәгән Селлә бабай Наурызбикә менән көс һынашты, «Арҡан тартыу», «Йомортҡаны төшөрмә», «Йәшерәм яулыҡ» уйындары бик сәмле барҙы. 10-сы төркөм балалары башҡорт көйөнә «Косилка-молотилка» бейеүен бейеһә, 6-сы төркөм ҡыҙҙарының күбәләктәр, сәскәләр булып осоп йөрөп бейеүҙәре күңелдәрҙе шатландырҙы. Яҙ яҙлығын итте, Селлә бабай еңелеп, Наурызбикәгә үҙ биләмәләрен ҡалдырырға мәжбүр булды. Байрам һуңында Наурызбикә балаларҙы тәмлекәстәр менән һыйланы һәм: “Донъялар тыныс булһын, зәңгәр күкте ҡара болот ҡапламаһын, үләндәр һәр саҡ йәшел булһын, игендәр мул уңыш бирһен”, – тигән теләктәр теләп һаубуллашты. Беҙ барыбыҙ ҙа Наурыз мөбәрәк булһын, тыуған Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын, телебеҙ бөтмәһен, рәхәтләнеп туған телебеҙҙә, башҡорт телендә һөйләшеп йәшәргә яҙһын тигән теләктә ҡалабыҙ.
Гәүһәр МИРХӘЙҘӘРОВА,
Гөлшат ҒӘЗИЗОВА,
62-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.
Читайте нас: