Исеме боронғо төрки «нар» (нур) һәм «дуған» (тыуған) һүҙҙәренән килеп сыҡҡан. Йәғни Нур тыуған, Ҡояш тыуған тигәнде аңлата. Борон замандарҙа атай-олатайҙарыбыҙ оҙон-оҙаҡ төндәрҙә ҡояшҡа мөрәжәғәт иткәндәр. “Нар туған, беҙгә йөҙөң менән борол инде!” тигәндәр, көндәр оҙая башлағас ҡояш кешеләрҙе тыңлап йөҙө менән борола икән, тип уйлағандар һәм шуға ышанғандар. Ҡышҡы Нардуған декабрҙең 22-һендә башланып, бер аҙна дауам иткән. Борон-борондан килгән был байрамды һәр халыҡ үҙенсә билдәләгән.
Ҡышҡы Нардуған 21 декабрҙән 25-енә тиклем ҡояштың торошона арналған байрам итеп үткәрелә. Ҡыш булыуына ҡарамай, берәй иркен йортта йыйын йыялар. Йыйынға һәр кем үҙ өлөшөн тотоп килә: итен, ҡаҙы-ялын, майын, һалмаһын, ярмаһын - барсаһын. Сапҡынсылар, бала-саға өйҙән-өйгә хәбәр тарата, теләк теләй, теләкте урамда ла әйтеп йөрөйҙәр:
Нар, нар, нарына,
Бәхет бирһен барына.
Мал-тыуарың түл йәйһен,
Бала-сағаң ит ейһен!
Малың ашһын ҡуранан,
Ашың ашһын буранан!
Илең, йортоң һил булһын,
Күңелегеҙ киң булһын!
Өйгә инеп, шулай тигәс, өй хужалары, үҙҙәре ни ашаһа, теләкселәргә лә шунан өлөш бирә. Өйҙән сығыр саҡта йәнә һамаҡлағандар:
Нар, нар, нарына,
Рәхмәт һеҙгә барына!
Малдарығыҙ түл йәйһен,
Барсағыҙ ҙа ит ейһен;
Һөтлө булһын бейәгеҙ,
Уҡлы булһын йәйәгеҙ;
Мәргән булһын уғығыҙ;
Барға сыҡһын юғығыҙ,
Малығыҙ ашһын ҡуранан,
Ашығыҙ ашһын буранан;
Ил-йортоғоҙ һил булһын,
Йәннәттәргә тиң булһын.
Әйҙә, амин тотайыҡ,
Йортоғоҙҙо ҡотлайыҡ!
Шулай тип доға ҡылалар ҙа:
"Нар, нар, Нардуған,
Нардуғанға бар, туған", —
тип саҡырып китәләр.
Йыйын булған йорт эсендә һый бөтөүгә тышта төрлө уйын уйнала (ҡар бәрешеп уйнау, көрәш, тауҙан тәгәрәшеү һ.б.), ҡарттар урам буйлап тәкбир әйтеп уҙа. Аулаҡ йортта ҡыҙҙар йондоҙнамә аса, фал һала - кейәүгә сығырҙарын, кемгә барырҙарын юрай. Иртәгәһен өйҙән-өйгә ҡунаҡҡа йөрөшөү башлана. Байрам ике-өс көнгә, аҙнаға һуҙыла. Бер-береңде ҡунаҡҡа саҡырып һыйлау, йыр-моң мәжлестәре үткәреү "саҡырышыу" тип аталған.
Ҡышҡы уйындар тынысыраҡ үткән, сөнки был мәл Тәбиғәттең ваҡытлыса үлгән мәле һаналған. Шуға күрә "кис ултырыуҙар", "аулаҡ өй"ҙәрҙә төрлө йыр, уйын ойоштороп, әкиәт, ҡарһүҙ һөйләгәндәр. Батырҙар, ҡаһармандар хаҡында һөйләү, йырлау кешегә көс йыйырға, ваҡытлыса көсһөҙ булған тәбиғәт ҡеүәтен арттырыуға булышлыҡ иткән. Борон йылҡынан ҡорбан салынған, бар халыҡ бергә йыйылып һыйланған.