«Өләсәйемдең һандығы эсенән уйындар» исемле ҡышҡы уйындар саф һауала ихлас үтте. Кескәйҙәр ҙә, өлкәндәр ҙә һандыҡ эсендә ятҡан уйындар менән танышып, уларҙа ҡатнашып күңел асты. Иң зирәктәр һәм әүҙемдәр бүләктәр ҙә ото алды. Бына бит өләсәйҙең һандығында күпме уйындар һаҡланып ятҡан булған. Сарала 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты тип, яҙа ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.