Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
22 Ғинуар 2020, 17:15

«Ашъяулыҡ» фестивалендә ҡатнашырға саҡыралар

Башҡортостандың Әбйәлил районында VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында «Ашъяулыҡ» башҡорт аш-һыуы фестивале ойошторола. Ул 13 февралдә Асҡар ауылының Үҙәк майҙанында була.

Ҡатнашыуға Башҡортостанда эшмәкәрлек алып барған бөтә йүнәлештәге башҡорт аш-һыуы оҫталары һәм йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары белгестәре саҡырыла.
Фестивалдә айырым номинациялар буйынса конкурстар үткәрелә: ит ризыҡтары конкурсы; һөт ризыҡтары конкурсы; эсемлектәр конкурсы; ҡамыр аштары конкурсы; онотолған милли ризыҡтар рецептары конкурсы; тамашасылар һөйөүе призы.
Ризыҡты тәбиғи ингредиенттарҙан ғына бешерергә кәрәк. Аш-һыуҙы әҙерләп бөтөү һәм өҫтәлде биҙәү өсөн командаларға бер сәғәт ваҡыт бирелә. Экспозиция өҫтәлгә ҡуйыла һәм һайлап алынған башҡорт милли аш-һыуы тематикаһына ярашлы биҙәлә. Өҫтәл менән таныштырғанда йыр-моң, декорациялар, милли атрибутика, кейем-һалым хуплана. Конкурстың положениеһы менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.
Фестивалде ойоштороусы – Әбйәлил районының Мәҙәниәт һәм ял үҙәге. Сара башҡорт милли ризыҡтарының үҙенсәлектәрен популярлаштырыу, иң шәп аш-һыу әҙерләүселәрҙе асыҡлау, милли аш-һыу әҙерләүҙең яңы технологиялары менән таныштырыу, йәмәғәт туҡланыуы өлкәһе белгестәренең һөнәри оҫталығын камиллаштырыу һәм эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, ризыҡ төрҙәре ассортиментын киңәйтеү маҡсатында уҙғарыла.
Ғаризалар 11 февралгә тиклем [email protected] электрон адресына ҡабул ителә.
Башинформ.
Читайте нас: