Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
22 Ғинуар 2020, 20:10

Йола тотҡан – хур булмаҫ!

Башҡорттарҙа йолалар уларҙың тарихи тамырҙарына, ышаныуҙарына, белеменә һәм үҙҙәрен уратып алған донъяны аңлы ҡабул итеүҙәренә бәйле быуаттар дауамында барлыҡҡа килгән. Тарих дауамында синфи йәмғиәткә тиклемге ҡоролошто, социалистик үҫеш этабын, капиталистик ҡоролошто үтеү - быларҙың барыһы ла халыҡ йолаларына үҙенсәлек өҫтәгән. Һеҙҙең иғтибарығыҙға ғалимдарҙың, тикшеренеүселәрҙең ғилми хеҙмәттәренә таянып яҙылған һәм башҡа сығанаҡтарҙан алынған ҡайһы бер йолаларҙы тәҡдим итәбеҙ.

Ололарға хөрмәт
Башҡорт ғаиләләрендә олатай һәм оләсәйҙәргә айырым ихтирам күрһәткәндәр. Башҡорттар ата-бабаларының исемдәрен ете быуынға тиклем һәм, мөмкин булһа, унан да күберәк белергә тейеш, тип иҫәпләнгән.
Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, төрлө байрамдар ойоштороу, көсөргәнешле хәлдәрҙе көйләп ебәреү һ.б. ололар өлөшөнә төшкән. Йәштәр һәр эштең уңышлы барып сығырына уларҙан фатиха алған.
Балаларға мөнәсәбәт
Балаларға һөйөү, ғаиләне ишәйтеү теләге башҡорттарҙа ғәҙәти күренеш. Баланың тәбиғи юл менән донъяға килеүе күп төрлө йолалар менән оҙатылған. Йөклө ҡатындарҙың бар теләктәрен үтәргә тырышҡандар, улар ауыр эш эшләүҙән баш тарта алған. Уларға, йөклө саҡта, йәмһеҙ нәмәләргә ҡарау тыйылған - тик матур күренештәрҙе генә күрергә тейеш булғандар. Бала тыуған ваҡытта атай кешенең бала тыуыуына ҡыуаныу йолаһына иғтибар биргәндәр. Атай кеше «Тиҙерәк еңел ҡотол, ҡатыным». Бала табыусы ҡатын алдында буш тоҡ һелкеткәндәр, уны тиренән яһалған буш һауыт менән һуҡҡылағандар. Атай кешене тәүләп һөйөнсөләүсегә бүләк биргәндәр. Ғаиләлә бишек туйы тип аталған йола байрамы башланған. Башҡорттар үҙ йолаларын балаларына тапшырған. Балаларына тыуыу ваҡытын белдергән исем ҡушыу ҙа башҡорт йолаларының береһе: Кинйә, Кинйәбикә, Ейәнсура һ.б.
Ҡунаҡсыллыҡ
Башҡорттарҙың йомартлығы һәм ҡунаҡсыллығы үҙенсәлекле. Улар саҡырылған ҡунаҡтарға ла, саҡырылмай килгәндәренә лә берҙәй алсаҡлыҡ күрһәткәндәр. Саҡырылмаған ҡунаҡтарға башҡорттар айырыуса хөрмәт күрһәткәндәр. Уларҙың уйынса, өйгә инеүсе ҡиәфәтендә Хоҙай Тәғәлә үҙе, йә Уның тарафынан ебәрелгән пәйғәмбәр булыуы мөмкин. Шуға ла, килеүсегә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтмәү, уны ҡундырып сығармау оло гөнаһ тип иҫәпләнгән. «Хоҙай ризығын шайтан ғына йәлләй», — тигән башҡорт мәҡәле лә бар. Ҡунаҡ килгәс, башҡорттар, иң яҡшы ризыҡтарынан өҫтәл әҙерләргә тотонғандар. Ҡунаҡҡа өс көн буйы хөрмәт күрһәтелгән. Башҡорт, һыйыры ҡыҫыр ҡалһын өсөн, өҫтәленә һөт аҙыҡтары ҡуйырға, үҙҙәре әҙерләгән һөт ризыҡтарын ҡунаҡтарына ашатырға тейеш. Ҡунаҡтарға аш алдынан, итле аштан һуң, ҡайтыр алдынан ҡулын йыуыу мотлаҡ һаналған. Ашарҙан алда ауыҙ сайҡауҙы ла тейешле тапҡандар. Хушлашҡанда ғәҙәти генә бүләктәр биреүҙе лә урынлы күргәндәр. Хужа кеше, табындағы ризыҡтар менән һыйлана алмаған имсәк балаһы булһа ҡарғамаһын, тип, айырыуса ярарға тырышҡан.
Башҡорт Википедияһы.
Читайте нас: