Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
1 Февраль 2020, 11:15

БАШҠОРТ ҠЫҘЫ ОБРАЗЫ НИНДӘЙ?

Гәзиткә ошондай хат булғайны: “Мәскәүҙә йәшәүсе бер милләттәш шундай һорау бирҙе: — Башҡорт ҡатын-ҡыҙы образы бармы ул, булһа – ниндәй?

Икенсе милләт ҡыҙына өйләнеп, байтаҡ йылдар Мәскәүҙә йәшәп, балалары менән сит телдә аралашып йәшәп ятҡан егеттәребеҙҙең береһе ине ул. Ахыры, аҡылына килеп, уйлана башлаған был, үҙенекен тартыу ошо һорауҙы тыуҙырғандыр, тип уйлап, ғорур яуап бирҙем:
— Бар, әлбиттә!
— Ә ниңә мин уларҙы башҡаларҙан айыра алмайым? Бер башҡорт ҡыҙына: “Ниңә кейәүгә сыҡмайһың?” тип һораһам, “Миңә тигән ир тыумаған әле!” тип бик эре сирттерҙе. Ошомо башҡорт ҡатын-ҡыҙы образы? Ир-егетте һанға һуҡмаған, ирҙәрҙән алда хәбәр һөйләгән, ирҙәрҙең ирлеген һанламаған башҡорт ҡатыны буламы? Хәҙер бит күберәк шундайҙарҙы ғына осратаһың...
Мин милләттәш менән бәхәсләшеп бер-нисә һүҙ әйтеп өлгөрҙөм, әммә ул минең ауыҙҙы ябыр дәлил килтерҙе:
— Иллене уҙғас, урыҫ милләттән булған ҡатыным менән талаш-тартыш башланды. “Башҡорт ҡатынына етмәйһең инде!” тип ҡысҡырҙым бер талаш ваҡытында. Ҡатыным өйгә бер башҡорт әхирәтен алып ҡайта башланы. Бергәләп эстеләр, һүгенәләр, былар саманан ашып китте. Аҙаҡ ҡатыным:
— Башҡорт ҡатындарын минән яҡшыраҡ тип уйлай инең, күрҙеңме инде? – тине. Шулай рәхәтләнеп үс алды минән...
Ысынлап та, беҙме был?”

ОБРАЗ ЭҘЛӘГӘНДӘ...
“Башҡорт ҡыҙы образы ниндәй?” тигән бер кәлимә фекерҙе уҡығас, бер аҙ аптырап ҡалдым. Ниңә ул әллә ҡайҙағы Мәскәүҙә йәшәгән мәрйәнең фекере беҙҙе борсой һәм хатта башҡорт ҡатын-ҡыҙы образына күләгә төшөрә ала? Уның башҡорт әхирәте эскесе, әҙәпһеҙ икән, тимәк уның үҙ кимәле лә шулай ғына. Кеше бит, ғәҙәттә, кимәлдәш, фекерҙәш булғандар менән яҡынлаша. “Дуҫыңдың кем икәнен әйт, мин һинең кемлегеңде әйтәм” ти бит мәҡәл дә.
Шулай уҡ ул “милләттәш”тең илле йәштетеп тә башҡорт ҡатын-ҡыҙы образын белмәгәне аптырата. Кемдән тыуҙы икән һуң ул? Имеҙеп үҫтергән әсәһе, апай-һеңлеләре, бергә үҫкән, уҡыған иптәш ҡыҙҙары, ауылдаштары булманымы икән? Әйтерһең ҡатыны алып ҡайтҡан эскесенән башҡа милләттәш ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрмәгән, белмәгән.
Эйе, башҡорт ҡыҙҙары ҡырыҫ. Эйе, улар ҡаты. Әммә милләтте милләт булараҡ та тап ана шул ҡырыҫлыҡ һаҡлай бит һуң. Улар башҡаса була алмай, ҡандары, аңдары, булмыштары шулай. Ҡырыҫлыҡ бит башҡорт ир-егетендә лә етәрлек. “Башҡорт атын маҡтар, этен маҡтар, ҡатынын маҡтамаҫ” тимәгән дә инде юҡҡа ғына. Ҡырыҫ башҡорт ҡатынынан ҡыҙ ҙа тыуа, ул да тыуа һәм улар бер-береһен ҡырыҫлыҡта ғәйепләй булып сыға инде...
Бер яҡтан мин ул ағайҙың хәлен аңлайым. Ул икенсе милләт ҡатыны менән, бигерәк тә үҙенән характеры менән көслө һәм буйоһоноп бармаҫ урыҫ милләтле ҡатын менән йәшәп, үҙ-үҙен юғалтҡан. Сит менталитетлы, сит ғөрөф-ғәҙәтле кеше уны, тәбиғәт балаһы булған башҡортто, баҫҡан. Йәшерәк саҡта һөйөү, унан балалар, донъя тип кеше онотолғандай була ла, олоғая бара, алда һанағандарҙың тартыу көсө кәмегәс, асылына ҡайта, ғәҙәттә. Ә ысынында уның аңы барыһын да яҙып бара. Сит телдә һөйләшеү, балаларҙы сит телдә иркәләү, үҙ йолаларыңа иғтибарһыҙлыҡ, ата-әсәңә, туғандарыңа ҡыр итеп ҡарауҙы тойоп, һиҙеп йәшәү, сит аш, сит мөнәсәбәт, кеше үҙе аңламаһа ла, йылдар ағымында һине юғары аң менән тоташтырып торған милли үҙаң тигән торбаға юшҡын булып ултыра бара. Һәм көнө килеп етеп, инде әмәл ҡалмағас – шартлай. Шартламаған хәлдә был халәт йомшағыраҡтарҙы эскегә этәрә, ҡыйыуыраҡтар айырылыша, ҡайһыларҙы эстән ашап бөтөрә. Образ эҙләгән ағайҙың хәле бөгөн, минеңсә, шул сама. Ул үҙенең хатаһын күрергә, ғәйебен танырға оялыпмы, уңайһыҙланыпмы ғәйепте башҡорт ҡыҙы образына япһара.
“Ир-егеттәрҙе һанға һуҡмаған, ирҙәрҙән алда хәбәр һөйләгән, ирҙәрҙең ирлеген һанламаған башҡорт ҡатын-ҡыҙы буламы?” тигән һорау ҙа ҡуйыла мәҡәләлә. Минеңсә, аҡылы теүәл булған бер ҡатын да иренән күберәк эшләргә, ауырыраҡ йөк йөкләргә, ҙурыраҡ проблемаларҙы хәл итергә ынтылып тормай. Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ ир-егеттән көтөп-көтөп тә көтөп ала алмағанда тотона, алға сыға, иңенә өҫтөрәй. Әле лә булдыҡлы ир-егеттең ҡатыны йә йорто, балалары менән генә булыша, йә эшкә лә күңел өсөн генә йөрөй. Ирҙе еңәйем дә, шәп булып күренәйем, тимәй бер ҡатын да. Ғаиләһендә тәртип ҡуя белгән, эшләгән, эсеп йонсотмаған иргә ҡатын-ҡыҙ буйоһона бит ул. һәр заманда ла шулай булған, бөгөн дә шул. Һәр хәлдә мин белгән һәйбәт ғаиләләрҙә шулай.
Образға килгәндә иһә, үҙ милләте менән донъя көткән, уның менән ниндәйҙер ғүмер юлы үткән кеше образ эҙләмәй. Ул инде был образдың яҡшы яҡтарын да, кәмселектәрен дә, һөйөр һәм һөймәҫ сифаттарын да белә. Ул бары быға күнә йәки күнмәй. Шул ғына.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
Читайте нас: