Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
3 Февраль 2020, 21:50

ЯУЛЫҠТЫ ХӨРМӘТ ИТЕҮ

“Аҡ яулыҡлы инәйҙәрем, һеҙҙе һағынам” тип аталған баш аҫтындағы хат килде редакцияға. Баймаҡ районынан Зөһрә апай яҙа уны. “Олоғая барған һайын, үҙемдән олораҡ булған әбейҙәргә иғтибар итә, уларҙың төҫ-башына күҙ һала башланым” - тип башлана яҙма. “Тик миңә улар оҡшамай, кейемдәре лә, фиғелдәре лә. Элекке инәйҙәр яулыҡлы ине, һәм хатта яулыҡтарын яҙып ебәреп, үңәс-елкәләрен ҡаплап тороп ябына ине.

Иҫәпләп ҡараһаң, күптәренә ул саҡта әле илле йәштәр самаһы ғына булған! Хәҙергеләр 70 -75-тә лә сәстәрен бөҙрәләтеп яланбаш йөрөй. Ул ғына ла түгел, малайҙар прическаһына күсеп бөттөләр. Яулыҡты ла аят-маҙарҙа ғына йөрөтөү йолаһына әйләндереп алдылар. Йәйге күлдәктәрен дә әйтер инем. Инде олоғайғас, бәлйерәгән балтыр, беләк иттәрен былҡылдатып, сирыш үңәстәрҙе асып итәкһеҙ-еңһеҙ күлдәктәрҙә, ағарып-һирәгәйгән башты ялбыратып йөрөү ни төҫтөр? Икешәр метр ситсанан йәки бшҡа тауарҙан тектер уңайлы итеп ике күлдәк, уҙа барһа өсәү – әллә күпегә етә.” Бына ошондай эстәлекле фекер: “Өләсәйҙәр, әйҙәгеҙ, яулыҡлы һәм күлдәкле булайыҡ”, - тигән саҡырыу менән тамамлана.
Ошо тәңгәлдә йыш ҡына кистәрен Салауат Юлаев һәйкәле янына ял итергә сыҡҡан бер әбейҙе хәтерләнем. Ябай ғына оҙон күлдәктә, яулыҡта була ул. Күптәр уға иғтибар итә һәм йыш ҡына хәйер бирергә ынтылалар. Алмай инәй. “Аҡса һорап ултырмайым бит, һеҙҙең кеүек үк ял итеп ултырам”, - тип асыуланып китә. Тик бындай төҫтәге әбейҙәргә өйрәнмәгән халыҡтың реакцияһы ҡыҙыҡ инде, яндарында салбарҙа, яланбаш йөрөгән ҡыҙыл иренле инәйҙәргә төшмәй күҙҙәре, шул матур әбейгә ҡарайҙар ҙа, ниндәйҙер йылы хистәре тыуамы икән – ярҙам иткеләре, ихласлыҡ күрһәткеләре киләме – хәйер һоналар. Йәғни, әбейҙең тыйнаҡ, инсафлы төҫө үҙе үк йәшерәк быуында яҡлауға, изгелек ҡылыуға ынтылыш уята. Йәштәребеҙ ҙә өйрәнмәгән – ҡалайтаһың, улар был тойғоно хәйер һоноуҙа ғына сағылдыра ала.
Был хат миңә бик оҡшаны, сөнки үҙем дә ошо теманы яҡтырытыу хаҡында уйлап йөрөй инем. Был уй бигерәк тә юлда, концерт-маҙарға, осрашыуҙарға барғанда килеүсән. Шундай урындарҙа оло апайҙарға ҡарап ултырып әсенгәндә. Беҙҙең әлеге оло быуын ҡатын-ҡыҙы коммунистик идеялар нигеҙендә тәрбиәләнгән, ғүмер иткән. Уларҙың аңында революция, азатлыҡ, хөрриәт һәм башҡа төшөнсәләр тап ана шул яулыҡ ташлау, сәсте ҡырҡыу, уҡыу кеүек конкрет хәлдәр, тарихи йәшәйеш аша формалашҡан. Бер хәл дә итеп булмай, был күп йылдар дәүерендә инде беҙҙең ҡанды ярайһы ағыулап өлгөргән һәм быға улар ғәйепле лә түгел. Бөгөн килеп ана шул быуынды ҡапыл яулыҡлы итеү, баштарын ҡаплатыу уларҙың иркен сикләү кеүек. Был үҙенә күрә психологик барьер. Апайҙар әхлаҡ нормаларына һыймағандан түгел, ә аңдары икенсе төрлө ҡалыплашҡанға килә алмай яулыҡҡа. Мәҫәлән, ул ғүмер буйы уҡытыусы булып яланбаш йөрөгән дә, ни өсөн ҡартайғас ҡына үҙ принциптарына ҡаршы килергә йәки яһалмаланып китергә тейеш әле? Ул бер ниндәй тәртип тә боҙмай, яулыҡлы күптәрҙән төҙөрәк тормош юлы үткән, хеҙмәт иткән әле! Һәм башҡалар...
Был тәңгәлдә яулыҡтың, ҡатын-ҡыҙҙың башын ябыуының ер, космос, инәлек энергияһы, дин һәм башҡа фәлсәфәләр аша аңлатып тороу ҙа урынһыҙҙыр. Ә асылда, бөтөн был белемдәр ҙә ошо тәңгәлдә бер яҡлы. Әлеге хәҡиҡәтте аңлар хәлдәге оло кеше (оло ғына ла түгел, әммә беҙҙең һүҙ тап ололар хаҡында) үҙе лә яйлап яулыҡҡа тартылалыр.
Беҙ икенсе яғын – иң ябай яғын ғына ҡарайыҡ. Быуындар араһындағы айырмалыҡты сағылдырып торған өлөшөн генә. Мәҫәлән, автобусҡа күлдәкле, яулыҡлы инәй килеп инә икән, иманым камил, һикереп тороп урын бирәсәктәр. Ә бриждилағы, яланбаш, буянған әбейгә иғтибар итеүсе булмаҫҡа ла мөмкин. Бөгөнгө йәштәрҙең аңлап ҡабул итеүгә ҡарағанда күреп ҡабул итеү функцияһы яҡшыраҡ үҫешкән. Был ҡалала ғына түгел, ауылда ла, ғөмүмән бөтә ерҙә лә шулай. Хатта бала ла әсәһен яулыҡ ябынғас ҡына ысынлап оло кеше итеп ҡабул итә башлай бит. Яулыҡтағы әбейгә ҡарата уның һөйөүе лә, йәлләүе лә, ихтирамы ла икенсе төрлөрәк булып китә.
Тағы ла бер яғы – бөгөнгө йәмғиәт етәкселегендә, эш урындарында, урамда осраған яулыҡлы апайҙарға беҙҙең дә ҡараш та, мөнәсәбәт тә башҡараҡ бит. Ҡарап торһаң, ҡупшы ғына итеп, костюмдарына, күлдәктәренә иш итеп, прическаларына ҡулайлаштырып түбәләрен, толомдарын ҡаплап яулыҡ һалған апайҙар бар ул. Ә инде яулыҡтарын яҙып та, ҡайырып та, өскөлләп тә ябынған, уны үҙҙәренең бер характер һыҙаты итеп ебәргән әбейҙәргә һүҙ ҙә юҡ! Нимә генә тиһәң дә, беҙҙең аңда ла, ҡанда ла “яулыҡты хөрмәт итеү” тигән ҡанун юғалмаған.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
Читайте нас: