Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
5 Февраль 2020, 15:20

Башҡорттарҙа тыйыу-тыйылыуҙар

Башҡорттарҙың үҙҙәрен тотошонда тыйылыуҙар күп. Мәҫәлән, ҡышын ер йоҡлай, шуға был ваҡытта уны ҡаҙырға ярамай, оҙаҡ ятыуҙан ергә береккән ташҡа тейергә ярамай.

Һул ҡулды ауыр ҡул, тип иҫәпләгәндәр. Шуға ниндәйҙер эшкә изге башланғыс һәм еңел эшләнеш юрап, уң ҡулдан тотонғандар: ризыҡ өләшкәндә лә, ризыҡ ашалып бөткәс тә хужа аш йәки аҙыҡ һалынған һауыттарҙы уң ҡулы менән таратҡан һәм алған. Ә һул ҡул менән, мәҫәлән, һемгергәндәр. Зыянлы тылсымға эйә, тип иҫәпләнгәнлектән, ҡатындарға ирҙәрҙең (хатта малайҙарҙың) юлын арҡыры үтеү, мәсеткә йөрөү, зыяратҡа барыу тыйылған. Мәсеткә ингәндә, һәр башҡорт, башҡа мосолман кеүек үк, тупһаны уң, ә сыҡҡанда - һул аяғы менән ашаҡлап сығырға тейеш. Мәсеттәрҙә ишектәрҙе ябыу, бысраҡ майлы шәмдәр ҡулланыу, бәләкәй балаларҙы килтереү һ.б. тыйылған. Ашауға ҡағылышлы тыйыуҙар: иҫерткес эсемлектәр эсеү, сусҡа ите һәм үләкһә ите ашау, икмәкте бысаҡ менән телеү (һындырып ашарға ҡушылған), ике бармаҡ менән аҙыҡ тотоу (кәмендә — өс бармаҡ). Ураҙа айында көндөҙ ризыҡ ҡабул итеү һәм эсеү, хатта төкөрөк йотоу ҙа харам тип иҫәпләнгән. Ауырыуҙар һәм балаларҙан башҡалар, ваҡытында ураҙа тота алмаһа, башҡа ваҡытта ғәмәлләргә тейеш булған.
"Башҡорт халыҡ йолалары" йыйынтығынан.
Читайте нас в