Был йола изгеләрҙән һаналған, сөнки ҡунаҡҡа килгән туғандар, күршеләр менән мәрхүм туғандарҙы иҫкә алғандар, ырыу-заттың именлеген, яҡты киләсәк теләп, әруахтарға мөрәжәғәт иткәндәр. Баш итенән ауыҙ итер алдынан барлыҡ әруахтарға, мәрхүм туғандарға аят бағышлағандар. Аят һуңынан хәйер таратыла.
Өҫтәлгә баш итен сығарып ҡуйғас, ауылдың хөрмәтле ир кешеһе баш итен яңаҡ һөйәгенән айырып, аҫҡы, өҫкө өлөштәргә бүлеп ҡунаҡтарға өлөшләп тарата. Башты киҫәктәргә бүлгәндә һәр кемгә тәғәйен өлөш сыға. Яңаҡ һөйәге янындағы һум итте хужаға һалалар, ә тел менән ҡолаҡ ите һәр кемгә бирелергә тейеш булған. Һәр өлөштөң дә үҙенең символик мәғәнәһе бар. Мәҫәлән, тапҡыр һүҙле, йомшаҡ телле кешегә телдән өлөш сығаралар, күҙе насарырыаҡ күргәндәргә күҙ майы, ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булғандарға ҡолаҡ кимерсәге һалына.
Баш итен ашаған саҡта матур теләктәр әйтелә: "Малың ишле булһын, малдың ҡото китмәһен!" тип теләй.
Ит ашалып бөтөүгә өҫтәлгә һалмалы һурпа килтереп ултыртыла.
“Ите – иткә, һурпаһы - биткә” тиеп, бер-береһенә һаулыҡ теләп һурпа эсәләр. Һурпа эсеп бөткәс, хужаларға теләктәр теләйҙәр: “Тояҡлы малығыҙ ишле булһын”, “Күк үләнгә имен аяҡ баҫыуы, малдар теүәл генә йөрөһөн”, “Бер баш мал урынына, ике баш мал тыуһын”, “Малың ишле булһын, ҡото китмәһен”, “Алдағы йылға тиклем теүәл булайыҡ” һәм башҡа матур теләктәр әйтелә.
Өҫтәлдән аш һауыттары йыйып алынғас, ашҡа хуш ителә.
Быларҙың бөтәһен дә йола, йола үтәү, йола атҡарыу тиҙәр.