Ашҡаҙар
+17 °С
Облачно
Йолаларыбыҙ
10 Апреля 2020, 07:55

Алда – ураҙа айы: әҙерләнә башлайыҡ

Иншаллаһ, 23 апрель кис, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы башлана. Ошо кистә бөтөн донъя мосолмандары оло һөйөнөс менән мә­сеттәргә килеп, йәс­тү­ҙән һуң беренсе тә­рә­үих намаҙын уҡый. Был ғибәҙәтте иман йортона күмәкләп йыйылып атҡарыу – ҙур сауаплы ғәмәл, тиелә динебеҙҙә. Аманатты тотоп, изге Рамаҙанды бергәләп ҡаршыларға яҙһын, иншаллаһ!

“Эй, иман килтергән һөйөклө бәндә­ләрем! – тиелгән Ҡөрьәндә. – Һеҙгә ураҙа ғибәҙәте фарыз ител­де, тәҡүәлек ҡы­лы­ғыҙ”. Ошо бойороҡҡа ярашлы, Рамаҙанда һәммәбеҙ ҙә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшергә ынтылырға тейешбеҙ. Мәғлүм ки, изге айы­быҙ емеш-еләккә бай йәй кеүек: ҡушылған ғәмәлдәрҙе үтәгән әҙәм балаһы мул сауап ала. Раббыбыҙ ҡылған изгелектәргә рәхмәтте арттырып бирә.

Рамаҙан – тәрбиә мәктәбе. Унда фарыз ителгән ғәмәлдәр дөрөҫ йәшәү юлын күрһәтә. Әйтәйек, “Кем дә кем ураҙа тотоп та ялған һүҙҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел”, – тигән пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сә­ләм. Ғөмүмән, Исламда һәр нәмәне уйлап һөйләү зарурлығы тәҡрар ителгән. “Мосолмандың иң күркәм сифаттары шул: мәғә­нәле, аңлайышлы, кешенең күңелен ҡырмаҫлыҡ итеп һөйләр, ә инде кемдер һүҙ тота икән, уны матур итеп тыңлай белер”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ.

Бөгөн өҫтәлдәребеҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, ашамлыҡтан һығылып тора. Аслыҡ, һуғыш йылдарында көн иткәндәр кеүек бер һыныҡ икмәккә зар булып йәшә­мәйбеҙ, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә, балалары­быҙ ҙа туҡ. Ошо муллыҡтың ҡә­ҙе­рен белергә өйрәтә изге Ра­маҙан. Ураҙа тотҡан әҙәм балаһы­ның күңеле йомшара, ул мохтаж­дарға, сирлеләргә ҡарата иғти­барлыраҡ, мәрхәмәтлерәк була башлай. Көндө ризыҡһыҙ үткәр­гән кеше шулай уҡ һаулыҡтың, ваҡыттың, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә, Аллаһ Тәғәлә тарафынан булдырылған тормош­тоң асылына, мәғәнәһенә нығы­раҡ төшөнә.

Төрлө миҙгелдәге ауырлыҡ­тарға һылтанып, бәғзеләр ураҙа тотмаҫҡа тырыша. Ә боронғолар, Рамаҙан ниндәй генә ваҡытҡа – бесән, ураҡ мәленәме, селләгәме – тура килмәһен, тейешле ғәмәл­де мотлаҡ үтәгән. Әҙәм балаһын юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәлә беҙҙең хәлде яҡшыраҡ белә бит: ураҙаны Рамаҙанда фарыз иткән икән, бурысты бер нигә ҡарамай атҡарыу зарур. Бында әҙәм балаһы аңлап етмәгән хикмәттәр ҙә барҙыр. Әйтәйек, кеше төрлө ауырлыҡ­тарға, һынауҙарға әҙер булырға тейеш. Мәҫәлән, асы­ғырға тура килер. Ура­ҙа тотоп өйрәнгән кеше был һынауға би­решмәҫ, ауырлыҡты бүтәндәргә ҡарағанда еңелерәк үткәреп ебә­рер. Бына шундай ҙур тәрбиә мәктәбе ул Рамаҙан.

Ураҙаны нисә йәш­тән тота башларға мөм­кин? Ҡыҙ бала – туғыҙ, малай кеше 12-13 йәштән бәлиғ һа­нала. Ныҡ өлкән йәш­тәге­ләргә, әгәр һау­лы­ғы мөмкинлек бир­мәй икән, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙа­ҡаһы бирә алалар. Был аҡсаны мәсеткә һа­лырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәр­биәләнгән бала өсөн тапшырырға мөмкин. Ризыҡлата биреү ҙә рөхсәт ителә. Шуны белеү фарыз: был ура­ҙаны һатып алыу ти­гәнде аңлатмай. Ғибә­ҙәтте һәр кем үҙе үтәргә тейеш.

Хәҙер, мәғлүм ки, ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр диабеты һәм башҡа сирҙәр киң таралды. Кем дә кем, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың ҡаршы тө­шөүенә ҡолаҡ һал­ма­йынса асығып йө­рөй, һөҙөмтәлә ауырыуы көсәйә йә организмына башҡа төрлө зарар килә икән, уның ура­ҙа­һының сауабы булмай. Быны диндар­лыҡ түгел, ә Хоҙай күр­һәткән юлдан сит­кә тайпылыу тип аңларға кәрәк.

Раббыбыҙҙың рәх­мәтен алыу юлында һәр бере­беҙгә тәҡүәлек, сабырлыҡ, сы­ҙам­лыҡ насип әйләһен. Аллаһ Тәғәлә ураҙа­быҙҙы, ғибәҙәт­тә­ребеҙҙе ҡабул итһен, һәр ғаиләгә рәхмәтен, бә­рәкәтен насип ҡыл­һын, доға­ларыбыҙ яуап алһын, иншаллаһ. Изгелек игеп, яҡшы эштәр баш­ҡарып, мәрхәмәтлек, шәфҡәт­лелек күрһәтеп, тормо­шобоҙҙо нурға күмәйек.

Етеп килгән изге Рамаҙан айын лайыҡлы ҡаршылайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр!
Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА әҙерләне.
Читайте нас