Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
14 Сентябрь 2020, 19:20

"Ошо доғаны ҡабатлаһаң, Аллаһ Тәғәлә һорағаныңды бирер..."

Тыумышым менән Башҡортостанданмын. Ҡазан кешеһенә кейәүгә сыҡтым. Тормошобоҙ ал да гөл ине. Ғаилә бизнесын булдырҙыҡ. Бер ҡасан да аҡсаға интекмәнек, етеш йәшәнек. Ҡыҙғаныс, ысын байлыҡтың аҡсала түгел икәнен һуңыраҡ аңланым.

Бизнесыбыҙ сауҙа менән бәйле ине. Кеше талап байыманыҡ. Барыһын да үҙ көсөбөҙ менән булдырҙыҡ. Ваҡытында ауыр сумкалар күтәрергә, һалҡында оҙаҡ ваҡыт урамда тороп туңырға ла тура килде. Әкренләп күтәрелдек, тора-бара барыһы ла яйланды.
Ҡазан ҡалаһы ситендә ике ҡатлы коттедж һалдыҡ. Ике балабыҙҙы аяҡҡа баҫтырҙыҡ. Улар сит илдә уҡыны. Балаларға фатир алып бирҙек. Һәр беребеҙ яҡшы машиналарҙа йөрөнө. Йылына ике тапҡыр диңгеҙгә ял итергә барыу беҙҙең өсөн ғәҙәти хәл ине.

Инде хаҡлы ялға сығам тип хыялланып йөрөгәндә барыһының да аҫты өҫкә килде. Бик ҡаты ауырып киттем. Башта, уҙыр әле тип, табипҡа күренмәнем. Һуңыраҡ миндә яман шеш барлығы асыҡланды. Табиптар: “Өмөт юҡ, һуңға ҡалғанһығыҙ”, – тине. Бына шул саҡта күҙҙәрем асылды да инде. Сәләмәтлек булмағас, мал-мөлкәттең бер кәрәге лә юҡ икән.
Балалар сит ил табиптары менән бәйләнешкә инеп, мине Германияға алып барҙы. Коттеджды ике бүлмәле фатирға алмаштырырға тура килде. Ул саҡта балалар, ирем мин иҫән ҡалһын өсөн барыһын да эшләргә әҙер ине. Уларға рәхмәт. Операция кисерҙем. Реабилитация курстары уҙҙым. Намаҙға баҫтым. Бына инде алты йыл йәшәйем. Аллаһҡа рәхмәт. Раббым биргән ғүмерҙе тура юлдан тайпылмайса уҙырға насип булһын.

Доғаларҙың көсө бик ҙур. Мәсеттә бер хәҙрәт миңә доға өйрәткән ине. Бик кәрәк ваҡытта ун мәртәбә шуны ҡабатлаһаң, Аллаһ Тәғәлә һиңә һорағаныңды бирер, тигәйне. Хәҙер ҙә шул доғаны ҡабатлап йөрөйөм: “Хәсбиаллаһу үә ниғмәл үәкилү, ниғмәл мәүлә үә ниғмән нәсыйру, ғуфранәкә раббәнә үә иләйкәл мәсыйр”.
Гонаһтар күп булып, игелекле ғәмәлдәр юҡ икән, Аллаһ шул гонаһтар кисерелһен өсөн бәлә-ҡаза бирә, ти. Мин дә шулай һыналғанмындыр. Доғаларҙы күңелдән гел уҡып йөрөргә кәрәк. Балаларыма ла өйрәтмәгәнемә үкенәм. Хәҙер уларҙы ейәндәремдән ҡабатлатам. Ауырлыҡ килгәндә өмөттө өҙмәгеҙ. Намаҙға баҫығыҙ, Ҡөрьән уҡығыҙ. Аллаһ ауырлыҡтан һуң һәр саҡ еңеллек бирә. Шөкөр итеп йәшәйек.
(Ҡазан ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙҙың “Ирек майҙаны” гәзитенә яҙғанынан).
Фото: yahoo.com
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: