Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
14 Сентябрь 2020, 13:47

Республикала «Тамға» башҡорт милли кейемен тегеүгә арналған конкурс ойошторола

Башҡортостанда «Тамға» башҡорт милли кейемен тегеүгә арналған халыҡ-ара конкурс ойошторола. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Халыҡтың үҙенсәлекле мәҙәниәтенең сағылышы булараҡ милли кейем» түңәрәк өҫтәлендә хәбәр итте. Форум Башҡортостан Республикаһында Милли кейем көнөн билдәләү барышында уҙҙы.

Конкурстың маҡсаты — халыҡ традицияларын һаҡлау һәм башҡорт миллли кейеменә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. Конкурс «Башҡорт милли кейеме» брендын булдырыу, башҡорт милли кейемен тегеү өлкәһендәге һәләтле оҫталарҙы асыҡлау һәм ярҙам күрһәтеү, халыҡта башҡорттарҙың милли кейеме традицияларын өйрәнеүгә, һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу талаптарына яуап бирә.
Сараны йыл да уҙғарыу күҙ уңында тотола. Унда биш номинация була, уларҙа 18 йәштән өлкән оҫталар, костюмдар буйынса рәссамдар, башҡорт милли кейеме дизайнерҙары ҡатнаша.
Тәүге конкурсҡа йомғаҡ 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөндә яһала.
Башинформ.
Читайте нас: