Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
14 Сентябрь 2020, 21:25

Сулпыларын сылтыратып сыҡты ағинәйҙәр Ҡуштауға

11 сентябрҙә Башҡортостанда милли кейем көнө билдәләнде. Стәрлетамаҡта ла ошоға бәйле саралар ойошторолдо.

Ҡала хакимиәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Стәрлетамаҡта 80-гә яҡын милләт вәкиле йәшәй.
"Милли кейемдәр күрһәтеү байрамы Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда ойошторолдо. Унда «Тавах», «Туған моңдар», «Ашҡаҙар нағыштары», «Эрке» милли ансамблдәре, «Ҡояшҡай» хореографик ансамбле һәм башҡалар ҡатнашты.
Улар башҡорт, татар, рус, сыуаш, украин, мордва, немец, йәһүд, эстон һәм Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың милли кейемдәрен күрһәтте.
Милли кейем көнөнә арналған саралар шулай уҡ онлайн форматында ла үтте. Стәрлетамаҡ картиналар галереяһы М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының туй күлдәге тураһындағы видеофильмды тәҡдим итте. Акцияла ҡатнашырға теләгән һәр кем милли кейемдә төшкән фотографияларын #МойНациональныйКостюм, #МиллиКостюм хэштегтары менән социаль селтәрҙәргә һалды. Әйткәндәй, иң ҡыҙыҡлы һүрәттәр 2021 йылдың фотокалендарендә урын аласаҡ.
Әйткәндәй, был матур сараға Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре лә ҡушылды – улар Ҡуштау битләүенә күтәрелеп, еребебеҙҙе, телебеҙҙе, халҡыбыҙҙы данлап, шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы.
Роза САФИНА.
Читайте нас: