Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
24 Ноябрь 2020, 21:15

Фаяз ЙОМАҒУЖИН: “ТУҒЫҘЫНСЫ БЫУЫНҒА ТИКЛЕМ АТА-БАБАЛАРЫМДЫ ЮЛЛАЙ АЛДЫМ”

Халҡыбыҙҙың бөйөк мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев: “Башҡорт өсөн түбәндәге өс нәмәне белеү мөһим: тамырҙарыңды; йондоҙҙарҙы исемдәре менән белеү һәм аңлатыу, бөйөк хандар тураһындағы риүәйәттәрҙе һәм хикәйәттәрҙе белеү”, – тигән. Ырыу шәжәрәһен ете быуынға тиклем белеү башҡорт халҡында элек-электән мотлаҡ һаналған һәм беҙҙең көндәргәсә килеп еткән матур йола. Шәжәрәләр быуындан-быуынға төҙөлә килгән, ҡат-ҡат күсереп яҙылған, балаларға, балаларҙың балаларына, ейәндәргә, бүләләргә тапшырыла килгән.Шуныһы һөйөнөслө, һуңғы йылдарҙа кешеләрҙең тарихи тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныуы арта бара. Бынан утыҙ-ҡырҡ йылдар элек үҙ шәжәрәһен, бер-нисә быуын ата-бабаһын белеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ булһа, хәҙер иһә йыл да шәжәрә байрамдары үткәрелә һәм улар йылдан-йыл яңы балҡыштар менән байытыла бара. Шөкөр, ошо юҫыҡта тәрәнтен эҙләнгән шәхестәр ҙә бар арабыҙҙа. Билдәле журналист, публицист, яҙыусы, тарихсы, тиҫтәләгән китаптар авторы Фаяз Фуат улы ЙОМАҒУЖИН менән ошоға бәйле әңгәмә ҡорҙоҡ.

БАШҠОРТТАР БЕРЕНСЕ ТАПҠЫР ИҪӘП АЛЫУҒА 1795 ЙЫЛДА ҒЫНА ЭЛӘГӘ
Фаяз, белеүемсә, һин боронғо Стәрлетамаҡ, уның кешеләре, ғөмүмән, республикабыҙҙа йәшәгән, йәшәп киткән шәхестәр тураһында бихисап китаптар баҫтырып сығарҙың. Шуның менән бергә, шәжәрәләр менән дә ҡыҙыҡһынаһың. Был темаға ҡасан ҡыҙыҡһыныу уянды, ғөмүмән, ҡасан тотондоң?
Тарих менән бала саҡтан уҡ ҡыҙыҡһына башланым. 1990 йылда билдәле тарихсы Салауат Таймаҫов менән ошо темаға һөйләшкәндә, ул миңә Өфөләге К.Маркс урамында урынлашҡан Башҡортостан Үҙәк тарих архивына барырға кәңәш итте. Ул ваҡытта БашДУ-ның журналистика факультетында уҡып йөрөй инем. Сессияла булғанда буш ваҡытымды гел архивта уҙғарҙым.
Архивтағы материалдар аша халҡыбыҙҙың, ауылдарыбыҙҙың, ҡалаларыбыҙҙың тарихын өйрәнә башланым.
– Нәҫелегеҙҙең ырыу ағасын да төҙөгәнһең. Уның нигеҙендә бик ҙур тырышлыҡ талап иткән хеҙмәт ята. Ғөмүмән, шәжәрәне юллау өсөн ниндәй сығанаҡтарға таянырға тура килә?
– Йыш ҡына минән нисек итеп шәжәрә төҙөү тураһында һорашалар. Иң башта ҡарттарҙан, әбей-бабайҙарҙан белешергә, шунан инде төбөнә төшөп өйрәнә башларға кәрәк, минеңсә. Ҡайһы бер осраҡта ауыл архивтарында йорт кенәгәләрен табып, шунан да өйрәнергә була. Әммә улар беҙҙең көндәргәсә бик һирәк кенә һаҡланып ҡалған. Шунан һуң ниндәй иҫәп алыуҙар һаҡланғанлығын белешергә сират етә.
Беренсенән, интернетта 1917 йылғы (август айында уҙғарылған) иҫәп алыу тураһында мәғлүмәттәр табырға була. Октябрь революцияһына тиклем, Ваҡытлы хөкүмәт осоронда, Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу уҙғарыла. Уны табырға була.
Бер нисә йыл элек һәр ырыуҙың китабы сыҡты. Үҙем Юрматы ырыуы вәкиле, шуны әйтергә теләйем: шулар араһында Юрматы ырыуының ике томлыҡ китабы бар. 1917 йылғы иҫәп алыуҙың йорт башына булған карточкалары шул китапҡа ингән. Был танытмаларҙа йорт хужаһының фамилияһы, исеме, атаһының исеме, йәше, ғаилә ағзаларының йәше күрһәтелгән. Нисә дисәтинә ере бар, унда нәмә сәселгән, нисә баш малы барлығы ла күрһәтелгән. Хатта һөт айыртыу өсөн сепараторы бармы-юҡмы икәнлеге тураһында ла мәғлүмәттәр бирелгән.
Йәнә лә бер сығанаҡ – ул Ырымбур мосолман дини собраниеһының ауыл мәсеттәре метрика кенәгәләре. Әйтәйек, унда Стәрлетамаҡ өйәҙен табаһың. Метрика кенәгәһендә дүрт бүлек бар: 1-се бүлек – шул йылда кемдәр тыуған, нисә кеше, ҡасан тыуған, ата-әсәһенең исеме. Был кенәгәлә 2-се бүлек – никахлашыу тураһында, кейәүҙең исеме, кәләштең исеме, шаһиттарҙың исеме, күпме ҡалым бирелгән – ошо турала ғәрәпсә яҙылған мәғлүмәттәр бирелгән. Уҡый башлаһаң, бик ҡыҙыҡ та, табышлы материал да ул.
3-сө бүлек – айырылышыуҙар тураһында булһа, 4-се бүлектә – кем үлгән, кемдең улы, атаһының исеме, нисәнсе айҙа үлгән, номеры, нисә йәштә үлгән, ҡасан үлгән, нилектән үлгән – бөтә теүәллеге менән мәғлүмәтәр бирелгән. Төп сығанаҡ – ошолар инде.
Архивтарҙа тағы ла 1920, 1926 йылдарҙағы иҫәп алыуҙы ла ҡулланырға була. Әммә унда мәғлүмәттәр бик аҙ бирелгән. Йорт хужаһының фамилияһы, исеме генә – шуның менән бөттө. Ә инде XIX быуатҡа килгәндә, рәүиз мәғлүмәттәре (ревизские сказки) һаҡланған – был шулай уҡ кәрәкле мәғлүмәт.
УРЫҪ ИСЕМЕН ЙӨРӨТКӘН БЕРҘӘН-БЕР БАШҠОРТ АУЫЛЫ
– Үҙеңдең шәжәрә ағасыңдың нисәнсе быуынына тиклем юллап таптың?
– Туғыҙынсы быуынға тиклем ата-бабаларымды юллай алдым, ейәндәрем иһә 11-се быуынын белә тигән һүҙ.
Әммә был мөһим һөҙөмтәгә ирешер өсөн байтаҡ эш башҡарылды. Интернетта “Башҡоростандың тарихи архивы” сайты бар, шунда рәүиз мәғлүмәттәрен табырға була. Тарихи архив 1859 йылдан, йәғни, аҙағынан башлана. Күп архивтар яндырылған. Әйтәйек, Маҡар ауылына (Ишембай районы – авт.) ҡағылышлы 1816, 1834, 1850, 1859 йылғы иҫәп алыуҙар юҡ.
Мәҫәлән, олатайымдың олаталары Ҡәҙерғәли Йомағужа улына ул саҡта ике йәш була. Йәғни, 1848 йылғы. 1834 йылғы иҫәп алыуҙа инде Йомағужа Күсәров тураһында белешмә бар. Ул саҡта уға 17 йәш була. Тимәк, ул 1817 йылда тыуған. Артабан Күсәр Сәйетҡолов олатай, ул 1735-1825 йылдарҙа – 90 йәшкә тиклем йәшәгән. Унан да элеккерәк иҫәп алыуҙар һаҡланмаған.
Әйткәндәй, Маҡар ауылы – урыҫ исемен йөрөткән берҙән-бер башҡорт ауылы. Ауылға Маҡар Аҡшин тигән муҡшы кешеһе нигеҙ һалған (Аҡшин – Муҡшин). Әйткәндәй, Маҡарҙа әле лә Муҡшы араһы, Ҡалмаҡ араһы, Тапау араһы, Көлгөт араһы бар. Характерҙары ла айырылып тора. Тапауҙар электән ҡыҙыу халыҡ булған тип һөйләйҙәр. Өйрәнә башлаһаң, айырылып булмай тарихтан!
Ғөмүмән, шәжәрәңде белеү – ул сығышыңды, тамырҙарыңды, үҙеңде белеү тигән һүҙ. Мин – кем, булмышым ҡайҙан килә, Ғүмер ағасымдың олоно ниндәй, ул дауам итәме – шундай һорауҙарға яуап бирә шәжәрә.
Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА ойошторҙо.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас: