Шәжәрә төҙөү мәсьәләләренә арналған был сарала БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Йосопова, крайҙы өйрәнеү белгесе, Башҡортостан ауылдарының тарихы тураһында бихисап китаптар авторы Ришат Әсмәндиәров ҡатнашты. Билдәле журналист, тарихсы, тиҫтәләгән китаптар авторы Фаяз Йомағужин видеомөрәжәғәттән шәжәрә төҙөү өсөн ниндәй ысулдар менән факттар табырға, архив материалдарын, ауыл, район, ҡала хакимиәттәренең хужалыҡ китаптарын, халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрен файҙаланырға өйрәтте. Хужалыҡ китаптарында, халыҡ иҫәбен алыу эштәрендә ырыу тураһында нисәнсе йылда был ырыуҙа нисә кеше, ҡайҙа тыуған, күпме ере, күпме малы булған мәғлүмәттәрҙе табырға була, тип аңлатты ул.
Конференцияла Ләйсән Йосопова яңы ғына үҙенең Зөбәржәт Хафизова, Оксана Павлова авторлығында сыҡҡан “Шәжәрә: тикшеренеүҙәр, конкурстар, байрамдар ” тигән китабын уҡыусылар ҡарамағына сығарҙы һәм китапханаға ошо китапты бүләк итте.
Ришат Әсмәндиәров иһә шәжәрәне нисек яҙыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Китапханаға Мәләүез районы Смаҡ, Сурағол, Томансы ауылдары кешеләренең ырыуы хаҡында яҙған өс яңы китабын бүләк итте. Был китаптар үҙенең ырыуы өҫтөндә эшләргә теләүселәр өсөн бик файҙалы һәм ҡиммәтле мәғлүмәттәр бирә. Автор ошо китаптарын китапханаға бүләк итте.
Йәш тикшереүсе, 7-се мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы Даниил Сөләймәнов Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Бөйөк Ватан һуғышында фашистарҙы ҡырған Советтар Союзы геройы, танкист Дәйләғи Ноғоманов исеме бирелгән урамдың тарихын һөйләп үтте.
Китапханасы Нәзифә Иҫәнғужина иһә китапхана фондында булған шәжәрә төҙөргә ярҙам иткән китаптар күргәҙмәһе хаҡында һөйләне.
Был фәнни-ғәмәли конференцияның әһәмиәте шунда: ул йәш быуынға үҙ ырыуы, шәжәрәһе тураһында белем ҡеүәһен арттырырға, шәжәрә төҙөүҙә ниндәй мөмкинлектәрҙе файҙаланып эшләргә кәрәклеген өйрәтә.