2021йылға йондоҙнамә нәмә вәғәҙә итә?
2021йыл Металл Үҙеҙ йылы буласаҡ, ул - һөҙөмтәләргә һәм эшһөйәрлеккә йүнәлтелгән маҡсаттарға әкренләп ирешеү символы. Әммә йондоҙнамә зодиак тамғаларына һағыраҡ булырға ҡуша: хис-тойғоларға артыҡ бирелмәгәнең хәйерлерәк, юғиһә кәрәкмәгән эштәр эшләп ташлауың бар.
Астрологияла «Кәзәмөҙөҙ араһы» тигән төшөнсә бар (2019 йылдан 2021 йылға тиклемге осор), уның тамамланыуы «Оло мутация»ға тура килә. Һүҙ Ҡомаҡтың үҙгәреүе - карьерала, мөхәббәттә һәм сәйәхәттә, килеп сыҡҡан хәлдәргә киҫкен яуап биреүсе ҡеүәтле һәм эшһөйәр гигант Үгеҙгә әйләнеүе тураһында бара. Һәм уның йомшаҡлығы шунан тора ла инде: 2021 йылда маҡсаттарға хис-тойғоһоҙ, тыныс ҡына ирешергә кәрәк, юғиһә ниәтләнгән ниәтеңдең һөҙөмтәһе булмауы бар.
2021 йыл – башланғыстар өсөн уңайлы һәм быға тиклем эшләнелә башлаған эштәр өсөн дә уңышлы йыл. Мәҫәлән, йондоҙнамә яңғыҙҙарға үҙ яҙмышын осратырға вәғәҙә итә. Парлыларға уртаҡ тел табырға, үҙ-ара дуҫлыҡты нығытырға булышлыҡ итә.
Астрологтар 2021 йыл башы – ғинуар менән февраль етәкселәр, хеҙмәттәштәр менән араны яйға һалыу өсөн яҡшы осор тип билдәләй. Иң мөһиме, эш - ул эштәгеләр менән туғыҙ сәғәтлек аралашыу ғына түгел, ә хеҙмәт икәнлеген оноторға ярамай. 2021 йыл һеҙҙе эштә бик мәшғүл кеше итәсәк. Йылдың тәүге яртыһында йондоҙҙар һөҙөмтәлелек вәғәҙә итә. Һәм уны йылдың икенсе яртыһында юғалтмау һәм ял итә белеү мөһим, юҡһа стресс, проблемалар һәм башҡа арығанлыҡ эҙемтәләре үҙен һиҙҙереүе ихтимал.
2021 йыл – барыһы өсөн дә үҙгәрештәр йылы. Әммә мөғжизә көтөп ултырырға түгел, ә тырышырға кәрәк. Тырышлыҡ - 2021 йыл символы.
Әгәр 2020-йыл – эш-мәшәҡәттәр менән үтһә, хәҙер беҙ күрәбеҙ: эш нисек үҙгәрә, киләһе йыл йә кеше үҙе нәмә лә булһа эшләргә тейеш буласаҡ, йә тормош уны теге йәки был эшкә этәрәсәк. Был йылда кеше бер юлы тауға ла менергә, диңгеҙ төбөнә лә төшөргә һәм ошо нәмәләрҙе берләштерергә теләй.
Рәсәйҙә иҡтисади үҙгәрештәр өсөн уңышлы осор
Артабанғы 12 ай - Рәсәйҙә иҡтисади үҙгәрештәр өсөн уңышлы осор. 2021 йылдың яҙында илдәге юҡҡа сыҡҡан аҡсаларҙың 15 проценты ҡайтарыласаҡ. Шулай ҙа йыл барыбер ауыр буласаҡ. Был инде металдың ауыр структуралы булыуына бәйле. Ә бына Үгеҙ йылында тыуғандарға тағы ла ауырыраҡ буласаҡ.
2021 йылғы йондоҙнамә буйынса ғаилә һәм сәлмәтлек
Ғаилә беҙҙең өсөн – хөрәфәткә бәйле. Йондоҙнамә буйынса фекер йөрөткәндә, 2021 йылда ғаиләләге өлкән йәштәге кешеләр уйын һүҙҙәр һөйләп, шаяртып алдаштырып, бала аҡыллыға әйләнеп китер, был иһә башҡаларға ыңғай тәьҫир итер, бигерәк тә балаларға.
2021 йылда, йондоҙнамә раҫлауынса, күберәк ваҡытты балалар менән үткәреү яҡшыраҡ, ә ғаиләне ҙурайтыуҙы кисектереп тороу хәйерлерәк. Был бала табыуға ғына түгел, икенсе яртыңды һайлауға ла ҡағыла. Ғаилә ағзалары кескәй генә ярҙамды ла юғары баһалар. 2021 йылда сәләмәтлегегеҙ күбеһенсә үҙегеҙҙән торасаҡ. Йондоҙнамә рухи сәләмәтлеккә иғтибар йүнәлтергә кәрәклекте раҫлай, шул саҡта эштәрегеҙ көйлө барыр.
Икенсе төрлө әйткәндә, 2021йыл – менталь сәләмәтлек өҫтөндә эшләй торған йыл. Йога йәки медитация менән шөғөлләнә башларға кәрәк булыр, ахрыһы. Был стресс кимәлен кәметергә ярҙам итәсәк.
Коронавирус әле 2,5 йыл актив фазала буласаҡ, тип фаразлай белгестәр. 2021 йылдың яҙында хәлдәр яҡшырасаҡ, әммә был кешелектең ситуацияға яраҡлашыуына бәйле булыуы ихтимал.
«Карантин һәм коронавирус кәм тигәндә тағы 2,5 йыл дауам итәсәк. Яҙғыһын хәлдәр бар аҙ йомшарыр. Ғөмүмән алғанда, 2021 йыл һәүетемсә үтәсәк. Беҙ инде хәҙер яраҡлашабыҙ, күнегәбеҙ. Әммә ләкин бер йылдан һуң, сентябрҙә коронавирус тураһында хәбәрҙар буласаҡбыҙ. Ихтимал, медицина [яуаптары]. Дарыуҙар түгел, әммә әлегә беҙ белмәгән ниндәйҙер сер асыласаҡ», - ти астролог Елена Батыр.
Йондоҙнамә Ҡуҙыларға ауырлыҡтар вәғәҙә итә, әммә уңыштар ярҙамында барыһын да еңеп сығырға мөмкин буласаҡ.
2021 йыл Ҡуҙылар өсөн ыңғай яңылыҡтарҙан башлана, ә уңыштар 12 ай буйынса оҙатып йөрөйәсәк. Йондоҙнамәгә ҡарағанда, дуҫлыҡ һәм һөйөү мөнәсәбәттәре яҡшыра ғына барасаҡ. 2021 йыл урталарында Ҡуҙылар алдында карьерала яңы саҡырыуҙар килеп сығасаҡ. Был ваҡытта негатив эмоцияларҙы (кире кисерештәрҙе) контролдә тотҡанда быны үтәй алып буласаҡ. Былай эшләү гел генә һөҙөмтәле булмаҫҡа ла мөмкин.
«Ҡуҙылар йыл аҙағында ғына тынысланасаҡ. Көҙгә тиклем уларға бер аҙ ҡыйын буласаҡ. Ҡайһы эшкә тотонһа ла – ауыр буласаҡ», - тип бүлешә фекере менән астролог Елена Батыр.
Буға йондоҙлоғонда тыуғандар өсөн 2021 йыл - карьерала уңыштар осоро.
Йондоҙҙар Буғаларға һөнәри планда ярҙам итергә вәғәҙә итә. Йондоҙнамә был тамғала шәхси күтәрелеш һәм карьера уңыштары буласаҡ тип вәғәҙә итә. Буғалар бурыстарҙы башҡарыуҙа ижади алымдар табып, шунан ҡәнәғәтләнеү аласаҡ. Шулай ҙа Буғаларға үҙҙәрен ыҙалаусы хәлдәргә юлығырға тура килер. Үҙ-үҙеңде эҙләү мәсьәләһе киҫкен торасаҡ, билдәһеҙлек тойғоһо биләйәсәк.
Игеҙәктәрҙең эше уң барасаҡ – иҫке проблемалар юҡҡа сығасаҡ, ә яңылары һиҙелмәйәсәк тиерлек. Игеҙәктәр өсөн 2021 йыл – үҙенсәлекле бер осор. Быйыл Игеҙәктәргә уңышҡа ирешергә әҙәм ышанмаҫлыҡ уңыштар һәм юлдағы ҡаршылыҡтарҙың көсһөҙлөгө ярҙам итәсәк. 2021йыл – был зодиак тамғаларына иҫке проблемаларға нөктә ҡуйып, барыһын да яңынан башларға мөмкинселек биргән күптән көтөп алынған ваҡыт киләсәк, тиелә йондоҙнамәлә. Игеҙәктәрҙә, әйтерһең дә «күрәҙәселек каналы» асыласаҡ, тик һағыраҡ булырға кәрәк – шәхси мөнәсәбәттәрҙә проблемалар килеп сығыуы ихтимал.
Астрологтар Ҡыҫала йондоҙлоғонда тыуғандар өсөн 2021 йыл көсөргәнешле, әммә һөҙөмтәле буласаҡ, тип иҫәпләй. Йыл Ҡыҫалалар өсөн һүлпән генә башланыр. Сатурндың Кәзәмөгөҙ тамғаһына күсеүе Ҡыҫалаларға ағым ыңғайына барырға юл ҡуймаясаҡ, тырышырға һәм көсәнергә тура киләсәк. Әммә Сатурн ғәҙел – ул ныҡышлыҡ һәм бирешергә теләмәгән өсөн әжерен ҡайтара. Ҡайһы бер Ҡыҫалалар өсөн йыл ауырлыҡтарҙан башланыр, әммә кешелек сифаттары барыһын да еңеп сығырға ярҙам итер.
Арыҫландарҙың бар мөһим эштәре лә бойомға ашасаҡ, тик әгәр улар ныҡыш һәм үҙ-үҙенә ышанған булһа ғына. Арыҫландар өсөн 2021 йылда иң мөһиме – ҡабул ителгән ҡарарҙарҙа ышаныс. Үҙеңдең хаҡлылығыңда был ҡараштың йоғонтоһо мөһим эштәрҙә ныҡлы күренәсәк. Ныҡышлыҡ хатта тормошта ыңғай сағылған радикаль ҡарарҙар ҡабул итергә лә ярҙам итәсәк. Арыҫландарға 2021 йылда уңыш йылмайыр – улар үҙҙәрен яратҡан кешерләргә ныҡлы эйәләшер.
Астрологтар Арыҫландарға нервыларын һаҡларға, көсәнмәҫкә кәңәш итә, ни өсөн тигәндә, 2021 йыл «башҡа һуғыуы» бар.
Ҡыҙҙар теләһә ҡайһы көтөлмәгән хәлдәрҙән дә сыға аласаҡ. Улар өсөн 2021 йыл – тормошта көтөлмәгән һәм ыңғай асыштар йылы, тиелә йондоҙнамәлә. Ҡыҙҙар ҡайһы эшкә тотонһа ла, креативлыҡ һәм энтузиазм улар менән бар ерҙә лә бергә буласаҡ. Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар тормошҡа ҡыҙыҡһыныуын яңыртҡандай булыр, бигерәк тә ижади ҡарашлы Ҡыҙҙар өсөн 2021 йыл – яңы идеялар осоро.
«Ҡыҙҙарҙың барыһы ла яҡшы бара. Тик торлаҡ темаһы ғына борсоуы ихтимал»,- ти астрологтар.
Үлсәүҙәргә 2021 йылда үҙ ҡарарҙары артынан, бигерәк тә ҡапыл-ғара ҡабул ителгәндәрен күҙәтеп барырға кәрәк буласаҡ. Үлсәүҙәр өсөн киләһе йыл – иң уңышлы булмаҡсы. Сатурн менән Юпитерҙың күсеүе планеталарҙың икеләтә энергияһын бүләк итәсәк, был иһә изгелекте көсәйтәсәк һәм тирә-яҡтағы кешеләрҙе күңелгә ятышлы итәсәк. Ҡайһы берҙә битлек кейергә тура киләсәк, тик был гел генә насар булмаясаҡ, һәр хәлдә Үлсәүҙәр өсөн. Һөҙөмтәләр ышанысты юғалтмаҫ.
Үлсәүҙәрҙе ышанып етмәүселек, икеләнеү эҙәрлекләүе ихтимал. Баштағы ҡарарҙар артабанғыларына ҡарағанда дөрөҫөрөк булыр. 2021 йылда Үлсәүҙәргә «ярым-яртылыҡ» хас булыр.
Саяндарҙы 2021 йылда бик күп сәйәхәттәр көтә, әммә поездарҙа һағыраҡ булғаның яҡшы.
Саяндарҙың 2021 йылға йондоҙнамәһе ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың һөҙөмтәләре бер мәғәнәле генә булмаҫ. Әммә Саяндар энергиялы, ҡыйыу һәм тәүәккәл буласаҡ. Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар һөҙөмтә үҙен аҡлаясағын белеп, үҙ фекерендә ныҡ тора ала. Был тәүәккәллек финанс өлкәһендә һәм шәхси мөнәсәбәттәрҙә лә сағыласаҡ. Бик күп сәйәхәттәр Саяндарҙы дәртләндереүе ихтимал, һәм был стрестарҙан һәм кәрәкмәгән апатиянан - күңел төшөнкөлөгөнән ҡотолорға ярҙам итер. Шул уҡ ваҡытта Саяндарҙың позитивлыҡ менән һағыраҡ булғаны яҡшы.«Саяндарға артыҡ шатланырға, күңел асырға ярамай. Яуыз көстәр (йәндәр) бының өсөн туҡмаясаҡ. Берәй ергә ял итергә барһағыҙ, һаҡ булығыҙ», - ти Елена Батыр.
Уҡсылар өсөн 2021 йыл – улар менән идара итә торған көтөлмәгән хәлдәр осоро.
Астрологтар 2021 йылда Уҡсыларға бик күп сюрприздар күрәҙәләй. Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарға далан менән бәйле уңыштар юлдаш булыр. Бигерәк тә белем алыуҙа позитив сифаттар сағылыр, улар уҡыу процесын файҙалыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк итер, тиелә йондоҙнамәлә.
Уҡсылар барлыҡ мөһим эштәрҙе лә атҡарып сыға алыр. Теләһә ҡайһы һөжүм итеүҙәр ҙә көслө кире эмоциялар һәм рух төшөнкөлөгөнә бирелергә ирек бирмәҫ. 2021 йылда Уҡсылар үҙ тормошо менән идара итер һәм юғалып ҡалмаҫ.
Кәзәмөгөҙҙәр өсөн йыл ауыр башланыуы йыл аҙағында проблемалар тураһында уйлап та бирмәҫкә форсат бирер.
Кәзәмөгөҙҙәр 2021 йылда онотолмаҫлыҡ һәм әһәмиәтле тәжрибә алыр. Артабанғы 12 ай Кәзәмөгөҙҙәр өсөн – үҙ-үҙеңде анализлау һәм ҡылған ғәмәлдәреңдең эҙемтәләрен нығыраҡ аңлау ваҡыты, тиелә йондоҙнамәлә. Үҙгәрештәр был был йоноҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙың киләсәгенә ныҡ йоғонто яһаясаҡ. Ҡапыл ғына ҡабул иткән ҡарарҙары Кәзәмәгөҙҙәргә позитив тәьҫир итер.
«Кәзәмөгөҙҙөр өсөн йыл башы ауыр килер. Был ҡыйын осор, бигерәк тә финанс йәһәтенән. Әммә ай һайын хәлдәр еңеләйә барар», - тип аңлата астрологтар.
Ҡырҡыу тормош ауырлыҡтары Һыуғоярҙарҙы кисекмәҫтән тормошон үҙгәртергә ҡуҙғытыр, әммә быны кисектереп торғаның хәйерлерәк.
Һыуғоярҙарға 2021 йылда яйы сығып тора: улар бихисап яңы тәжрибә туплаясаҡ. Башта бик ҡыйын һәм көсөргәнешле булыуы ихтимал, хатта ҡайһы бер яҙмыш ҡушыуы булыуы ла ихтимал. Барыһын да тиҙ генә үҙгәртке килер, әммә ҡапыл-ғара ҡарар ҡабул итергә ашыҡмай тороғоҙ. Бер аҙ көтөп торғаның яҡшыраҡ, бер аҙ һүрелгәндән һуң ентекле уйларға, ә шунан һуң яйлап үҙ тормошоңдо яҡшыртырға кәрәк булыр.
«Улар өсөн ғөмүмән йыл яҡшы килә. Аҡсаһы ла бар, һаулығы ла яҡшы, рәхәтләнеп сәйәхәт итергә була», - ти астрологтар.
Балыҡтар өсөн 2021 йыл – күп ҡырлы, сөнки ҡылған ғәмәлдәренең һөҙөмтәләре көтөлмәгәнсә булыуы бар.
Ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың һөҙөмтәләре ике яҡлы буласаҡ, тиелә йондоҙнамәлә. Киҫкен үҙгәрештәр көтөлмәй, шулай ҙа тотороҡло алға китеш күҙәтеләсәк. Тик бер аҙ көтөргә генә кәрәк. 2020 йылда Балыҡтар ҙур тәжрибә тупланы, шуға күрә 2021 йылда был күнекмәләр яңы танышыуҙар, сәйәхәт итеүҙәр һәм көтөлмәгән күңелле ваҡиғалар рәүешендә күҙгә күренер хәлгә килер. Әммә ауыр мәлдәрҙән дә ҡотолормон тимәгеҙ.
«Йыл шуныһы менән ауыр буласаҡ, улар ҡайһы бер эш мәсьәләләрендә аныҡлыҡ таба алмаҫ. Нисек алмаштырырға, нимә эшләргә, ҡайҙа барырға белмәй аптырап, уйланып йөрөр», - ти астрологтар.
Астрологтарҙың бөтә фараздарына ҡарамаҫтан, кешенең шәхси сифаттары тураһында ла онотмағыҙ. Бөтә кешеләр ҙә йондоҙамә буйынса үҙенең зодиак тамғаһына оҡшамаған, тимәк, улар үҙҙәрен икенсе төрлөрәк тоторға мөмкин, һәм шәхес сифаттары йондоҙҙар әйткәнгә тап килмәҫкә лә мөмөкин.