Быйыл Стәрлетамаҡ ағинәйҙәренең “Балан байрамы” өсөнсө тапҡыр үтте. Илле-алтмыш кеше һыйышлы ыҡсым ғына “Аҡ ҡайын” кафеһы шыплап тигәндәй тутырылғайны. Күрше Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Ишембай, Ғафури, Мәләүез, Федоровка райондарынан килгән ҡунаҡтар араһында, алыҫ ара тип тормай, ашҡынып килеп еткән Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы ағинәйҙәре лә бар ине. Тамашаны ҡарарға Өфөнән билдәле журналист, тележурналист, сценарист Сәрүәр Сурина ла килде. Әйтергә кәрәк, оҙайлы пандемиянан һуң осрашып, күҙгә-күҙ ҡарашып уҙғарылған сара булараҡ, ул, әлбиттә, йәнле үтте. Беҙҙекеләр ҡунаҡтарҙы йыр-бейеүҙәре менән сәләмләһә, ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән килмәгәйне – үҙҙәренең ҡоронда бөрөләнгән аҡыл хазиналары менән уртаҡлашты, мөнәжәттәр әйтте, башҡарған эштәре тураһында ғорурланып һөйләне. Ҡыҫҡаһы, ағинәйҙәр күрешеп һөйләшеп, тәжрибә уртаҡлашып, үҙҙәренә көс-дәрт алыу өсөн яҡшы сәбәп булды.
Балан байрамы Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре өсөн махсус яҙылған гимн менән башланып китте. Сараның башында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе етәксеһе Ләйсән Йосопова менән Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең урындағы бүлексәһе рәйесе Зөлфиә Йәғәфәрова Стәрлетамаҡ ағинәйҙәр ҡороноң лайыҡлы тип табылған бер-нисә ағзаһына маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Йыр-бейеү менән үрелеп барған тамашаны “Баланбикә” роле менән балҡытыусы Юнира Исхаҡованы был сараның йәне һәм йәме булды тиергә була. Ул үҙе гармунда уйнап йырлап та, бейеүе менән дә хайран итте. Әйткәндәй, ағинәйҙәр ҡороноң ағзаһы булараҡ, Юнира ханым ҡул эштәренә лә маһир – ҡашмауын да, түшелдереген дә үҙе яһаған, еләнен дә үҙе тегеп кейгән.
Ағинәйҙәр сафына йәш көстәрҙең килеүе – айырыуса шатлыҡлы хәл. БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы физика-математика факультетының 1-се курс студенты, Дәүләкән ҡыҙы Гөлүзә Әхмәҙиеваның киләсәктә бынамын тигән ағинәй булырына шик юҡ. Ошо йәш кенә ҡыҙ баланың думбырала уйнап ҡобайыр әйтеүе байрамдың мәртәбәһен бермә-бер күтәрҙе! Таһыллыҡ та, тырышлыҡ та һалынған түшелдерек, селтәр, һаҡал, ҡашмау кеүек милли биҙәүестәребеҙҙе төп нөсхәһенә яҡын итеп, зауыҡ менән яһаған ҡул оҫталары Гөлсөм Ишмөхәмәтова менән Луиза Ғәлимованың ҡул эштәре – үҙе бер оло донъя. Тимәк, йәштәр битараф түгел!
Ә инде хөрмәтле аҡһаҡалдарыбыҙ – бына нисәмә тиҫтә йылдар халыҡ күңелен күкрәгенән урғылып сыҡҡан ғәжәп бай моң даръяһы менән арбаған йырсы, ҡурайсы Фуат Юнысбаев, Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре өсөн махсус гимн яҙған шағир Хәниф Нәсхетдинов рәхмәттең иң олоһона лайыҡ тип уйлайым!
Ағинәйҙәр хәрәкәте заман менән бергә хәрәкәт итә
Әлбиттә, тиҫтәгә яҡын йылдар эсендә ағинәйҙәр ойошмалары үҙҙәренсә эҙләнә, эшләй, яңы кәсептәр уйлап таба. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылы ағинәйҙәре хәҙер балаҫ һуғыу оҫталарына әйләнде. Бынан ун өс йыл элек һөнәре буйынса уҡытыусы булған Флүрә Аҡсулпанова үҙалдына балаҫ һуғыу серҙәренә өйрәнә. Киң күңелле Флүрә ханым ошо ауыр, ҡатмарлы, һәр кем башҡара алмаҫтай һөнәрҙе башҡа ауылдаштарына ла ихлас өйрәтә. Хәҙер Күсәрбайҙа балаҫ һуғыу оҫтаханаһы эшләй. Бынан ике йыл элек миллион һумлыҡ грант отоп, балаҫ һуғыу станоктары, иләнгән йөн һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алғандар. Шуныһы һөйөнөслө, был кәсепте хәҙер унда балалар ҙа ҙур теләк менән үҙләштерә. Мәҙәниәт йортонда аҙнаһына ике тапҡыр бушлай түңәрәк уҙғарыла. Бына шулай эште гөрләтеп ебәргән улар!
Сарала һәр ойошма үҙҙәренең башҡарған эштәре тураһында һөйләне. Стәрлебаштар “Ҡурмас байрамы”н үткәрергә йыйынһа, Сибай ағинәйҙәре “Тыжыҡ” байрамы менән ғәжәп итергә уйлай. Әйткәндәй, тыжыҡ беҙҙең өсөн күргән дә, белгән дә ризыҡ түгел. Баҡтиһәң, ул беҙҙәге тултырмаға оҡшаш телде йоторлоҡ тәмле ашамлыҡ икән. Тултырма малдың эсәгенә үпкә-бауыр үткәреп тултырылһа, тыжыҡ иһә йомороһона, ҡарынына ит киҫәктәре (+картуф, кәбеҫтә) тултырып эшләнелә икән. Халҡыбыҙ малдың бер нәмәһен дә исрафламаған шул.
Мәләүездәр ҡоротто үҙенә бренд итеп алһа, Ғафури ағинәйҙәре кескәй генә балаҫ өлгөләрен алып килгәйне.
Ишембай районы Маҡар ауылы ағинәйҙәре етәксеһе, ҡылған ғәмәлдәре менән генә түгел, бар булмышы менән ошо исемгә лайыҡ ил инәһе Мәрйәм Солтанова кеүек күркәм ҡунаҡтарҙың булыуы ла байрамға мәртәбә өҫтәне. Әйткәндәй, Мәрйәм апай залдағыларҙың барыһын да 1 апрелдә Маҡар ауылында уҙғарыласаҡ йыйынға саҡырҙы. Стәрлетамаҡта ойошҡан йәнә бер ағинәйҙәр ҡоро “Көмөш йөҙөк, ҡуш беләҙек” тип аталған зәрҡән биҙәүестәребеҙ байрамына саҡырҙы.
Земфира Ибраҡова етәкселегендәге “Хазина” эстрада-фольклор төркөмө, Вәсилә Халиҡованың ағинәйҙәр ойошмаһынан айырылып сығып, бына хәҙер бер йылдан ашыу инде үҙаллы бик матур итеп эшләп килә. Уларҙың был байрамы 25 мартта көндөҙгө сәғәт 2-лә А.Инан исемендәге милли китапханала буласаҡ(6+).
Ә шулай ҙа... “Ағинәйлек ул ниндәй булырға тейеш?” тигән уйҙар тыуҙы Балан байрамынан һуң. Ошо яҙмамда “Етегән” байрамын да иҫкә төшөрөп китмәксемен. Хәйбуллалар һарыҡ йөнөнән һуғылған иҫ киткес зауыҡлы ла, дауалау көсөнә лә эйә булған кейемдәре, шәлдәре менән хайран ҡалдырғайны. Беҙгә, ағинәйҙәргә, бер урында тапанмаҫҡа, заман шашып алға ашыҡҡан һайын, уның ялына йәбешеп, уны үҙебеҙҙең асылыбыҙ менән йүгәнләһәк ине.
Ысынлап та, ағинәйлекте ҙур төшөнсәгә эйә булыуына йәнә бер тапҡыр инандыҡ. Ағинәйлек – ул бик ҙур һәм яуаплы вазифа (бурыс). Күптәр уйлауынса, ул йырлап-бейеүгә генә ҡайтып ҡалмай, халыҡ күңеленең төпкөлөндә быҫҡып, уяна алмай ятҡан, инде юҡҡа сығып барған рухи хазиналарыбыҙҙы тергеҙеү. Әйтәйек, Балан байрамы ла йырлап күңел асыу ғына түгел бит, ә халҡыбыҙҙың ошо емешкә бәйле эске донъяһын асып биреү, беҙ тәбиғәт балаһы икәнен йәнә бер иҫкә төшөрөү! Ғөмүмән, ағинәйҙәр – ул милләтебеҙҙең көҙгөһө. Шуға ла улар ус төбөндәге кеүек кенә барыһына ла күренеп тора, һәр ҡылған ғәмәлдәребеҙ – халыҡтың күҙе алдында.
Ҡыҫҡаһы, үҙебеҙҙең оҫтаханаларыбыҙҙы булдырырға ваҡыт! Ә иң мөһиме, был эштәрҙән үҙебеҙгә кинәнес табып, үҙ күңелебеҙҙе үҙебеҙ күреү менән бергә, ошо ҡиммәттәрҙе йәш быуындың күңеленә һеңдерә барыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйыу. Һис шикһеҙ, был ҡиммәттәр ошоларҙы күреп үҫкән бала күңелендә һеңеп ҡала. Мин, мәҫәлән, ағинәйлектең асылын шунда күрәм. Ә башҡалар ни әйтер?