Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
2 Апрель 2021, 13:15

КӨМӨШ ИКӘН ЙӨҘӨГӨҢ ДӘ, ҠУШ ТА ИКӘН БЕЛӘҘЕГЕҢ

Изгелек менән аҡылды юлдаш иткән сара хаҡындаЭлек-электән милли кейем, милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул. Ә милли кейем, милли телдән ҡала, милләттең төп билдәләренең береһе. Башҡорттарҙа милли кейемдең юҡҡа сығыуының сәбәптәре бик күп, шуларҙың береһе – халыҡты кәмһетеү, халыҡтың кәмһетелеүе...

Башҡорт ҡыҙҙарын ишетәһең, шунан ғына күрәһең
Нәҡ ошо фекерҙән башланып китте ҡалабыҙҙың “Хазина” фольклор төркөмө ойошторған матур сара. Ысынлап та, Пугачев восстаниеһынан һуң башҡортто кейеменән танып физик яҡтан юҡҡа сығарыу, революциянан һуң башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәү әйберҙәрен (көмөш, алтын балдаҡ, йөҙөк, беләҙек, һаҡал, селтәр, муйынса һ.б.) талап алып үҙәккә оҙатыу, аҫыл таштарҙан, затлы металдарҙан яҙыу, үҙ илендә, үҙ ерендә байлығына хужа булмау, милли кейемдең, милли төҫмөрҙөң бөтөүенә, юҡҡа сығыуына килтергән. Хәҙер иһә һуңғы ун йылда ошо башҡорт кейемдәре тураһында һөйләгәндә халыҡ үҙ асылына ҡайта башланы тиергә булалыр. Башҡорттарҙың милли биҙәге – көмөш тәңкәләр биҙәүес булып һаналған. Өҫтөнлөк тап көмөшкә бирелгән, сөнки ул күҙ тейеүҙән һаҡлай, ҡара көстәрҙе ҡыуып ебәрә. Ен-пәрей килмәһен тип көмөш һырға, беләҙек, йөҙөк таҡҡандар. Башҡорт ҡыҙҙарын ишетәһең, унан һуң ғына күрәһең, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Кейемде биҙәүгә сыңлап торған көмөш тәңкәләр күп ҡулланылған, беҙҙең өләсәйҙәр өсөн ул алтындан да ҡиммәтерәк булған шул. Ҡыҙ баланы күҙ тейеүҙән һаҡлар өсөн кесе йәштән кейемен суҡ, мәрйен менән биҙәгәндәр. Көмөш – изге металл булып һанала һәм айҙың символы булып иҫәпләнә. Көмөш аҡса, көмөш балдаҡ, көмөш йөҙөк, көмөш беләҙек, көмөш тәңкәләргә өҫтөнлөк биргәндәр. Ә көмөш тәңкәне ҡот тота тип нигеҙгә, өрлөккә һалғандар.
“Башҡорт ҡыҙҙарын ишетәһең, шунан ғына күрәһең”, тигән әйтем юҡтан ғына килеп сыҡмаған. Кейемде биҙәүҙә сыңлап торған көмөш тәңкәләр күп ҡулланылған, беҙҙең өләсәйҙәр өсөн, ул алтындан да ҡәҙерлерәк булған. Көмөш көс бирә, ен-зәхмәттән һаҡлай, тип ышанғандар, уның ялтырауынан, сыңлауынан яман заттар ҡурҡып ҡаса тип уйлағандар. Сығыш яһаусылар ошондай мәғлүмәттәрҙе биргәс, 62-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен тағы ла нығыраҡ асып, “Беләҙек” бейеүен башҡарҙы. Ҡыҙҙарҙың үҙҙәре лә, милли кейемдәре лә ифрат та килешле ине.
Биҙәүестәр эшләү тарихынан
Артабан һүҙ халҡыбыҙҙа киң ҡулланған Урал тауы ҡаҙылма байлыҡтары, аҫыл таштары тураһында барҙы. Таштарҙы, ғәҙәттә, биҙәү әйберҙәре сифатында файҙаланғандар. Беҙҙә киң таралған биҙәнеү әйберҙәренең атамаларын күҙҙән ысҡындырырға ярамай, башҡорттар айырыуса аҡыҡ (сердолик) ташын яратҡан. Ул ҡыҙыл йәки ҡыҙғылт һары төҫтә була. Аҡыҡты ҡулланыу йолаһы ислам дине менән килеп ингән, сөнки аҡыҡтың ғәрәп-фарсы һүҙе булыуы ла ишаралай. Аҡыҡ борон-борондан мосолмандарҙың яратҡан ташы һанала. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм уң ҡулының сәтәкәй бармағында аҡыҡ ҡашлы йөҙөк кейеп йөрөгән, һәм «Кем аҡыҡ ҡашлы йөҙөк тағып йөрөй, шул һәр саҡ рәхмәттә һәм шатлыҡта булыр”, тип әйткән тиҙәр. Аҡыҡты ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ кейеменә, алҡа, көмөш сулпыларҙың ҡашына, йә булмаһа селтәрҙәргә ҡуйғандар. Ул ырым буйынса, йөрәк ауырыуҙарынан дауа, ҡурсалаусы тип тә һаналған. Бындай йөҙөктәр башҡорттарҙа ла киң ҡулланылған. Ғәҙәттә башҡорт старшиналары, кантон башлыҡтары (түрәләре) тағып йөрөгән. Берәүҙәрен селтәр, һаҡалдарға тағылған сулпыларҙың ҡашында күрергә мөмкин булһа, икенселәре түңәрәк йәки йөрәк формаһында беркетелгән. Бына ошондай мәғлүмәттәрҙе лә белергә була ине был йәмле сарала.
Ҡыҙ оҙаттыҡ, кейәү йортонда батһын тип
Ағинәйҙәр күҙ алдына баҫтырған ошондай матур мәғлүмәттәрҙән һуң “Ҡыҙ оҙатыу” йолаһын да күрһәтте. Ул йолала ҡыҙ үҙенең ата-әсәһенә мөрәжәғәт итеп, сеңләүҙәрендә йыш ҡына аҡыҡты телгә ала. Гүзәл Ишбулдинаның сеңләүе ысын мәғәнәһендә йөрәккә үтеп инде:
Аҡ сепрәккә төргәнең
Аҡыҡ ҡына инеме, атаҡайым?
Аҡыҡ ҡына кеүек мине һатып бирҙең
Артыҡ ҡына инемме һуң, атаҡайым?
Аҡыҡ ҡына аҡыҡ йөҙөгөмдө
Һандыҡ төпкәйенә һалығыҙ.
Тыуған илдән ауыр икән китеүҙәре
Көйҙәремде тыңлап ҡалығыҙ.
Ә инде ҡәйнә кеше киленде ҡаршы алғанда, усына көмөш тәңкә һалып ошо һүҙҙәрҙе әйтә:
Тормош юлың тәңкәле булһын,
Көтөүең тәкәле булһын…
Үҙең уңған, матур бул,
Донъяң көмөшкә тулһын…
Артабан затлы таштар тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә бик ҡыҙыҡлы булды. Мәләүез ҡалаһынан, Ауырғазы, Федоровка, Стәрлетамаҡ райондарынан һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар менән төрлө уйындар ойошторолдо. Әлбиттә, сарала ҡатнашыусы һәр кемдең сығышы иҫтә ҡалырлыҡ. Танылған ҡурайсы Фуат Юнысбаевтың “Ирәндек” йыры уйландырһа, Гөлназ Вәлиеваның “Беләҙегем йөҙөгөм, кейермен әле үҙем”, Фәриҙә Мортазинаның “Бүләк” йырҙары байрам кәйефе өҫтәне. Ә бына Фәниә Фәйзуллина башҡарған лирик йырҙар йөрәктән-йөрәккә етте, тиһәм дә һис арттырыу булмаҫ. Әйткәндәй, ул йәшлегенә бағышлап яҙған шиғыры менән дә хайран итте беҙҙе. Әйткәндәй, Федоровканан килгән ҡунаҡтарҙың береһе шағирә Гөлкәй Исмәғилева “Уйлап-уйлап ҡуям …”тигән ҡобайыры һәм “Ағинәй” тигән шиғыры менән күңелдәрҙе арбаны. Шулай уҡ Әлиә Хөснөтдинованың өҙҙөрөп бейеүе, ағинәйҙәрҙең “Яҡындарың янда булһын”, “Еләк йыйҙым” йырҙары, Хәлиҙә Ҡотлошинаның сығышы, сараны матур алып барыуы көслө алҡыштарға күмелде. Ә “Хазина” фольклор төркөмөнөң етәксеһе Зимфира Ибракованың ойоштороу һәләте сарала ҡатнашҡан һәр кемде һоҡландырҙы.
– Ҡәҙерле ҡунаҡтар, халҡыбыҙҙың гөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тергеҙеүҙә ҙур эштәрҙе башҡарайыҡ, йәш быуын балаларына ихлас күңелдән өгөт-нәсихәттәребеҙҙе еткереп, матур юл асайыҡ, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеп, үҙебеҙҙең тәжрибәләребеҙ менән ысын күңелдән уртаҡлашайыҡ, рухиәт дәрестәре ойошторайыҡ, милләт киләсәген ҡайғыртыу менән булышайыҡ! Беҙ бит ағинәйҙәр – йөҙҙәребеҙ аҡ, күңелдәребеҙ паҡ булһын, уйлаған уйҙарыбыҙҙы тормошта бергәләп башҡарайыҡ! Бергә булайыҡ! – тине ул.
Ҡала башҡорттарының Ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Йосопова сараны юғары баһалап, бындай осрашыуҙарҙы артабан да үҫтерергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Гөлкәй Исмәғилева әйтмешләй, аҡыл менән изгелекте юлдаш иткән ағинәйҙәр ойошторған сара аҫыл мираҫ-аманатты, донъялағы бар аҡылды бергә туплағандай булды.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас: