Беҙ барып еткәндә иртән иртүк мәсет янындағы аласыҡта тирә-яҡҡа хуш еҫ таратып былау бешә ине, йәнәшәһендә генә борлап самауыр ҡайнай. Иртә таңдан тороп ололар ҙа, йәштәр ҙә, балалар ҙа мәсеткә ағыла башланы. Һәр кем ғәйет намаҙына тиклем хәйер-саҙаҡалар биреп ҡалырға ашыға.
Байрам сараһын ойоштороусылар: Айыусы ауыл советы рәйесе Илмир Сарбулатов, ағалы-ҡустылы эшҡыуарҙар Ирек һәм Илгиз Аҙнаевтар, ошо ауыл мәсете имам-хатибы Айҙар хәҙрәт мәсет алдына сығып, унда килгән һәр кемде сәләмләп ҡаршылай.
Тирмә рәүешендә эшләнгән иркен, яҡты мәсеткә, ошо изге айҙың илаһи байрамын бергәләп ҡаршыларға тип, йөҙҙән ашыу кеше йыйылғайны был көндө. (Йөҙ-йөҙ иллеләгән генә йортло ауыл өсөн һәр хәлдә был ҙур һан!) Айҙар хәҙрәттең вәғәзен тыңлағандан һуң, ирҙәр, улар артынан ҡатын-ҡыҙҙар, ә унан балалар рәт-рәт булып теҙелеп ғәйет намаҙына баҫты.
Намаҙҙан һуң Ураҙа ғәйетенең байрам ашы ойошторолдо. Табында ниндәй генә ризыҡтар юҡ - байрам уңайынан Ирек һәм Илгиз Аҙнаевтар салған ҡорбан итенән телде йоторлоҡ былау, һәр кем бешеренеп алып килгән тәмле-тәмле күстәнәстәр менән сәй эсеү, ауылдаштар, туғандар, таныштар менән күрешеп-һөйләшеп ултырыуҙар – үҙе бер ғүмер!
Ураҙа ғәйетенә Айыусылар ғына түгел, Салауаттан да, Стәрлетамаҡтан да, башҡа ауылдарҙа йәшәүсе ауылдаштар ҙа йыйылғайны.
Йыйынға йыйылғас, бер ыңғай хәл ителәһе мәсьәләләрҙе лә уртаға һалып һөйләшелде. 90-сы йылдарҙа һалынған мәсет күҙгә күренеп иҫкерә башлаған булған. “Мәсетте ремонтлау өсөн аҡса йыйыуҙа һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итте. Ошо ауылдың кешеләре: эшҡыуар егеттәр Артур Ришат улы Ишембаев, Илнур Сабит улы Йәғәфәров, Алмаз Фаяз улы Харисов; апалы-һеңлеле Мининур Аскина һәм Миләүшә Йәмилева; Себерҙән Илһам Ноғман улы Урманцев күп кенә аҡса күсерҙе. Ғөмүмән, бер кем дә ситтә ҡалманы: кем биш мең һум, кем йөҙ һум булһа ла бирҙе - барлығы йөҙ мең һумдан ашыу аҡса йыйылды, - тине ошо эштәрҙе ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыусы Зәлиә Иралина һәм был изге эшкә дәррәү ҡушылған ауылдаштарына рәхмәт әйтте. Әйткәндәй, мәсетте ремонтлау өсөн ағалы ҡустылы эшҡыуарҙар – Илгиз (“Аҙнаев” крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе) һәм Ирек (“Регион Консалт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкеһе) Аҙнаевтар икеһе исеменән йөҙ мең һум биргән.
Йыйылған аҡсаға төҙөлөш материалдары һатып алынған, тәҙрәләрҙең яңаҡтарын эстән дә, тыштан да тигеҙләп матурлағандар. Мәсеттең тәҙрәләре алмаштырылып, яңы ҡормалар ҡуйылған. Хәҙер, иҫке батареяларҙы алып ташлап, яңы йылытыу ҡоролмалары ҡуйыласаҡ, мәсеттең иҙәне йылытыласаҡ.
Айыусы ауылы ҡыҙы, әле Салауатта йәшәүсе хажиә Әминур Әхтәм ҡыҙы мәсеткә солан-төкәтмә эшләтеү өсөн 22 мең һум аҡса бирергә ниәтләүен әйтте. Был кешеләргә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ! Әйткәндәй, мәсеттә уҡыуҙар ҙа ойошторола икән. Остаздары Альмира Ишембаева ауылдаштарына ғәрәп графикаһын өйрәтә. Бына шулай бер төптән егелеп, берҙәм булып тотонғанда эштәр ҙә ырамлы бара шул.
Элек-электән үҙҙәренең саялығы, ғәййәрлеге, тәүәккәллеге менән айырылып торған Айыусы ауылы халҡы, Ҡаһым түрә вариҫтары һыр бирмәҫ! Иншалла, киләсәктә лә халыҡты иманға әйҙәп, үҙе бер ҙур, татыу ғаилә булып, данлыҡлы ауылға йәм биреп, йән өрөп, ата-бабалар, өләсәйҙәр рухын шатландырып йәшәһендәр әйҙә.
Ураҙа ғәйетен бик күркәм мәжлес итеп, оло йыйын ойошторған етәкселәр – Илмир Сарбулатовҡа, Ирек һәм Илгиз Аҙнаевтарға, ғөмүмән, бар ауыл халҡына Аллаһ рәхмәттәре яуһын!
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.