Ашҡаҙар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
24 Май 2021, 21:09

Ишембай районында «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторолдо

Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә Ишембай районында «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторолдо.

Күләмле сара урындағы Ҡатын-ҡыҙҙар советы тәҡдиме менән Торатау итәгендә үтте. Үҫеп килгән быуында йола, ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында уҙғарылған байрамға Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре саҡырылды.
Үҫмерҙәр милли уйындар, спорт ярыштарында ҡатнашып, күңелле ял итте. Балалар тәбиғәт ҡосағында тәмле бутғанан ауыҙ итеп, ҡарғаларға ла өлөш сығарҙы.
БЮТ
Читайте нас: