Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
1 Июнь 2021, 16:20

Ҡала көнөн байрам итеү 11 сентябргә планлаштырыла

Стәрлетамаҡта Ҡала көнөн байрам итеүгә әҙерлек башланды. Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Михаил Григорьев UTV каналының STRLive эфирында ошо турала хәбәр итте.

Быйыл Стәрлетамаҡ үҙенең 255 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Уны байрам итеү датаһы, ҡаланы тейешенсә төҙөкләндереп, матурлап өлгөрөү өсөн, көҙгә күсерелде. Михаил Григорьев алдан асыҡлауынса, Ҡала көнөн байрам итеү 11 сентябргә планлаштырыла.
"Режиссер билдәләнде, номерҙар, конкурстар буйынса әҙерлек бара. Ҡайһы бер сюрприздар әҙерләргә ниәттәр бар, әммә әлегә әйтмәй торабыҙ. Әлегә бергәләп һөйләшәбеҙ. 250 йыллыҡты үткәргәндән кәм булмаҫ тип уйлайбйҙ", - тип һөйләне Михаил Григорьев.
Р.ЙӘЛИЛЕВА.
Читайте нас: