Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
24 Июнь 2021, 16:28

БОРОН-БОРОН ЗАМАНДА КӘКҮК ИСЕМЛЕ ЕГЕТ ЙӘШӘГӘН...

62-се балалар баҡсаһы халыҡ йолаларын тергеҙәЭлек-электән балалар баҡсаһында халыҡ йолалары, милли уйындар аша балаларҙың һаулығын нығытыу, уларҙа иғтибарлылыҡ, уяулыҡ, татыулыҡ, дуҫлыҡ, тәбиғәткә, уның үҫемлектәренә, хайуандарына ҡарата яҡшы мөнәсәбәт, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә ирешкәндәр. Ошондай йолаларҙы, милли уйындарҙы ҡалабыҙҙың 62-се балалар баҡсаһында 2015 йылдан бирле үткәрәләр. Тик йылдағыһын йыл да ҡабатламайҙар бында. Был юлы иһә: “Беҙ һағынып көткән йәй ҙә килеп етте. Ҡояш апай йылы нурҙарын һибә, бөтә тәбиғәт йоҡоһонан уяна”, – тип башланып китте сара. Ошо мәл кәкүк тауышы ишетелә. Балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырған өләсәй “Кәкүк сәйе” байрамының тарихы менән таныштыра.

– Борон-борон заманда Кәкүк исемле егет йәшәгән. Уның һөйгән ҡыҙы ла булған. Улар бер-береһенә тоғро булырға вәғәҙә бирешкәндәр. Тик көтмәгәндә һуғыш сығып, егет яуға киткән һәм әйләнеп ҡайтмаған. Ҡыҙ уны бик тилмереп көткән, көн дә оҙон-оҙон толомдарын үргәндә “Миңә лә ҡанаттар биреп, ҡошҡа әйләндерһәңсе, мин һөйгәнемде эҙләп табыр инеем”, – тип Хоҙайға ялбарған. Бер көн иртән толомдарын үреп торғанда, уның теләге ҡабул булған. Оҙон толомдары урынына ҡанаттар үҫеп сыҡҡан һәм ҡыҙ, ҡошҡа әйләнеп, тирмәнән осоп сыҡҡан. Халыҡта кәкүктең бер ҡанаты һалпыш, тигән әйтем бар. Ул ҡыҙҙың үрелеп бөтмәгән толомо икән. Ҡыҙ үҙенең кем икәнен дә онотҡан, тик һөйгәненең исемен генә хәтерендә һаҡлаған. “Кәкүк, Кәкүк!” тип саҡыра икән һөйгәнен. Сит ояларға йомортҡа һала, ләкин баҫып сығарырға түҙемлеге етмәй икән шул. Кәкүк кешеләргә изгелек килтереүсе ҡош тип иҫәпләгән халҡыбыҙ. Шуға уға бағышлап яҙ, йәй көнө байрамдар үткәрелә, – тип тамамланы һүҙен өләсәй. Балаларға ғына түгел, тыңлап ултырған ололарға ла бик оҡшаны был тарих…
Кәкүк яңынан саҡыра башлағас, балалар баҡсаның гөл-сәскәләргә күмелгән “туғайына” юлланды. Туғайҙа ҡаҡыһы, ҡуҙғалағы, бәпембәһе лә бар икән, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр ҙә үҫеп сыҡҡан. Шул мәл ҡанаттарын ҡағып кәкүк килеп инә һәм талпынып-талпынып “Кәкүк” бейеүен башҡара. Ә өләсәйҙең килене “Кәкүк” йырын башҡарып, сарала ҡатнашҡан өлкәнерәк быуын ҡунаҡтарын бер мәлгә булһа ла алыҫта ҡалған йәшлегебеҙгә алып ҡайтты.
Килен самауыр ҡуйғансы балалар “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйынын бик ихлас уйнанылар. Ә сәй ҡайнап сыҡҡансы, ағинәй Әсмә Яхина йомаҡтар ҡойҙо. Шиғыр менән рифмалаштырылғанға күрә балалар яуапты шунда уҡ табып, “Өкө, турғай, ыласын, һандуғас, ҡарға, бөркөт” тип йомаҡты сисә һалды. Артабан өлкән тәрбиәсе Зимфира Ибраҡова етәкселегендәге “Хазина” фольклор төркөмө башҡарыуында “Йыйҙым еләк” йыры ағинәйҙәрҙең визит карточкаһы һымаҡ ҡабул ителеп, йөрәктән-йөрәккә етте. Балаларҙың “Йәшермәк яулыҡ” уйыны ла бик фәһемле булды. Ошо ваҡыт Оло инәй фәһемле итеп: “Күпте күрҙем. Балалар, кәкүк ауылға осоп килһә, аслыҡ була, ти торғайны халыҡ. Шуға күрә ҡырға сыҡҡан ыңғайы кәкүк ултырып саҡырған тирәк төбөнә аҡ ризыҡ – һөт, ҡатыҡ ҡоя торғайнылар”, – тип һөйләп үтте. Аҙаҡ балаларҙы етәкләп алып, ағас төбөнә барҙы ла теләктәр теләй-теләй һөт ҡойҙо. Ә бит теләктәрҙең ниндәйе бит әле! Илгә именлек килһен! Күктән изгелек яуһын! Көндәр һәр саҡ матур тороп, Иген ишелеп уңһын!
Сара күмәкләп сәй эсеп, ағинәйҙәрҙең “Айҙар ғынайым” йыры менән тамамланды. Әйткәндәй, байрамды Стәрлебаш районында оҙаҡ йылдар сәхнәнән төшмәгән Хәлиҙә Ҡотлошина алып барҙы. Башҡалар ни кисергәнен белмәйем, ә мин ауылға ҡайтып әйләнгәндәй булдым. Ҡаланың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте етәксеһе Зөлфиә Йәғәфәрова балаларының ошо балалар баҡсаһына йөрөүе менән ғорурланһа, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Йосопова ейәнен тап ошонда килтерәсәген белдереп, сараның юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. Абдулҡадир Инан исемендәге китапхана мөдире Алмира Мәхәмәҙийәрова балалар баҡсаһы һәм “Хазина” фольклор төркөмө менән күптәндән бирле хеҙмәттәшлек итеүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Балалар баҡсаһы мөдире Гөлшат Собханғолова иһә үҙ сиратында сараға килгән барлыҡ ҡунаҡтарға рәхмәт белдереп үтте: “Үҫеп килеүсе быуын йолаларыбыҙҙы һаҡлаһын, донъябыҙҙы паҡлаһын!” – тине ул.
Байрамдың мәғәнәле финалы ла яҡынлашты шул мәл: балалар күмәкләшеп сәйҙән ҡалған ризыҡтарҙы Оло инәй менән “Бисмилла” әйтеп тирәк төбөнә һалып сыҡты. Бындай сараларҙың киләсәктә тәбиғәт менән гармонияла йәшәү өсөн әһәмиәте ифрат та ҙур. Был беренсенән булһа, икенсенән, балалар халыҡ йолаларын, үҙ халҡының гөрөф-ғәҙәттәрен бәләкәйҙән белеп үҫә. Шул рәүешле халыҡ ҡомартҡылары быуындан-быуынға күсә лә инде. Халҡыбыҙҙың тамырҙары хаҡында иҫкә төшөрөп торған ойоштороусыларға, афарин!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: