Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
3 Декабрь 2021, 15:10

Беҙҙә – “Ҡаҙ өмәһе”

Көҙгө байлыҡ! Көҙгө муллыҡ!Ауылда ҡаҙ өмәһе.Йәше-ҡарты, бала-саға Шау-гөр килә һәммәһе!Ҡаҙ өмәләре ауыл тормошоның күренекле ваҡиғалары булған матур бер күренеш.

Беҙҙә – “Ҡаҙ өмәһе”
Беҙҙә – “Ҡаҙ өмәһе”

Уны көҙөн, ҡышҡа аяҡ баҫҡанда ҡаҙҙарҙы бергәләшеп эшкәртер булғандар. Ҡаҙ өмәһе ул эш кенә түгел, ә матур итеп аралашыу, күңел асыу, үҙеңде күрһәтеү сараһы ла. Ә эшенә килгәндә, күмәкләшеп эшләгәс, ҡаҙ йолҡоу байрам төҫөн ала. Ҡыҙҙар йолҡолған ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә аҫып шишмәгә, һыу буйына юл тота. Егеттәр ҙә ситтә ҡалмай, гармун, ҡурайҙарын алып ҡыҙҙар менән йылғаға бара. Йылға буйында матур йырҙар, күңелле таҡмаҡтар, дәртле бейеүҙәр менән ҡаҙҙарҙы ағым һыуға тығып сайҡайҙар.


Беҙҙең 5-се балалар баҡсаһында ла шаулап-гөрләп башҡорт халҡының матур йолаһы “Ҡаҙ өмәһе” үтте. Ата-әсәләр һәм балалар бар тырышлыҡтарын һалып әҙерләнде. Беҙҙең балалар баҡсаһы, ғөмүмән, ата-әсәләр менән бик әүҙем эш алып бара. Һәр сараны ата-әсәләр менән бергә кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Әсәйҙәр ҡыҙҙарға матур-матур “ҡаҙҙар” текте, тәмле-тәмле ҡоймаҡтар, бәлештәр бешерҙе.


Әсәйҙәр көнөнә әҙерләгән был йолала балаларға башҡорт халҡының йолаларын күрһәтеп кенә ҡалмайбыҙ, халыҡтар дуҫлығын, бер-беребеҙҙе хөрмәт итергә, ярҙам итергә, башҡорт халҡының мәҙәниәтен өйрәнергә, һаҡларға кәрәклеген дә иҫтән сығармайбыҙ. Оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында эшләү дәүеремдә (38 йыл) башҡорт халҡының бик күп байрамдарын, йолаларын үткәрҙем, ҡалала уҙғарылған конкурстарҙа һәр саҡ 5-се балалар баҡсаһы, мин эшләгән 9-сы төркөм балалары ихлас ҡатнашып, дипломдар менән бүләкләнеп килде, Аллаға шөкөр! Беҙгә мөдиребеҙ Наталья Владимировна Попкова һәр саҡ ярҙам итеп, дәртләндереп тора. Ошондой матур йолаларыбыҙҙы йышыраҡ ойошторайыҡ, һаҡлайыҡ, күрһәтәйек балаларға.


Әлфирә МӘХМҮТОВА, дефектолог,
5-cе балалар баҡсаһы.

Автор:
Читайте нас: