Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
1 Март 2022, 09:23

Етегән йондоҙ. (Легенда)

 Бик борон заманда ер ҡалаҡтан ғына, күк табаҡтай ғына булған. Әҙәм заты ишәйә барған, кейек-йәнлек заты күбәйә барған, ер әкренләп киңәйә барған; ер киңәйгәс, күк тә ҙурайған.Етегән тураһында легенданы тулыһынса сайтта уҡығыҙ.

Ул саҡта бөтә халыҡ бер ҡаҙандан ашай икән. Бер Алып килеп сыҡҡан да ҡаҙанды күтәреп эскән. Ни эшләмәк кәрәк? Тотонғандар оло ҡаҙан яһарға. Ҡаҙаны булғас, сүмесе лә кәрәк. Ҡаҙанды ҡойғандар көмөштән, сүместе яһағандар алтындан. Теге Алып килгән дә ҡаҙанды күтәреп ҡараған. «Яраған», - тип урынына ултыртҡан да сүместе ҡулына алған. «Быныһы бик еңел икән», - тип, һауаға сорғотоп, тотоп алайым тиһә, сүмес юҡ: әйләнеп-әйләнеп осҡан да йондоҙҙар араһына инеп боҫҡан. Алып сүмесе әле лә бар. Ете йондоҙ булып ялтырай ул: сүместең төбө - дүрт йондоҙ, тотҡаһы - өс йондоҙ, йәмғеһе етәү. Үҙе һәр саҡ әйләнеп тора ул Алып сүмесе: кистән ауыҙы өҫтә була, иртәнгә һырт яғы өҫкә сыға.

(Халыҡ ижадынан).

Етегән йондоҙ.  (Легенда)
Етегән йондоҙ. (Легенда)
Автор:
Читайте нас: