Халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән, ярҙамға, кәңәшкә мохтаж йәки ошо тема менән ҡыҙыҡһынғандарҙың һәммәһе лә фестиваль эшенә ҡушылырға мөмкин. Тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, ғалим-фольклорсыларға, этнографтарға ла был сара бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Ғаилә менән килергә мөмкин, биләмәлә урынлашыу өсөн уңайлы шарттар булдырыла.
«Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында ойоштороусылар имселәр фестивален уҙғарыу идеяһының нисек барлыҡҡа килеүе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләне.
Әлеге ваҡытта ойоштороу комитетына Башҡортостан райондарынан, Татарстандан 18 ғариза килгән. Фестивалде ойоштороусыларҙың береһе Гөлфинә Юламанова хәбәр итеүенсә, халыҡ табиптарының сертификаттары йәки быуындан-быуынға тапшырыла килгән дауалау шәжәрәләре тикшерелә. Ошо эшкә яңы тотонғандар өсөн фестивалдә Халыҡ дауалаусылары мәктәбенә ҡабул итеү ойошторола.
Проектта Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә йәшәгән граждандар ҡатнашырға хоҡуҡлы. Йәш сикләүе юҡ. Сарала ҡатнашыу өсөн ғаризаны 13 июлгә тиклем [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Фестивалдә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Темалар күп төрлө, мәҫәлән, эскелектән дауаланыу, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу, ҡатын-ҡыҙ энергияһын арттырыу. Һөнәрҙәр йәрминкәһе, биҙәү-ҡулланма сәнғәт буйынса оҫталыҡ дәрестәре, шифалы милли аш-һыу һәм эсемлектәр, милли биҙәүестәр-бетеүҙәр, дарыу үләндәре күргәҙмә-йәрминкәһе, концерттар ойошторола. Шулай уҡ хәйриә тирмәһе ҡорола, унда мохтаждар өсөн әйберҙәр, кейем-һалым килтерергә мөмкин.
Фестиваль Ҡатын-ҡыҙҙар — милләт әсәләре парады менән тамамлана.
Башинформ.