Стәрлетамаҡта һәр ваҡыттағыса Ҡорбан байрамы мәсеттәрҙә ғәйет намаҙы уҡыуҙан башланып китте.Ҡала халҡы рухи күтәренкелек, шат йөҙҙәр менән фәҡирҙәр, ауырыуҙарҙың хәлен белеп, саҙаҡалар өләште. Аҙаҡтан Ҡорбан ғәйете сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының иң ҙур мәсеттәренең береһе «Мөхәммәтсәлим» мәсете биләмәһендә «Ҡалатуй-2022» байрамы гөрләне.
Ҡорбан ғәйете айҡанлы Ҡалатуй байрамын уҙғарыуға үҙ фатихаларын биргән етәкселәр – Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизовҡа, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы мосолмандары имам хатибы Ришад хәҙрәткә һәм, әлбиттә, дини байрамдар булған һайын ошондай күркәм саралар уҙғарылған «Мөхәммәтсәлим» мәсетен төҙөүҙең башында торған Салауат Яппаровҡа, республика мөфтөйө Айнур Бирғәлингә Аллаһ рәхмәттәре яуһын! – Хөрмәтле дуҫтар! Бөтәгеҙҙе лә байрам менән ҡотлайым! Ҡорбан байрамы – мосолмандар өсөн иң изге байрам. Аллаһ Тәғәлә рәхмәтенә ирешергә насип булһын. Стәрлетамаҡтағы бындай байрамда мин беренсе тапҡыр. Бында мәҙрәсәбеҙ эшләп килә, тиҙҙән 4-се мәсет төҙөлөп бөтәсәк, Аллаға шөкөр! Артабан да динебеҙҙе халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмай алып барайыҡ. Дин булған ерҙә – һәр ваҡыт тәртип. Уны киләсәк быуындарға ла тапшырайыҡ, – тине үҙенең сығышында Айнур Бирғәлин.
Был көндә «Ҡалатуй-2022» байрамы үҙенә төрлө милләттәрҙе тупланы. Ялан буйлап теҙелеп киткән сағыу тирмәләр күҙҙең яуын алып торҙо. Шуныһы үҙенсәлекле, һәр тирмәлә Стәрлетамаҡта йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре үҙҙәренең милли ризыҡтары менән һый әҙерләгәйне. Шулай булмай, тирмәләрһеҙ бер байрамдың да йәме лә, ҡыҙығы ла булмаҫ ине. Нәҡ ошо тирмәләрҙә боронғобоҙ һаҡлана, тарихыбыҙға, йылдан-йыл онотола барған йолаларыбыҙға, ғөрөфғәҙәттәребеҙгә тағы ла бер тапҡыр байҡау яһала. Ни тиһәң дә, барыбыҙҙы ла ошо тирмәләр берләштерә, яҡынайта бит. Шуғалыр ҙа, байрамға йыйылғандар иң тәүҙә тирмәләргә инеп, ошо халыҡтарҙың кѳнкүреше, йәшәйеше, уларға ғына хас булған йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныша алды. Ҡурай моңдары менән башланып киткән был иман, дуҫлыҡ, берҙәмлек байрамында үзбәктәр былау менән һыйланы, әрмәндәр шешлек тәҡдим итте, әзербайжандар үҙ ризығын әҙерләһә, ҡаҙаҡ тирмәһендә ҡаҙаҡса һыйланырға мөмкин ине.
Ҡорбан ғәйете байрамы быйыл «Ҡалатуй» менән ҡушылып, оло рух байрамына әүерелде. Бигерәк тә Өфө ҡалаһынан килгән ҡунаҡтарҙың – «Әс-сәләм» гәзите мөхәррире, шағирә Зөлфиә Ханнанова, халыҡ һөйөүен яулаған йырсыларыбыҙ Алһыу Бәхтиева, Радик Динәхмәтовтың сығыштары һәр кемдең күңеленә иман нуры бөрктө. Артистарҙың дәртле йырҙарына ҡушылып, оло әбей-бабайҙар ҙа бейергә төшөп китте.
Шулай уҡ Өфөнән саҡырылған алып барыусылар «Юлдаш» радиоһынан популяр «Теге өсәү»ҙең береһе Йәмил Ишмөхәмәтов менән Милли йәштәр театры актрисаһы Гөлбинә Сафуанова сараны бик йәнле итеп алып барҙы. Ҡалабыҙҙың танылған артистары Альберт Шаһиевтың үҙенә генә хас моң даръяһы, Ғафуан Фазуллиндың, Инсаф Ғәлимовтың дәртле йырҙары, Миңнеғәли Хәсәновтың ҡурай моңдары, Стәрлетамаҡ ағинәйҙәренең мөнәжәттәре – һәр сығыш байрамдың үҙенсәлекле бер сағыу биҙәге булды.
Байрамдың тантаналы өлөшөнән һуң майҙанда бер-бер артлы спорт ярыштары башланды. Төрлө уйындар уҙғарыуға тәғәйенләнгән майҙанда халыҡтың ҡайнап тороуы ял итергә, күңел асырға, үҙҙәренең сослоғон, етеҙлеген, һәләтен күрһәтергә теләгәндәрҙең күплегенә бәйле ине. Ә инде мауыҡтырғыс бәйгеләргә тамаша ҡылырға теләгән һәр кем уйындар ойошторолған майҙанға ашыҡты.
Спорт майҙанында көрәшселәр бил һынашты, волейбол уйындары гөрләне. Ҡалатуйҙың иң ҡыҙыҡ, әүрәткес өлөшө ат сабышы бәйгеһе, республиканың төрлө тарафтарынан йыйылған уғатарҙар ярышы, мотоуҙыштар булғандыр. Шуға ла бәйге иғлан ителеү менән бар халыҡ ярыш яланына ашыҡты.
Шулай итеп, «Ҡалатуй-2022» гөрләп үтте. Ошондай күркәм байрамдар дауамлы булһын һәм алдағы йылдарҙа ла йыл һайын уҙғарылып торһон, һәр ҡайһыбыҙға шатлыҡ-ҡыуаныстар, яҡшы кәйеф һәм ыңғай тәьҫораттар бүләк итһен.
Гөлкәй ҠЫУАТОВА,
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Фотолар ҡала хакимиәтенең сайтынан алынды.
Фекерҙәр
Камил Исмәғилев, эшҡыуар:
– Ҡалатуй байрамына Ғафури районынан килдек. Бында беҙ тәүге тапҡыр. Ҡорбан ғәйете Стәрлетамаҡта йыл һайын уҙғарылып килгәне хаҡында ишетә торғайныҡ, барыһын да үҙенең биләмәһенә йыйған “Мөхәммәтсәлим” мәсете ныҡ оҡшаны, әллә ҡайҙан күренеп, үҙенә саҡырып тора. Шөғөлөбөҙгә килгәндә, беҙ төрлө тәбиғи майҙар, шоколад пастаһын етештерәбеҙ. Ошо байрамға үҙебеҙҙең тәмлекәстәрҙе һатыуға алып килдек.
Лилиә Мөхәмәтғәлина:
– Бөгөнгө «Ҡалатуй» байрамы, әлбиттә, оҡшай. Ябайса әйткәндә, һабантуй инде. Әммә бындай байрамды Ҡорбан ғәйете менән бергә ҡушып ебәргәндәре оҡшап етмәй, дөрөҫөн әйткәндә. Үткәрһендәр ул Ҡалатуйҙы. Тик икенсе көндәрҙә, ә мосолман байрамы Ҡорбан ғәйете мәсеттәрҙә хәйер биреп, туғандарҙы йыйып ҡына үтһен ине, тип уйлайым.