Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
14 Сентябрь 2022, 10:30

Телевизорға төшөргә саҡырып ҡына торалар үҙебеҙҙе!

Бына хәҙер егерме йыл инде Айыусы ауылында «Юрматы» халыҡ фольклор ансамбле эшләп килә. Айыусының йырмоң һөйөүсе, башҡорт халыҡ йолаларын, кейемдәрен, ауыҙ-тел ижадын һаҡлаусы, тергеҙеүсе ҡатындарын берләштергән был ансамблдең тыуған илгә, телгә ихтирам тәрбиәләүҙә роле ифрат ҙур.

 “Юрматы» башҡорт фольклор ансамбленең дә үҙенә күрә тарихы бар. Уны 2002 йылда илһөйәр, телһөйәр ауылдашыбыҙ Дашкина Гөлзиә Рәшит ҡыҙы ойоштороп ебәрә. Шул мәлдән бирле ансамбль юғары кимәлдәрҙә уҙғарылған бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып, бихисап еңеүҙәр яуланы. 2017 йылда Стәрлетамаҡта республика кимәлендәге уҙғарылған “Ашҡаҙар таңдары” конкурсында призлы урынға лайык булыуы, “Сөмбөлә” байрамын күрһәтеү йолаһын уҙғарыу уның мәртәбәһен тағы ла юғарыраҡ күтәреп ебәрҙе.

Беҙҙең өсөн иң мөһим конкурстарҙың береһе – “Байыҡ” бейеү конкурсы. Унда инде беҙ үҙебеҙҙең ҡаҙаныштарҙы ғына күрһәтеп ҡалманыҡ, башҡаларҙың тәжрибәһен дә күҙҙәттек. I-се турҙа «Яулыҡ бейеүе», ә киләһе турҙа «Ҡаҙ өмәһе бейеүе»н ҡуйҙыҡ. Был тәңгәлдә рәхмәтебеҙҙе айырыуса Бүреҡаҙған ауылынан Вахитова Наилә Нурислам ҡыҙына белдерәбеҙ, сөнки уның ярҙамында “Байыҡ” конкурсының галаконцертына тиклем барып еттек.

Йәнә шуны ла әйтеп китмәй булмаҫтыр, беҙ “Сәләм” тапшырыуының студия ҡунағы булып та саҡырылдыҡ. “Стәрлетамаҡ районы һәр ваҡыт алдан бара” таҡмағы менән республикабыҙға хәйерле иртә теләнек. Тағы ла “Алтын тирмә” телевизион тапшырыуында викторинала ҡатнаштыҡ.

Биккинина Вәсилә, Ғилманова Фәнүзә, Аҙнаева Розалия, Иралина Зәлиә, Миңнеғужина Нурия, Кинйәбыҙова Роза, Буранғолова Фәриҙә кеүек һөнәрле, һәр эшкә маһир ҡатнашыусылар “Юрматы”ның өмөтлө киләсәге булып тора.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Юрматы” ансамбле сафында булған Исхаҡова Нәсимә Фәрит ҡыҙы һәм Рәхмәтуллина Фәнүзә Ғизитдин ҡыҙы арабыҙҙан иртә киттеләр. Исхаҡова Нәсимә ансамблде үҙенең моңло тауышы менән биҙәп торҙо. Рәхмәтуллина Фәнүзә оҙаҡ йылдар буйы Айыусы урта мәктәбендә уҡытыусы һөнәрен башҡарҙы һәм ансамблгә йөрөгәндә лә матур-матур шиғырҙар, сценарийҙар яҙа ине.

Әлеге көндә лә “Юрматы” башҡорт фольклор ансамбле яңынан-яңы үрҙәр яулауҙы маҡсат итеп ҡуя, аҙнаһына ике тапҡыр репетициялар ҙа үткәрелеп тора.

Данлыҡлы ырыу исемен йөрөткән ансамблебеҙгә талмаҫ илһам ҡанаттарында ҡаҙаныштарға бай булған ижади үрҙәр яуларға, башҡорттоң милли үҙенсәлекле ауазын бар донъяға тағы ла күп тапҡырҙар ишеттерергә насип булһын!

Наилә ХӘЙБУЛЛИНА, Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауыл китапханаһы мөдире.

 

Телевизорға төшөргә саҡырып ҡына торалар үҙебеҙҙе!
Телевизорға төшөргә саҡырып ҡына торалар үҙебеҙҙе!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: