Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
10 Май 2023, 15:11

Тәбиғәттең уянған мәлендә...

Халыҡ һуңғы йылдарҙа киң билдәле генә түгел, онотола барған, кешеләрҙең тәү сиратта тәбиғәт балаһы икәнлеген сағылдырған йолаларҙы тергеҙә, башҡара башланы. Иртә яҙҙа Стәрлетамаҡта ла ябай булмаған сара ойошторолдо. Наурыз  байрамы итеп нарыҡланды ул, ғәмәлдә бында боронғо башҡорттарҙың, мәжүсилек дәүерененән һаҡланған күренештәр хасил булды. Проекттың авторы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур  Ҡолһарина үҙе лә ҡала башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ең һыҙғанып ойошторған сарала ҡатнашты.

Өфөнән килгән мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡалабыҙҙың Зимфира Ибраҡова етәкселегендәге  “Хазина” төркөмө  йыр-бейеү, ҡымыҙ менән ҡаршы алғас, ҡала хакимиәтенән йәмәғәтселек ойошмалары менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Илгиз Йәнәлиев һәм мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин сарала ҡатнашыусыларҙы  ихлас сәләмләне һәм уңыштар теләне.  Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы үҙ сиратында барыһын да байрам менән ҡотлап, әлеге ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең төп бурысы тип илгә терәк булыуҙы, Ватанды һаҡлаусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙе, йоларарыбыҙҙы онотмауҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул шулай уҡ ҡалабыҙҙың Абдулҡадир Инан исемендәге китапханаһында оҙаҡ йылдар мөдир булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Нәзифә Иҫәнғужинаға “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” исемен дә тапшырҙы.

Сара ағинәйҙәрҙең Наурыз тураһындағы йыры менән башланып китте. Стәрлетамаҡтың күп профилле педагогия колледжының  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфиә Ноғоманованың Наурыз ҡыҙын һынландырыуы,  Ишембай нефть колледжы студенттарының ҡурай моңдары, ҡала башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Зөлфиә Йәғәфәрова үткәргән уйындар барыһы ла тәбиғәттең уянғанын, теләктәрҙең ҡабул булыуын раҫланы. Өфө ҡунаҡтары – арҙаҡлы ғалимәләребеҙ Розалия Солтангәрәева, Фирҙәүес Хисаметдинова был  байрамдың бәҫен күтәрҙе. Сараны музыкаль йәһәттән Стәрлетамаҡ  театр-концерт берләшмәһе аккомпаниаторы Альберт Яппаров, И.Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актрисаһы Резеда Әмәкәсева, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары,  күп профилле колледж студенттары һәм “Торатау” балалар ансамбле бейеүсеһе  Айбулат Мансуров биҙәне. Ә ҡала башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаһы Нәсимә Собхағолова сараны матур итеп алып барҙы.

Сараның икенсе өлөшө лә үҙенсәлеккә эйә ине: “Халыҡ медицинаһында һаулыкты һаҡлау практикаһы” тигән семинар ойошторолдо, сара халыҡ медицинаһы менән дауалау буйынса оҫталыҡ дәресенә, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде. Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Миәкә, Әлшәй, Мәләүез, Баймаҡ, Әбйәлил райондары, Стәрлетамак, Өфө бағымсылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтте. Башҡа сараларҙан айырмалы булараҡ, бында байтаҡ ҡына ир-аттар ҙа килгәйне. Тимәк, халыҡтың тәбиғәт ҡанундары тураһында онотмауы мөһим булып ҡала.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Тәбиғәттең уянған мәлендә...
Тәбиғәттең уянған мәлендә...
Тәбиғәттең уянған мәлендә...
Тәбиғәттең уянған мәлендә...
Тәбиғәттең уянған мәлендә...
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: