Кемдәндер “Нимә өсөн аҡса эшләйһең?” тип һораһаң, “капитал итеп тағы ла күберәк аҡса эшләр өсөн” тип яуап бирәләр. Шул уҡ ваҡытта был өлкәне табыш сығанағы тип кенә күрмәүселәр ҙә бихисап.
Үҙен генә ҡайғыртмай, уратып алған донъяға, кешеләргә файҙа килтерәйем әле эш алып барыусылар һоҡландыра һәм шундай кешеләр, гәзит баһалаһынмы, тотош дәүләтме, нәҡ “Йыл эшҡыуары” номинациялары еңеүселәре булырға лайыҡ та!
Шундай шәхестәрҙең береһе Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Рауил Шафиҡов 50 йыл ғүмерен кешеләрҙең һаулығын нығытырға арнаған табип, оҙаҡ йылдар урындағы поликлинаканы, башҡа төр медицина хеҙмәтен етәкләй. Һуңғы йылдарҙа, Олег Гәрәев менән бинаһы, ҡорамалдары емерек хәлдә булған элекке шифахана нигеҙендә өр-яңынан “Ҡайынҡай” тип исемләнгән шифахана асып, шунда эш алып баралар.
Шифахана төрлө дауа, медицина хеҙмәттәренә бай. Бында тоҙ шахтаһы, батҡаҡ менән дауалауҙан тыш бассейн да бар. Әлбиттә, был һүҙҙәр реклама өсөн түгел, ә ошо тиклем төрлө йүнәлештә булған һәм ҡатмарлы эшмәкәрлекте алып барыу ҙур яуаплылыҡ талап иткән бизнес тимәксебеҙ. Магазинда күлдәк һатыу бер, ә бында кеше һаулығы бит. Балалар дауаланырға килә, инвалидтар...
Ләкин, өҫтәрәк әйтеп үтебеүбеҙсә, Рауил Ғабдулхай улы эшмәкәрлеге бының менән генә иғтибарҙы йәлеп итмәй. Шифахана тәү сиратта, атап әйткәндә, ябай кешеләрҙе дауалау, ял иттереү, инвалидтарҙы, шул иҫәптән тик түшәктә генә ятҡан кешеләрҙе, физик мөмкинлектәре сикле булған балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу йүнәлешендә эшләй. Социаль эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ышанысы ла ҙур – “Ҡайынҡай” республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙҙы (шулай уҡ яраланып ҡайтыусыларҙы) һәм уларҙың ғаиләләрен бушлай дауалаусы, ял ойоштороусы шифаханаларҙың береһе – был йәһәттән ойошма дәүләт программаһы буйынса эшләй. Күптән түгел, бында хатта алыҫ Сибай яҡтарынан да килеп ял итеп ҡайтҡандар, мәҫәлән.
Әйткәндәй, Рауил Шафиҡов йыш ҡына республика кимәлендә табип булараҡ та, эшҡыуар сүрәтендә лә ҙур баһаға лайыҡ булып тора. Мәҫәлән, быйыл “Минең изге бизнесым” Бөтә Рәсәй эшҡыуарлыҡ һәм социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар конкурсының төбәк этабында Рауил Ғабдулхай улы еңеүсе булып танылды. Был баһа, әлбиттә, шифаханала инвалидтар өсөн тыуҙырылған шарттарҙы-уңайлыҡтарҙы ла иҫәпкә алып билдәләнгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күптән түгел үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә 2024 йылды Башҡортостанда “Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы” тип иғлан итте. Был йәһәттән әлегеләй бизнес вәкилдәренә бурыстар бигерәк тә ҙурая, шул уҡ ваҡытта уларҙың үҙҙәренә лә иғтибар артыр тип ышанғы килә.
Рәмил МАНСУРОВ.
Һүрәттә: (һулдан уңға) “Ҡайынҡай” шифаханаһының башҡарыусы директоры Олег Гәрәев, директор Рауил Шафиҡов, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министр Рөстәм Афзалов. “Йыл эшҡыуары – 2023” номинацияһы еңеүсеһен тәбрикләү тантанаһында.