Хеҙмәттәштәре билдәләүенсә, Эдуард Илдар улы тәүге көндәрҙән алып үҙен ҡыйыу, ярҙамсыл итеп күрһәтә. Тик... Үкенескә ҡаршы, үткән йылдың 4 авгусында ул Донецк халыҡ республикаһында батырҙарса һәләк булып ҡала. Уның ғүмерен Украинаны бер туҡтауһыҙ ҡорал менән тәьмин итеп торған Американың “хаймерс” ракетаһы өҙә. Ҡала халҡы батыр менән вафатынан һуң бер аҙ үткәс хушлашты.
...Эйе, Эудард Ишназаров бөгөн арабыҙҙа юҡ инде. Әммә уның батырлығы, уның ҡыйыу аҙымы беҙҙең еңеүҙе саҡ ҡына булһа ла яҡынайтты. Ул арабыҙҙа юҡ, әммә уның турала хәтер ҡала, республика, ил халҡы күңелендә йәшәйәсәк! Бөгөнгө көндә үҙе уҡыған белем усаҡтарында урынлаштырылған таҡтаташтарҙа йылмайып ҡарап тора ул, хәтер кисәләре үтә, исеме шулай мәңгелләштерелә. Ә бөгөн ҡала хакимиәтенең сираттағы оператив кәңәшмәһендә уның атаһы Илдар Миҙхәт улы, әсәһе Светлана Дәүләтхан ҡыҙы һәм ҡатыны Гөлфиә Рәзим ҡыҙына батыр яҡташыбыҙҙың Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы – Батырлыҡ ордены тапшырылды. Орденды яҡындарына ҡала етәксеһе Рөстәм Ғәзизов һәм Башҡортостан хәрби комиссариатының Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса бүлеге етәксеһе Рәстәм Ҡантимеров тапшырҙы. Награданы Рәсәй Президенты тарафынан үткән йылдың 15 октябрҙәге Указы менән булдырылған.
– Эдуард Илдар улы һымаҡ батыр егеттәребеҙҙең нигеҙендә халҡыбыҙҙың рухы көслө, хәрби бурысына аҙағынса тоғро ҡалып, илен, халҡын яҡлап алышҡан батырҙар алдында баш эйәбеҙ, – тип белдерҙе Рөстәм Фәрит улы награданы тапшырған мәлдә.
Ысынлап та, батыр улдары булғанда ил ҡаҡшамаҫ! Әлеге көндә яу яланында булған егеттәребеҙ бирешмәй, инде еңеү менән ҡайтһын, Эудард Ишназаровтай ҡыйыу яҡташтарыбыҙ өлөш индергән операция маҡсаттарын үтәһен!