...Бер ус тупраҡ. Бигерәк тә ошо ергә сит-яттар ҡул һоноп, шул ерҙә йәшәгәндәрҙе йәберләй башлаһа, ошо бер ус тупраҡҡа күпме ҡан түгелгән, күпме ҡарғыш йәштәре менән еүешләнгән ул. Ә инде, дошманды тар-мар итеп, Еңеү килгәс, йәнә өмөт, йәшәү орлоҡтары шытып сыҡҡан шул бер генә ус тупраҡта. Эйе, ер барыһын да ҡабул итә. Ерҙән яралғанбыҙ ҙа, ерҙе мәңгелек төйәк итә бар Тереклек...
...Бер ус тупраҡ. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында ла һаҡлана бер ус тупраҡ. Был ер ҙә ошо белем усағында тәрбиәлән-гән уҡыусылар өсөн, хәйер, тотош республика тураһында һүҙ йөрөтөү дөрөҫөрәктер, сикһеҙ мәғәнәгә эйә – ул бер ус тупраҡ бынан алыҫтан – һикһән йыл элек легендар шәхесебеҙ, Рәсәй геройы Миңлеғәле Шай-моратовтың ғүмеренең һуңғы сәғәттәрендә баҫып йөрөгән, дошман пуляһынан батырҙарса ауған ерҙән ҡайтҡан! Уны алып ҡайтып тапшырыусылар ҙа, тапшырыу мәле лә йәнә айырым бер мәғәнәгә эйә булып тора.
Эйе, бынан һикһән йыл элек тыуған еренән меңәр саҡырым алыҫ ерҙә, Ворошиловград өлкәһе Ивановка районының Штеревка утары янында Ватаны өсөн башын һала Шайморатов. Кем уйлаған, инде фашисты тар-мар итеп, тамыры менән юҡ итеп, бәхетле тормош кисергәндә дошман йәнә баш ҡалҡытыр, йәнә генералдың сая яҡташтары – Башҡортостан егеттәре яу сабыр, ошо уҡ ергә урындағы йәберләнгән халыҡты азат итергә килер тип. Әммә был инде бөгөнгө көн!.. Ысынбарлыҡ...
Инде алыҫ Германия түгел, ғүмер-баҡый ут күршеләр булып, бер ил булып йәшәгән Украина башында торған фашистик власть вәкилдәре һигеҙ йыл дауамында урындағы халыҡты, олоһон-кесеһен самалап тормай, теле-нән, йәшәү рәүешенән мәхрүм итәм тип, башта ҡыҫырыҡлай, инде ул ысул ярҙам итмәгәс, хатта ҡорал тоҫҡай башлағас, сикһеҙ үлтерештәрҙе туҡтатыу маҡсатында Ил ораны буйынса “Томан” менән “Директор” позыв-нойлы яҡташтарыбыҙ ҡулдарына ҡорал ала.
...Шул уҡ урындар тиерлек. Шундай уҡ ҡаты яуҙар. Ошондай яуҙарҙың береһендә әлеге яҡташ-тарыбыҙ ҡаты яралана, әммә улар сигенергә уйламай ҙа!.. Һөжүмде дауам итә, бары тик аҙаҡ барыһы ла тынысланғас ҡына хәлдәрен аңлай.
Яугирҙар азат иткән халыҡ менән дә аралаша. Бынан һикһән йыл элек булған ваҡиғалар тураһында һүҙ сыҡҡас, урындағы ҡатын һорау бирә: “Һеҙ башҡорттармы?”
– Атлы дивизия, олатай-ҙарыбыҙҙың ниндәй эҙ ҡалдырғанын ошо бер генә һорау аша ла аңларға була. Улар башҡорт атлыларын да, уларҙың командиры Шайморатовты ла яҡшы хәтерләй, – тигән һығымталарын килтереп үтте үҙенең сығышында батыр һәләк булған урындан ер тапшы-рыу тантанаһында “Директор” позывнойлы яугир. – Артабан инәй беҙгә комбригтың һәләк булған урынын күрһәтте, башҡорттарҙы халыҡ әле лә онотмағанын, һоҡланып һөйләшеүен дә бәйән итте, – тип тә өҫтәне ул.
Яугир аралашҡан мәлдә кисергән тойғоларын әлеге гимназияла Шайморатов класында белем алған улына, башҡа балаларға, ғөмүмән, яҡташтарына еткерергә теләй һәм рөхсәт алып, тупраҡ тултыра.
Әлбиттә, был бер ус тупраҡ Бөйөк Ватан һуғышы шаһиты ғына түгел, унда бөгөнгө көн дә асыҡ сағыла. Тарих, ваҡыт, тормош спираль һымаҡ ҡабатлана тиҙәр, инде Еңеү килгәс, ул махсус хәрби операция тарихы булып та билдәләнер әле!
Капсуланы гимназия дирек-торы Айгөл Шаһисолтанова ҡабул итеп алған мәлдә яугирҙарға бындай мәғәнәле иҫтәлек өсөн сикһеҙ рәхмәтен белдереп, сафҡа теҙелгән Шайморатовсы-уҡыусыларға ошо тиклем иҫтәлек һаҡланған, ошондай исем йөрөткән класта уҡыу мәртәбәле икәнен дә билдәләп китте.
– Һеҙгә ҙур ышаныс тап-шырылған! Һеҙ киләсәкте булды-рыусылар ғына түгел, һеҙ тарихты ла һаҡлаусылар! Ошо ышанысты аҡларһығыҙ тип ышанам. Бындай мәғәнәле капсула һаҡлау – беҙҙең гимназия өсөн мәртәбәле һәм йөкмәткеле бурыс! – тип өндәше Айгөл Басир ҡыҙы.
Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡо-ролтайы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Ләйсән Йосопова, үҙ сиратында, Шайморатов тарихы – феноменаль күренеш икәнән белдерҙе.
– Ябай ауыл малайы генерал кимәленә тиклем үҫешә, һуғыш-тың иң аяныслы, һынылышлы мәлдәрен үҙендә ҡабул итә. Ошондай батырҙарыбыҙ булған халыҡтың бер бөртөгө икәнен тойоп, ғорурланып йәшәгеҙ! – тип мөрәжәғәт итте Ләйсән Йәркәй ҡыҙы.
Тантаналы сарала башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Мәҫәлән, урындағы Хәрби көстәр һәм Эске эштәр министрлығы ветерандары союзы рәйесе Виталий Михайлов уҡыусыларҙы:
– Һеҙ буласаҡ лидерҙар, буласаҡ командирҙар, тор-мошотоң һәр мәленән файҙа алып, тырышып уҡығыҙ, үҫешегеҙ, – тип дәртләндерҙе. Ә инде ошо союздың ағзалары Любовь һәм Маркиян Трофимовтар үҙҙәренең ауыр бала сағын иҫкә төшөрҙө.
– Дөрөҫөн әйткәндә, – тип башланы һүҙен Маркиян Максимович, – Беҙҙең бала саҡ – үҙе һуғыш һымаҡ ине, ауыр һуғыш йылдары, унан һуң илде тергеҙеү, төҙөү – көнөнә грамлап икмәк ашаған, иртә таңдан кискә тиклем хеҙмәт урынында булған мәлдәр аҙ түгел, хәҙер тормош икенсе төрлө – барыһы ла бар. Ошо тормоштоң ҡәҙерен белеп кенә йәшәгеҙ, балалар. Һеҙҙең арттан бөтә донъя йәштәре эйәрһен ине...
... Батырыбыҙҙың һуңғы яуы, еңел булмаған ҡарары, үлем мәле хаҡында ҡат-ҡат биттәр мәғлүмәт-документтар тупланған, әҙәби әҫәрҙәр яҙылған, хәтирәләр баҫтырылған. Иң мөһиме, ул халыҡ хәтерендә йәшәй, халыҡ батыры исеменә лайыҡ. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа шәхесебеҙҙең абруйы республика Башлығы Радий Хәбировтың шәхсән тырышлығы менән тағы ла артыуы ла шатлыҡлы күренеш. Әлеге бер ус тупраҡты тапшырыу, һаҡлау ҙа ошо тарихҡа ҡарата йәнә бер һаҡсыллыҡ, тәрән хөрмәт билдәһе ул!
Сара һуңында “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сик-тәрендә гимназия ихатаһында Шайморатов аллеяһы барлыҡҡа килде. Шыршы ултыртыуҙа һәр ҡунаҡ, уҡыусы ҡатнашып, үҙ өлөшөн индерергә ашыҡты. Һәр кем үҙ бер ус тупрағын һалды был ағас төптәренә. Инде был тупраҡта тик бәхетле, тыныс бала саҡ эҙҙәре генә ҡалһын! Күҙ йәштәре еүешләмәһен!..
Рәмил МАНСУРОВ.
Евгения УСМАНОВА фотолары.