Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Булдыҡлы кеше ҡайҙа ла булдыра

Ошо көндәрҙә БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филалы педагогика һәм психология факультеты  деканы, педагогика фәндәре канидаты, доцент Абдуллина Лилиә Бакир ҡыҙына  "Мәләүез районы һәм Мәләүез ҡалаһының маҡтаулы гражданы" тигән маҡтаулы исем бирелде. Билдәле ғалимә, абруйлы етәксенең юбилей кисәһе тураһында  тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

...Педагогика  һәм психология факультеты был көндө шат тауыштарҙан умарта шикелле мыжғып торҙо.  Ҡайҙарҙан  ғына йыйылмағайнылар уның юбилей кисәһенә: хеҙмәттәштәре, ҡасандыр бергә уҡыған һабаҡташтары, студенттары, уҡыусылары, яҡташтары алыҫ араларҙы яҡын итеп төрлө тарафтарҙан килеп еткәйне был көндө.

Ғәҙәттә бындай саралар рәсми шарттарҙа үтә, ә был ғәҙәти булмаған юбилей кисәһе, эшләнгән эштәргә, йәшәлгән йылдарға байҡау менән бергә, дәртле бейеүҙәр, моңло йырҙар менән  дә күңелдәрҙе рухландырып ебәрҙе. Сәхнәлә студенттар тимәҫһең, әйтерһең дә, профессиональ сәнғәт оҫталары  сығыш яһай!

Кисә башынан уҡ юбилярҙың вальс әйләнеп килеп сығыуы уҡ уның көслө математик, оҫта педагог ҡына түгел, хисле, бай рухлы кеше, коллективты туплай белгән етәксе, теләгенә ирешә  торған, баҫҡан ерендә ут сығарып, шартлап торған ханым  икәнен дә күрһәтеп тора.

БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры, филология фәндәре докторы, профессор Игорь Сыров үҙенең тәбрикәләү сығышында Лилиә Бакир ҡыҙының ошо вузды үҫтереүгә ҙур өлөш индереүенә, һәр эштә лә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешерҙәй көслө, энергиялы етәксе икәнлегенә баҫым яһаны.

– Һеҙ хатта республика кимәлендә иң һоҡланғыс, хөрмәт иткән кешеләремдең береһе, – тип өндәште Игорь Анатольевич.

Кешенең булмышы тыуған ергә бәйле тиҙәр. Лилиә Бакир ҡыҙының да, тыуған яғы – йәйрәп ятҡан Мәләүез районы тәбиғәте, барыһын да әсир иткән –  бер ҡараһаң ярһыу, бер ҡараһаң болоҡһоу, тымыҡ Ағиҙелдең үҙе һымаҡ, ғәжәп бай рухлы, киң күңелле, оло йөрәкле булыуына  һис тә ғәжәпләнергә түгел. Мәктәпкә тәү аяҡ баҫҡан мәленән алып, пионер, комсомол йылдарында, Салауат педагогия училищеһында буласаҡ һөнәренә нигеҙ һалына уның. Һәм, шул күркәм мөхиттә тәрбиәләнгән кеше булараҡ, ул студенттарын да ошо рухта тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған һәм уны үҙенең эшендә бик оҫта ҡуллана.

Салауат педагогия училищеһы директоры Зөлфиә Ишембәтова баһалауынса,  Лилиә Бакир ҡыҙы – тормошта үҙ урынын тапҡан, донъяға нур таратыусы оло йөрәкле шәхес.

– Юбилярҙың кисәһенең девизы булып торған “Талантлы кеше һәр ерҙә ла талантлы” тигән һүҙҙәрҙе ҡеүәтләп “Талантлы студент тормошта ла  талантлы” тип тә өҫтәр инем”, – тип билдәләне Зөлфиә Биктимер ҡыҙы.

...Тыуған районында бер аҙ эшләгәндән һуң, Лилиә Бакир ҡыҙы Стәрлетамаҡ педагогия институтының башланғыс кластар факультетына уҡырға инә, бында ла һынатмай, алдынғылар рәтендә була. Академик Ә.М.Сафин етәкселегендә беренсе дипломды фәҡәт ул  яҙа. Әхмәт Мөхлис улы, янып торған студентының бар яҡтан да һәләтен күреп, уға ошо вузда эшкә ҡалырға тәҡдим итә. Ысынлап та, академик яңылышмаған: уның бар ышанысын аҡлай маҡсатҡа ынтылыусан ҡыҙ. Ошонда ул үҙенең бар мөмкинлектәрен аса, юғары уҡыу йортоноң төрлө баҫҡыстарын үтеп тәжрибә туплай. Педагогика һәм психология факультетында ассистент булып эш башлау менән ең һыҙғанып эшкә тотона, башта өлкән уҡытыусы, башланғыс белем биреү теорияһы  һәм методикаһы кафедраһы мөдире, тәрбиә эштәре буйынса декан урынбаҫары, унан декан вазифаһына үрләтелә. Етәкселек эше менән бергә фән өлкәһендә лә юғары ҡаҙаныштарға ирешә – педагогика фәндәре  буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, доцент дәрәжәһен ала.  Лилиә Бакир ҡыҙы етәкселегендә яңы белгеслектәр булдырыла. Туҡтауһыҙ үҙгәрештәр булып торған заманда, төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеү өсөн заман ағышына яраҡлаша белергә лә, яңы алымдар ҡулланырға ла кәрәк. Шул ваҡытта юғалып ҡалмай булдыҡлы етәксе, үҙенең менеджерлыҡ һәләттәрен дә күрһәтә. Шуғалыр ҙа: “Беҙҙең факультетта һеҙҙең менән эшләүе рәхәт”, – тиҙәр уға коллегалары барыһы ла бер тауыштан.

Педагогика фәндәре докторы, профессор Ҡанбәкова Римма Вәли ҡыҙы уны креатив фекерләүсе математик тип баһалауы үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй.

Был юғары уҡыу йортоноң йәнә бер ғалимәһе, педагогика фәндәре докторы, профессор Вилә Баймырҙина иһә Лилиә Бакир ҡыҙындағы ирҙәргә хас ҡыйыулыҡ, саялыҡ, егетлек сифаттарын билдәләп үтте. Юҡтан бар итә белеү, ҡыйыулыҡ, етеҙлек  – тап ошондай сифаттарға эйә булыуын билдәләп, ҡаланың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте исеменән Маҡтау грамотаһы тапшырҙы.

Юбилярҙы ҡотларға “Норис”  клиникаһы директоры, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала Советы депутаты Светлана Ковальская  ла килгәйне, аҡыллы етәксе һәм көслө педагог булараҡ, бихисап эштәр башҡарыуын билдәләп, артабанғы эшендә лә ҙур уңыштар теләне.

Элекке коллегаһы, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры Харис Әбдрәхимов та үҙенең ҡотлау сығышында уның тормошто, мәҙәниәтте яратыуы, шул уҡ ваҡытта талапсан да була белеүе, тәртип яратыуы тураһында әйтеп үтте.

– Кәрәк ерендә маҡтай ҙа, кәрәк булһа, тәнҡитләп тә ебәрә. Мәләүез районы шундай шәхесе менән ғорурлынырға хаҡлы, –  тине Харис Зәбих улы.

Юбилярҙы ҡотларға 62-се балалар баҡсаһын утыҙ йылға яҡын етәкләгән Зимфира Ибраҡова, Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия директоры Айгөл Шаһисолтанова, 3-сө башҡорт лицей-интернаты директоры Гөлшат Әхмәтовалар ҙа ашҡынып килеп еткән. Шулай булмай, бына нисәмә тиҫтә йылдар инде был мәғариф усаҡтары бер-береһе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп, яҡшы һөҙөмтәләрен бирә. Ә бит күпме милли кадрҙар әҙерләп сығарған улар! Әйткәндәй, бына хәҙер ун йылдан ашыу инде Лилиә Бакир ҡыҙы 3-сө башҡорт лицей-интернатында һәм 3-сө гимназиялағы яҡшы уҡыған уҡыусылар өсөн шәхси стипендияһын булдырған.

Юбилярҙың  Мәләүез ҡала хакимиәте етәкселеге  исеменән ҡотлаусы студенты: “Колоссаль хеҙмәте менән күпме шәхестәр үҫтерҙе”, – тип баһалауы үрҙә әйтелгәндәргә раҫ килә. Студенттары остаздарының ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуын да иҫкә төшөрҙө. Төрлө хәлдәр була, ауыр мәлдәрҙә хәлеңә инеп, кәрәк саҡта ҡояштай балҡып, әсәй кеүек яратты, кәрәк саҡта атай кеүек ҡаты тотто ул беҙҙе, тине студенттары хәтирәләр ебен һүтеп. “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров шәхестең йәштәргә ҡарата иғтибарлы булыуын, кешелеклелеген һәм кеселеклелеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ғөмүмән, кисә, юбилярҙың үҙе кеүек, төрлө-төрлө балҡыштар менән рухландырҙы. Ҡотлау һүҙҙәре араһында әле бергәләп бейергә төшөп китһендәрме, әле бер тауыштан йырға ҡушылһындармы.

 “Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы педагогика һәм психология факультеты деканы, башланғыс белем биреү теорияһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире, педагогика фәндәре кандидаты, доцент...

Лилиә Бакир ҡыҙы Абдуллинаның хеҙмәте юғары баһаланып, “Рәсәйҙең алтын кафедраһы” (“Золотая кафедра России”) дипломына лайыҡ булды.

Фән  өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға ирешеү менән бергә, Лилиә Бакир ҡыҙы нәзәкәтле ҡатын, тәрән аҡыллы етәксе булып ҡала. Быйыл ул март  айында  “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе 2022” конкурсында ҡатнашып “Ҡатын-ҡыҙ ғалимә” номинацияһында еңеүсе булды. Ошо мәҡәләне баҫмаға әҙерләгәндә йәнә бер шатлыҡлы хәбәр алдыҡ – Лилиә Бакир ҡыҙы Абдуллинаға "Мәләүез районы һәм Мәләүез ҡалаһының маҡтаулы гражданы" тигән маҡтаулы исем бирелде!

Хоҙай бирһә бер кешегә өйөп бирә лә ҡуя тигәндәре шулдыр, тим. Ә шулай ҙа, уңыштарға ирешеүҙең сере нимәлә тигәндә, шулай тип әйтер инек: киң күңеллелек, тәүәккәллек һәм ойоштора белеүсәнлек. Уныһы инде тәбиғәттән, ҡандан килә.

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Сергей КРАМСКОВ фотолары.

Булдыҡлы кеше ҡайҙа ла булдыра
Булдыҡлы кеше ҡайҙа ла булдыра
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: