"Вандалды тәрбиәләү йәки уның ҡорбаны булыу-беҙҙең барыбыҙ тураһында. Әйҙәгеҙ, балаларыбыҙ менән йәмәғәт урындарында тәртип ҡағиҙәләре тураһында йышыраҡ һөйләшәйек, сөнки күп нәмә үҫеп килгән быуындың мәҙәни тәрбиә кимәленә һәм эмпатия үҫешенә бәйле. Тик халыҡ менән берлектәге тырышлыҡ һәм шәхси өлгө менән генә беҙ төҙөкләндереү объекттарын вандалдар ҡулынан һаҡлап ҡалырға тырыша алабыҙ. Салауат халҡына мөрәжәғәт итәбеҙ, бер — беребеҙҙе хөрмәт итәйек, ҡалабыҙҙы яратайыҡ һәм уртаҡ мөлкәтебеҙгә һаҡсыл ҡарайыҡ», - тиелә муниципалитет хәбәрендә.
Элек Раевка ауылында кешеләр урындағы ял паркындағы мемориалды сүп-сар контейнерына әйләндергән. Йәмәғәт урынына килеүселәр бронетранспортерҙың эске арауығын буш банкалар, пакеттар һәм башҡа сүп-сар менән тултырҙы, тип хәбәр итте «Башинформ».