Үҙ граждандарын юҡ итеү шаһиты ла булды донъя йәмәғәтселеге, атака ваҡытында тере балалар артына йәшенеп атып ятыуҙары үҙе бер башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Әлеге яуыз заттарҙан дошман тип иҫәпләгән беҙҙең ил граждандарына ҡарата ҡорал ҡулланыуына, үкенескә ҡаршы, бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Ошо көндәрҙә йәнә ракеталар һәм дрондар менән һөжүм итте улар. Тәүгеһе 9 майҙа эргәлә генә булды – Салауат ҡалаһының сәнәғәт зонаһына шартлатҡыс менән ҡоралландырылған пилотһыҙ осоусы аппарат килеп төштө. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар юҡ һәм сәнәғәт берәмегенә артыҡ зыян килмәгән. Әммә был хәл беҙгә – бында алыҫ тылда йәшәүселәргә лә уяу булырға кәрәклеген тағы бер ҡат иҫкәртте! Сөнки дошман алыҫ булһа ла, “ҡулы оҙон” – быны күршеләр үҙ иңендә һынап ҡараны хәҙер.
Ошо ваҡиға тағы бер һығымта яһарға этәрә, үкенескә ҡаршы. Теракт булған көндө “имеш-мимеш” интернет чаттары утыҙға яҡын һәләк булыусылар тураһында мәғлүмәт таратырға маташты. Һәм, иң аяныслыһы, республика Башлығы Радий Хәбировтың рәсми сығышына иғтибар итер урынға, күптәр был мәғлүмәткә ышанып бөттө. Тышҡы дошмандан эске дошман ҡайтыш түгел икән дә... Ошондай саҡта берҙәмлек хөкөм һөрөргә тейештер бит, йәмәғәт?!.
Икенсе теракт Еңеү байрамы үткәс Белгородта теркәлде. Йәнә Белгород. Йәнә... Сөнки был ҡалаға дошмандың НАТО тәьмин иткән ракетаһы беренсе тапҡыр осмай. 2023 йылдың 30 декабре шулай уҡ был ҡала өсөн ҙур фажиғә менән бәйле – ул саҡта 25 кеше һәләк булды. Әле иһә егермегә яҡын ҡорбан теркәлгән. Әлбиттә, дош-ман ҡан көҫәй – ябай рәсәйлеләрҙе һәләк итеп, беҙҙең хәрбиҙәрҙән дә шундай уҡ аҡылһыҙ аҙым көтә, йәнәһе, аҙаҡ бөтә донъяға “Ана, күрҙегеҙме, Рәсәй ябай кешеләрҙе үлтерә!” – тип яр һалырға. Тик Рәсәй армияһы – һалдаттар, офицерҙар, яугирҙар, улар йәлләд тә, террорист та түгел, улар тик дошманды һәм хәрби техниканы юҡ итә!
...Ниндәй генә һуғыш, хәрби конфликт булмаһын, ике яҡ бер-береһен яугир булараҡ һынай. Тик был фронтта беҙҙең яугирҙар ысынында террорсыларҙы юҡ итә, әлеге һуңғы ике миҫалды ғына ла иҫәпкә алғанда, фронт линияһының теге яғында кем барлығын да, махсус хәрби операция ни өсөн башланғанын да аңлайһың. Бындай яуызлыҡты дөйөм һәм берҙәм көс менән тамырынан юҡ итергә ҡала!
Яҡташтарыбыҙ менән иңгә-иң терәшеп дошманға ҡаршы кон-тракт буйынса хәрби хеҙмәт итергә теләүселәр Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариатына 8 (917) 462 89-17; 8 (3473) 20-61-51 һандары буйынса шылтыратып тулыраҡ мәғлүмәт туплай ала. Адресы: Хоҙайбирҙин урамы, 118-се йорт, 19-сы бүлмә. t.me/bashbat02/2236 чат-ботында ла ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға мөмкин.
Рәмил МАНСУРОВ.