Был яҙмала дошман һөжүменән саҡ иҫән ҡалған "Томан" ҡушаматлы яугир. Уның тәне янып ҡарарлыҡ урын да юҡ. Штурмға барыусылар "Баба яга" ташлаған шартлатҡыстар аҫтында ҡалып ҡаты яралана.
"ДЯДЯ" ҠУШАМАТЛЫ ЯУГИР
Хәбәрсе. Өс ай алғы һыҙыҡта хәрби заданиела булған "Томан" тағы бер айҙы емерек подвалда уҙғара. Уны тылға алып сығыу әмәле булмай. Тирә-яҡты дошман дрондары күҙәтеп тора. Яуҙаштары уға пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында аҙыҡ-түлек, медикаметтар ташый, ә хәрби табиптар рациялар ярҙамында ситтән тороп дауаланыу юлдарын өйрәтә. Яҡташтарыбыҙ хәстәрлеге менән "Томан" мөғжизәле рәеүештә тиҙ арала аяҡҡа баҫа. Һуңынан төшөрөлгән яҙаманан күренеүенсә яугирҙың тәнендә тән бешеүҙең эҙҙәре лә ҡалмаған.
"ДЯДЯ" ҠУШАМАТЛЫ ЯУГИР
Хәбәрсе. Полкташтары был мөғжизәле дауаланыуҙы туғандарса хәстәрлек, йәшәү көсө менән аңлата. Ауыр саҡта ла "Томан" яңғыҙы түгеллеген яҡшы тоя.
"БЕЛЫЙ" ҠУШАМАТЛЫ ЯУГИР
Хәбәрсе. Һауа торошо насарайып күктә дошман ҡоштары оса алмаған мәлде көтөп алып "Томан" үҙебеҙҙекеләр яғына ыңғайлай. Бер тиҫтәләп километр юлды ул бер нисә көн үтергә тура килә. Төнөн шыуыша, көндөҙ йәшенеп ултыра. Ярты юлда уны яуҙаштары ҡаршы ала. Хәлһеҙләнгән, әммә ҡаҡшамаҫ рух менән.
"БАШКИР" ҠУШАМАТЛЫ ЯУГИР
Был мөғжизәле ваҡиға ысын хәрби туғанлыҡҡа, рәсәй һалдатының ҡаһарманлығына асыҡ дәлил. Башҡортостан яугирҙарының үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ, тигән девизының сағыу миҫалы.